ИПКӘ ИНЕҮ
Иондар хәленә килеү. □ Ионизироваться. Ионлашҡан радиоактив атомдар.
ИОНЛЫ (Р.: ионный; И.: ionic; T.: iyon) с. хим., физ.
Составында иондар булған. □ Ионный. Ионлы бәйләнеш.
ИОНОСФЕРА [рус.] (Р: ионосфера; И.: ionosphere; T.: iyonosfer) и.
Атмосфераның ион һәм ирекле электрондары күп булған иң юғары өлөшө. □ Ионосфера.
ИОРДАНЬ [йәһүд] (Р: иордань; И.: holy ice-hole; T.: buz deliği) и.
Керәшен байрамына әҙерләнгән изге һыулы мәке. □ Иордань. Иорданда ҡойоноу.
ИП [боронғо төрки әп\ (Р: толк, суть; И.: sense; essence; gist; T.: öz) и.
1. Нимәнеңдер ыңғайы, көйө, уңайы, яйы. □ Толк, суть, смысл. Нисек тә ибен табып һөйләтергә инде.
2. Тормоштоң тейешле тәртибе, йүне. □ Смысл, суть. Донъяның ибе юҡ бит хәҙер, тыныс тугел. • Ибен тапҡан ике ашар. Әйтем.
3. Кешенең килешле эш-ҡылығы, тәртибе, йүне. □ Толк. ■ Биргән дә генә ке-йәуең теремек тугел, сер һөйләр ҙә инем -ибе юҡ. Сеңләүҙән. • Иллелә иҫәр ҙә ипкә килер. Мәҡәл.
ИПАПА и. бот. диал. ҡар. бәпембә.
ИПЕЙ ҠОНДОҘО и. зоол. диал. ҡар. ҡамҡа.
ИПИ и. диал. ҡар. икмәк.
ИП-ЙӘП (ибе-йәбе) и. йыйн. ҡар. ип 1.
Эштең бер ҙә ибе-йәбе юҡ.
ИПКЕН I (Р: веяние; И.: whiff, puff; breath; T.: esinti) и.
Ниҙеңдер тәьҫире, ситтән ҡағылған көсө; шауҡымы. □ Проявление чего-л., дыхание, веяние, дуновение. ■ Был ҡыҙҙан [Йәмиләнән] йәнгә сихәт бирерҙәй ниндәйҙер сихри нур ипкене бәрелә. Г. Ғиззәтуллина. Уҫаҡтың тәңкә кеуек туңәрәк япраҡтары ипкенгә әкрен генә бәуеләләр, япраҡ араһынан ҡояштың нуры сәселеп кенә куренә. Ж. Кейекбаев.
ИПКЕН II (Р: склон горы; И.: slope; T: yamaç) и.
Түбәнгә киткән ауыш ер; иңкеү.
□ Склон. ■ Ҡамауға эләккән дошман, улеп йә яраланып йығылған әллә купме кешеһен ҡалдырып, артҡа, тау ипкененә ташланды. Ә. Хәкимов.
ИПКЕН III (Р: спёртый; И.: close; T: ağır) с. диал.
Тын алыу өсөн ауыр; тынсыу (һауаға ҡарата). □ Спёртый (о воздухе). Өйҙөң ипкене тышҡа бәреп тора.
ИПКЕНДЕРЕҮ (ипкендер-) (Р: прилаживать; И.: fit, adapt (to), adjust; T: takmak) ҡ.
Ипкә индереү; ипле, ҡулайлы итеү. □ Прилаживать, приспособлять; подгонять. Гармунды ипкендереп тотоп, уйнарға кереште.
ИПКЕНЕҮ (ипкен-) (Р: приспосабливаться; И.: adjust (adapt) oneself (to); T: uymak) ҡ. һөйл.
Ипкә инеү; ыңғайға, ҡулайға килеү.
□ Приспосабливаться. Ҡулы ипкенеп тора. ■ [Сәлмән:] Өндәшмәнем, ваҡ бесәнде йыйырға керештем, һәнәк тә ауырая төшкән кеуек, ҡулым да ипкенмәй тора. Н. Мусин. Ҡанын юғалтыуҙан, ҡулы ипкенмәуҙән ныҡ йонсоған Заһиттың атырға хәле ҡалманы. Я. Хамматов.
ИПКӘ ИНДЕРЕҮ (ипкә индер-) (Р: уговорить; И.: talk into; T: razı etmek) ҡ.
1. Ҡулайға, ыңғайға килтереү. □ Уговорить, уломать кого.
2. Тейешле тәртипкә килтереү. □ Приводить в порядок что. Булмәне йыйыштырып, ипкә индереу.
ИПКӘ ИНЕҮ (ипкә ин-) (Р: становиться податливым; И.: get complaisant; T: birinin kandırmalarına kapılmak) ҡ.
1. Ҡулайға, ыңғайға килеү. □ Становиться податливым, сговорчивым, поддаваться уговорам. ■ Хәйретдин, ипкә инмәгән ҡулын ҡағыҙ өҫтөндә тыныс тоторға тырышып, хәл йыйҙы. Я. Хамматов.
2. Тейешле тәртипкә килеү. □ Упорядочиваться; приводиться в порядок. ■ Эле,нэп килгәне бирле, тормоштар, әҙ генә ипкә инеп, уҙ ярына ҡайтҡан һыуҙар кеуек, һәуетемсә юҫыҡ алғас ҡына, тағы дауыл ҡупһа, крәҫтиәндең былай ҙа биртенеп бөткән биле шартлап һынмаҫ тимә. Ә. Хәкимов.
765