ИР
ир аҡылы менән генә хозурлыҡта үткәрергә ине. 3. Ураҡсин. Үлемесле алышта ирҙәр баш һалған, кубеһе кире ҡайтмаған. Р. Камал. Аш ашап бөткәс, ирҙәр тышҡа сығып, һалҡын алып инделәр. Ж. Кейекбаев. Көҙгөнән уға ҡуйы ҡара ҡашлы, уткер ҡарашлы, тура танаулы мөләйем генә ир ҡараны. Д. Бүләков. Буйға ул [Аслай] артыҡ оҙон булмаһа ла, бик киң яурынлы, көсө менән даны сыҡҡан ир ине. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Ир намыҫы һынмаҫ, бығау һыныр, әйләнеп ук ҡайтырмын был яҡҡа. Халыҡ йырынан. • Ат башына эш төшһә, ауыҙлыҡ менән һыу эсер; ир башына эш төшһә, итеге менән һыу кисер. Мәҡәл. Атың барҙа юл таны, ашың барҙа ир таны. Әйтем. Ат юлда, ир яуҙа һынала. Әйтем. Булаһы ир алты йәшендә башмын тиер, булмаҫ ир алтмышта ла йәшмен тиер. Мәҡәл. Иҙел кисмәй — ир булмаҫ. Мәҡәл. Йәш ирҙең хыялы йәш, ҡарт ирҙең теләге йәш. Әйтем. Өйөрөн ташлаған малды буре алыр, илен ташлаған ирҙе гур алыр. Әйтем. Кулде ҡамыш матурлай, ирҙе намыҫ матурлай. Әйтем. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ — һәр кешенең эшелер, яманлыҡҡа яҡшылыҡ — ир кешенең эшелер. Мәҡәл. Ирҙең юлдашы ла — ат, моңдашы ла — ат. Әйтем. Ил яҙмышы — ир яҙмышы. Әйтем. Ир илендә ҡәҙерле. Әйтем. Ир — Тыуған илендә, ат — туйған ерендә. Әйтем. Ир бала — йортҡа терәк, ҡыҙ бала — йорт эсендә биҙәк. Әйтем. Ир батырлығына таянһа, ҡатын матурлығына таяныр. Әйтем.
2. Шул енестең малай, үҫмерлек йәшенән үткән кешеһе. □ Мужчина. Ир йәшенә етеү. ■ Тиҫтерҙәре ир сифатына кереп, мыйыҡ ҡыра башлағанда, ул [Әхтәм] ҡаҡса ғына уҫмер малайҙы хәтерләтә ине әле. Ә. Хәкимов.
3. Батыр, ғәйрәтле, булдыҡлы, тоғролоҡло һ. б. иң яҡшы сифаттарға эйә (кеше). □ Мужчина, герой. ■ Алланың ҡөҙрәте киң, илдә башлы ирҙәр ҡалғандыр әле: ниңә башҡортҡа ла диңгеҙ айғырын эйәрләп ҡарамаҫҡа?.. Б. Рафиҡов. Улар [юлдаштары], Карабайҙың иҫ киткес ҡыйыулығына таң ҡалып, батыр ир икәнһең, тип һоҡланалар. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маян
һылыу». Ергенәйе алтын, һыуы һалҡын, башҡорт ере кеуек ер ҡайҙа? Дошманына тоҫҡап уҡ атыусы, башҡорт ире кеуек ир ҡайҙа? Халыҡ йырынан. • Ирмен тигән ир эсендә эйәрле-йугәнле ат ятыр. Мәҡәл. Иле барҙа — ир хур булмаҫ, ир барҙа — ил хур булмаҫ. Мәҡәл.
4. Ҡатын менән никахта булған, өйләнгән кеше (ҡатынына ҡарата). □ Муж, супруг. И Маҡтанырлығы куп ине Кәлимәнең: ире ҙур урында эшләй, тормошо етеш. Г. Ғиззәтуллина. • Ир — баш, ҡатын —муйын. Мәҡәл. Ир — беләк, ҡатын — терәк. Әйтем. Ир аты менән, ҡатын ире менән маҡтаныр. Әйтем. Ир биреу — йән биреу. Әйтем. Ир килтерә белһен, ҡатын еткерә белһен. Әйтем. Ир курке — ҡатын, ҡатын курке — ир. Әйтем. Ир ҡанаты ат булыр, ҡатын ҡанаты ир булыр. Әйтем. Ир менән ҡатын араһына ингәнсе, ике ут араһына ин. Әйтем. Ир менән ҡатын — икеһе лә бер ҡамырҙан әүәләнгән. Әйтем. Ир менән ҡатын икеһе бер сыбыҡтан ҡыуылған. Әйтем. Ир менән ҡатындың тупрағы бер. Әйтем. Ир таба, ҡатын тота. Әйтем. Ирҙе ҙур иткән дә ҡатын, хур иткән дә ҡатын. Әйтем. Ирҙе әҙәм иткән дә ҡатын, әрәм иткән дә ҡатын. Әйтем.
5. купл. Ир-ат өсөн тәғәйенләнгәнлекте аңлатҡанда ҡулланыла. □ Мужской. Ирҙәр кейеме. Ирҙәр эше.
♦ Ир йөрәкле ысын ирҙәргә хас холоҡло. □ Смелый, мужественный. ■ Хаммат уҙенең ҡырҡыу, талапсан, ләкин ғәжәп ғәҙел холоҡло, ир йөрәкле әсәһен ныҡ ярата, ысын күңелдән хөрмәт итә. 3. Биишева. Ирмен тигән ир батыр, намыҫлы, шәп ир-егет. □ Настоящий мужчина (высшая похвала мужчине). Я Ирмен тигән егеттең әйтер һүҙе хаҡ булыр, күңеле уның аҡ булыр, яман эштән һаҡ булыр, ҡурҡаҡ булмаҫ ирбатыр, өркәк булмаҫ ир-батыр. Ҡобайырҙан. Ир тиһәң, әү тиер мыҫҡ. ир-атты кәмһеткәндә әйтелә. □ Тоже мне мужчина! Уй, иреңде мыҫҡ. кешенең берәй эш-ҡылығынан көлөп, мыҫҡыллап әйтелә. □ Тоже мне мужчина! ■ Уй, иреңде, нимә һөйләп ултырған була бит. һай, иренде ир-аттың берәй эшен,
25— 1.0116.12
769