ИПТӘШ-АЛҒЫШ
шаянлығы менән ҡырҡа айырылып тора. Ф. Аҡбулатова. [Сәлмән:] Иртәгеһенә район больницаһына алып барып һалғастар, унда ай буйына көн үткәрә алмайынса, ауылымды, әсәйем менән апайымды, иптәштәремде һағынып йөҙәгәнемде белһәгеҙ ине. Н. Мусин. Шунан Барһынһылыу, атаһының һа-райындағы иң яҡшы аттарҙы эйәрләтеп, еңгәһе менән иптәш ҡыҙҙарын эйәртеп, яурынына ҡошон ултыртып, сәхрәгә сығып китте, ти. «Алпамыша». • Иптәшең һуҡыр булһа, күҙеңде ҡыҫ. Мәҡәл.
4. Рәсми рәүештә өндәшеү һүҙе, күпселек осраҡта фамилияға ҡушып әйтелә. □ Товарищ (обычно при официальном обращении). ■ [Азамат:] Ну, эштәр нисек, иптәш Бикбаев? Р. Солтангәрәев. Иптәштәр, — тип гөрөлдәне ул [Зөбәйер], мөләйем күҙҙәре менән барыһына ла иркәләп ҡарап. Г. Ғиззәтуллина. [Фәйзулла ҡарт:] Иптәш бизнесмен, Ҡытай бик алыҫ ил, беҙҙең ерҙәрҙе килеп эшкәртергә уйлайһығыҙмы, әллә башҡаларға, конкрет әйткәндә, беҙҙең халыҡҡа, арендаға бирергә ниәтләнәһегеҙме? Ә. Әминев.
5. Һыңары, ише. □ Один из пары; один из парных предметов. Бейәләйҙең иптәше. Башалтайҙың иптәше.
ИПТӘШ-АЛҒЫШ (Р: близкий друг; И.: intimate / close friend; T.: yakın arkadaş) и. йыйн.
Яҡын дуҫ-иш, иптәштәр. □ Близкий друг, подруга. Иптәш-алғыш ҡыҙҙар.
ИПТӘШ-АРҠАҘАШ и. йыйн. ҡар. иптәш-алғыш.
ИПТӘШ КЕЙӘҮЕ и. этн. диал. ҡар. кейәү егете.
ИПТӘШЛЕК (иптәшлеге) (Р: товарищество; И.: comradeship; T: arkadaşlık) и.
Иптәштәрсә булған мөнәсәбәт. □ Товарищество. Иптәшлек хисе. ■ Уның [Кылыс-баевтың] балаларға булған мөнәсәбәтендә лә ниндәйҙер тиңлек, иптәшлек һиҙелеп тора.
3. Биишева.
ИПТӘШТӘР СУДЫ (Р: товарищеский суд; И.: citizens’ court; T: mahkeme) и.
Коллектив ағзаларынан һайланған, йәмғиәт тәртибен боҙоу, боларыу кеүек ваҡ
эштәрҙе ҡарай торған йәмғиәт суды. □ Товарищеский суд. ■ [Сельсоветтың] контораһы бар, шунда ултырыштары, иптәштәр суды ла уҙа. Р. Камал.
ИПКӘ-ҺАПҠА ҺАЛЫНЫУ (ипкә-һапҡа һалын-) ҡ. диал. ҡар. рәтләнеү.
ИПҺЕҘ I (Р: неудобный; И.: uncomfortable; T: rahatsız) с.
1. Файҙаланыуға ҡулайһыҙ, йәтешһеҙ.
□ Неудобный, неприспособленный. Ипһеҙ балта. Ҡу лы ипһеҙ. ■ Уның [Хәлим ағайҙың] ғүмер буйы байҙарға йорт һалып, келәт бурап кәкрәйеп ҡатҡан бармаҡтары ҡәләм тотоуға харап ипһеҙ. 3. Биишева.
2. Эш-ҡылығы, хәрәкәте абайлы, ипле түгел. □ Неумелый, неловкий. Ипһеҙ хәрәкәт.
3. Әҙәпте, ихтирамды сағылдырмаған, тупаҫ, киҫкен. □ Необходимый, неучтивый. Ипһеҙ һүҙ.
ИПҺЕҘ II (Р: неудобно; И.: awkwardly; T: rahatsız) р.
1. Уңайһыҙ итеп. □ Неудобно. Салғыны ипһеҙ тотоу.
2. Алдын-артын уйламайынса; абайһыҙ.
□ Неосторожно; неосмотрительно. Ипһеҙ йөрөү.
3. Тотанаҡһыҙ, әҙәпһеҙ рәүештә. □ Несдержанно, резко, нетактично. Ипһеҙ һөйләү.
ИПҺЕҘ Л ЕК (ипһеҙлеге) (Р: неудобство; И.: inconvenience, discomfort; T: rahatsızlık) и.
1. Эш-хәрәкәт өсөн яйһыҙ шарт, уңайһыҙлыҡ. □ Неудобство, неудобное положение чего-л., неловкость. ■ Табын, баяғы ипһеҙлектән арынып, ҡабат геүләй башланы. Ә. Хәкимов.
2. Тотанаҡһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек. □ Невежливость, нетактичность. Ҡешегә ҡарата ипһеҙлек күрһәтеү.
ИР [дөйөм төрки эр/ер ‘ир, ҡаһарман’] (Р: мужчина; И.: man, male; T: er) и.
1. Ҡатын-ҡыҙ затына ҡапма-ҡаршы енестән булған кеше. □ Мужчина. / Мужской. Ир ҡиәфәтле. Ир сырайлы. ■ [Егор Николаевич:] Ни тиһәң дә, иллегә яңы аяҡ баҫып ҡына торған саҡ, тормош ләззәттәренән ваз кисер мәл етмәгән әле, ҡалған ғүмерҙе
768