иптәш
донъя ҡатмарлы шул: берәү ғүмерен өйҙәш үткәрә, икенселәр ата-баба йортон ипләп-һипләп кенә күтәрә. Ғ. Байбурин.
ИПЛӘТЕҮ (ипләт-) ҡ. йөкм. ҡар. ипләү. понуд. от ипләү.
ИПЛӘҮ (иплә-) (Р.: прилаживать; И.: fit, adapt (to), adjust; T.: saptamak) ҡ.
1. Тейешле, ҡулайлы хәлгә килтереү; йәтешләү, ҡулайлау. □ Прилаживать, приспособлять; подгонять. Ишекте ипләү.
2. Төҙөк, ыңғай хәлгә килтереү; йүнәтеү.
□ Поправлять, исправлять, чинить. ■ [Староста:] Һәр кем үҙенең өйө тирәһен таҙартһын, кәртә-ҡоймаһын ипләһен. Ж. Кейекбаев. [Сафа Сөләймәнович].. һирәк-мирәк кенә сәстәрен тараштырҙы, галстугын ипләне. М. Тажи. Туғыҙаҡ саңғыларына күҙ ташланы, яурынына аҫҡан мылтығын ипләне. Ә. Чаныш.
3. күсм. Тәртипкә килтереү, төҙәтеү.
□ Приводить в порядок, поправлять. Эште ипләү.
ИПЛӘШЕҮ (ипләш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ипләү, взаимн. от ипләү.
2. Һүҙ ҡуйышыу, һөйләшеү; килешеү.
□ Сговориться. Ҡыҙына ипләшеп ҡайттыҡ.
ИПМӘК (ипмәгә) и. диал. ҡар. икмәк.
ИПМӘКЛӘНЕҮ (ипмәклән-) ҡ. диал. ҡар. кәлләнеү.
ИПОСТАСЬ [рус. < гр. hypostasis ‘асыл, нигеҙ’] (Р.: ипостась; И.: hypostasis; T: tanrısal ilkeler) и.
1. дини. Христиан динендә берҙәм Алланың өс төрлө кәүҙәләнеше. □ Ипостась (термин, используемый в христианском богословии для обозначения одной из личностей Триединого Бога: Отца, Сына и Святого Духа).
2. күсм. Күрһәтелештең бер формаһы, кемдеңдер, нимәнеңдер кәүҙәләнеше. □ Ипостась (одна из форм проявления, воплощения кого-л., чего-л.).
ИПОТЕКА [рус. < гр. hypotheke ’залог’] (Р: ипотека; И.: mortgage; T: ipotek) и. иҡт.
Күсмәй торған милекте залогҡа һалыу; шул залогҡа алынған аҡса. □ Ипотека. / Ипотечный. Ипотекаға алынған фатир. ■ Банкылар егерме биш йылға ипотека
тәҡдим итә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2010.
ИПОХОНДРИК (Р: ипохондрический; И.: hypochondriac; T: hipokondriyak) с.
Ипохондрияға мөнәсәбәтле. □ Ипохондрический.
ИПОХОНДРИЯ [рус. < гр. hypochondria ‘ҡабырға аҫты’] (Р: ипохондрия; И.: hypochondria; T: hipokondri) и. мед.
Сәбәпһеҙгә төрлө нәмәнән артыҡ шикләнеү, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү хәле, күңел бошонҡолоғо. П Ипохондрия. Ипохондрия менән ауырыу.
ИППОДРОМ [рус. < гр. hippodromos < hippos ‘ат’ + dromos ‘йүгереү урыны’] (Р: ипподром; И.: hippodrome, racecourse; T.: hipodrom) и.
Ат ярыштыра торған урын. □ Ипподром. / Ипподромный. ■ Немец халҡы һәм Европа илдәренән килеп, Берлинда ат саптырыу ярыштарын ҡарарға яратыусыларҙың һорауы буйынса, Г. К. Жуков һуғыш ваҡытында ябылып торған ипподромды асырға рөхсәт биргән. «Ағиҙел», № 5, 2010.
ИПРИТ [рус.] (Р: иприт; И.: mustard gas, yperite; T.: iperit) и.
Тәндә шеш, йәрәхәт барлыҡҡа килтерә торған ағыулы газ. □ Иприт (горчичный газ). / Ипритовый.
ИПТӘШ [боронғо төрки эвдәш\ (Р: приятель; И.: friend; pal; T: arkadaş) и.
1. Бер ерҙә йәки бер эштә булып, аралашып йәшәгән кешеләр (бер-береһенә ҡарата). □ Приятель, коллега. ■ Рафиҡ бер төркөм иптәштәре менән ни тураһындалыр ҡыҙып-ҡыҙып фекер алыша ине. Л. Яҡшыбаева. Әҙерлекле иптәштәренән ҡалғас, Ишмырҙин үҙен ҡанаты ҡайырылған бөркөттәй хис итте. «Ағиҙел», № 4, 2011.
2. Эштә ярҙам итер, таяныс бирер кеше. □ Товарищ, опора. ■ [Шаҡман] оҫта һөйләшә алырҙай бер сос ҡына яугирын саҡырып алды ла, иптәшкә ике армай эйәртеп, сығарып ебәрҙе. К. Мәргән.
3. Үҙ-ара яҡын мөнәсәбәттә булған бер күңелле кешеләр; дуҫ. □ Друг ("подруга). ■ Эйе, Дамир күңелдә яҡшы тәьҫорат уятты, иптәштәренән үҙенең ҡыйыулығы,
767