ИПКӘ КИЛЕҮ
ИПКӘ КИЛЕҮ (ипкә кил-) ҡ. ҡар. ипкә инеү. ■ [Шаҡман:] Әллә ниндәй ҡырыҫ тәбиғәтле булһа ла [хан], малды күргәс, бүләктәрҙе күргәс, ипкә килер әле. К. Мәргән. Гөлбаныу ипкә килде, урындыҡ ситенә ултырып, ауыр көрһөндө лә, әле генә иренә үпкәләүен онотҡан шикелле, ихлас һөйләшергә тотондо. Н. Мусин. Саҡай башын ҡалҡытты, тормаҡ булды, аяҡтары ипкә килмәне. Б. Бикбай.
ИПКӘ КИЛТЕРЕҮ (ипкә килтер-) ҡ. ҡар. ипкә индереү. ■ Ферма йәштәре, бер ыңғайға, бер кирегә һыпырып, Таңһылыуҙы ипкә килтерә алмағас, эште комсомол йыйылышына ҡуйырға, ҡәтғи сара күрергә уҡталыша. Ә. Хәкимов.
ИПКӘ-ҺАПҠА КИЛЕҮ (ипкә-һапҡа кил-) ҡ. ҡар. ипкә инеү.
ИПЛЕ I (Р.: удобный; И.: comfortable; T.: rahat) с.
1. Эшләүгә, файҙаланыуға ҡулайлы, йәпле. □ Удобный, приспособленный. ■ Ҡа-балан-ҡарһалан ашаным да, сығып, үҙемә иплерәк һәнәк һайларға тотондом. Н. Мусин.
2. Эш-ҡылығы, хәрәкәте киҫкен түгел.
□ Сдержанный, выдержанный. Ипле хәрәкәт.
3. Әҙәп һаҡлаған, яҡшы мөғәмәләле, ихтирамлы. □ Ладный, порядочный, хороший, воспитанный, учтивый, вежливый, почтительный. ■ Ҡоҙаһы Шаҡман түрә-гә үҙенең мул һәм йомарт ҡуллы икәнен күрһәтергә теләгәйне ул былар менән, бик тә ипле, киң күңелле ҡоҙаға тап булдың бит һин, тип әйтмәксе ине. К. Мәргән. [Сабур:] Нисауа, әсәй, ҡайғырма! Һеҙ уйлағанса, ул [Һөйәрбикә] тәкәббер, һүҙ күтәрмәҫ ҡыҙ түгел, ипле бала, мына килен булып төшкәс, ҡыуанып бөтә алмаҫһығыҙ әле. Р. Өмөтбаев. • Иплегә иптәш күп. Әйтем.
4. Оҫта, маһир. □ Умелый, искусный. Уның ҡулы ипле.
ИПЛЕ II (Р: удобно; И.: comfortably; T.: rahat) р.
1. Уңайлы, йәтеш итеп. □ Удобно, сподручно, подходяще. Ҡәләмде ипле тотоу.
2. Тотанаҡлы, баҫалҡы ғына итеп.
□ Сдержанно, осторожно. Ипле йөрөү. Ипле
ҡыланыу. ■ Егор Николаевич ипле генә итеп Гәйникамалдың биленән алды, балалар һымаҡ, тубығына ултыртырға самалап ҡараны.
3. Ураҡсин.
3. Әҙәпле, тыйнаҡ ҡына. □ Вежливо, обходительно. Ипле һөйләшеү. ■ [Ғәҙилә — Зәһүрәгә:] Бик ипле күренәһең, ҡыҙым, һиңә эс серемде бушатайым әле. Ф. Аҡбулатова. [Тамашасы] ризаһыҙлығын ипле генә белдерә. Г. Ғиззәтуллина. Мин быйыл йәй күлдәк кеймәҫкә булдым, әсәй. Тәнде сыныҡтырырға кәрәк, — тип Вәзир ипле генә яуап бирҙе.
3. Биишева.
ИП Л ЕЛ ЕК (иплелеге) (Р.: сдержанность; И.: restraint; T: itidal) и.
1. Тотанаҡлылыҡ, баҫалҡылыҡ. □ Сдержанность, спокойствие, уравновешенность. Башҡорт халҡына хас иплелек.
2. Әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ. □ Вежливость, порядочность, обходительность.
3. Оҫталыҡ. □ Умелость, искусность. Һәр эшкә иплелек кәрәк.
ИПЛӘНЕҮ (иплән-) ҡ. ҡайт. ҡар. ипләү. возвр. от ипләү.
ИПЛӘП (Р: осторожно; И.: carefully; T.: ihtiyatla) р.
1. Яйлы, уңайлы итеп; уңайлап, йәтешләп. □ Осторожно, не торопясь. ■ Ҡран менән ипләп кенә вагондарҙы күтәртеп алалар ҙа бер урам рәүешендә килтереп теҙеп ултырталар. Р. Солтангәрәев. [Атаһы:] Ипләп йөрөтһәң, он иләгәндә бармаҡтарың менән матҡып тотмаһаң, оҙаҡҡа түҙер,— тигән. 3. Биишева.
2. Киҫкен хәрәкәт күрһәтмәй, йомшаҡ ҡына итеп. □ Добром, по-хорошему. Ипләп әйт, үпкәләр. ■ [Бабай — Нәфисәгә:] һиңә, ҡәрендәш, ни .. кеше менән ипләберәк һөйләшергә өйрәнергә лә ваҡыт инде. Д. Бүләков.
3. Яйлап, һүҙ яйын аңлатып. □ Как следует, как полагается, по порядку, последовательно. ■ Ғәләү ипләп һөйләп биргәс, Ҡәмәр ҡортҡаны һырыҡтырып, өйҙән ҡыуып сығарҙы ла ебәрҙе. Т. Йәнәби.
ИПЛӘП-ҺИПЛӘП (Р: потихоньку; И.: slowly; T.: yavaş) р.
Әкрен генә, яйлап ҡына. □ Медленно; потихоньку, тихонько. ■ Ҡем әйтмешләй,
766