Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 770


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРАДА
ҡылығын хуплап, ҡеүәтләп әйтелә. □ Вот это мужчина! һай, иреңде, ат өҫтөндә нисек ултыра ла, юрғаһын ҡайһылай оҫта юрғалата.
ИРАДА [ғәр. Sûijl] (Р/ намерение; И.: intention; wish; T.: irade) и.
Ниәт, теләк. □ Намерение, желание, охота, добрая воля. ■ Бикйән эргәһендәге Бәйембәт ҡартҡа .. уҙенең көрәшергә ирадаһы барын белдерҙе. Әкиәттән.
ИР АЗАМАТЫ (Р.: настоящий мужчина; И.: real man; T.: gerçek bir erkek) и.
Ысын ир исеменә лайыҡ кеше. □ Настоящий, достойный мужчина. ■ Тимерхан ҡырҡтарға етеп килгән ир азаматы ине. Ә. Хәкимов.
ИРАҠ (Р.: иракец; И.: Iraqui; T.: Iraklı) и. этн.
Ираҡ дәүләтенең башлыса ғәрәптәрҙән торған халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе. □ Иракец. / Иракский. Ираҡ кешеһе. Ираҡ халҡы. Ираҡ ир-аты.
ИРАН (Р: иранец; И.: Iranian; T.: îranlı) и. этн.
Иран дәүләтенең нигеҙҙә фарсыларҙан торған халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе.
□ Иранец. / Иранский. Иран ҡатын-ҡыҙы. Иран халҡына хас һыҙаттар.
ИРАНИСТ [рус.] (Р: иранист; И.: expert in Iranian studies, matters; T: Iran çalışmaları uzmanı) и.
Иранистика буйынса белгес. □ Иранист. Иранистар кәңәшмәһе.
ИРАНИСТИКА [рус.] (Р: иранистика; И.: Iranistics; T.: İran çalışmaları) и.
Иран төркөмөнә ингән халыҡтарҙың телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен өйрәнеүсе фәндәр. □ Иранистика.
ИРАН ТЕЛДӘРЕ (Р: иранские языки; И.: Iranian languages; T.: İran dilleri) и. лингв.
Һинд-Европа телдәре ғаиләһенә ингән туғандаш телдәр төркөмө (фарсы, афған, тажик, осетин, курд, талыш, тат һ. б.).
□ Иранские языки. ■ Бер төркөм ғалимдар (П. И. Лерх, В. П. Наливкин, Н. А. Аристов һ. б.) борон Урта Азияла иран телдәренең береһендә һөйләшкән һарт тигән ерле халыҡ,
ҡәбилә булған, аҙаҡ ул төркиләшкән, тигән фекерҙә торалар. Б. Байымов.
ИРАН ТЕЛЛЕ (Р: ираноязычный; И.: Iranian speaking; Т.: Iran) с.
Иран телдәренең береһендә һөйләшкән.
□ Ираноязычный. Иран телле халыҡтар.
■ Көньяҡ Уралда иран телле ҡәбиләләренең йәшәгәнлектәре башҡорт топонимияһында ла (ер-һыу, тау-таш, ауыл, урын исемдәре) сағылып ҡалған. М. Сәғитов.
ИРАН ТУҠРАНБАШЫ (Р: клевер персидский; И.: Iranian clover; T.: Iran üçgülü) и. бот.
Ҡәнәфер сәскәһе төҫлө, сәскәләре баллы ҡыҫҡа һабаҡлы бер йыллыҡ үҫемлек.
□ Клевер персидский (лат. Trifolium resup-inatum). Иран туҡранбашы уҫтереу.
ИР-АРЫҪЛАН и. ҡар. ир-батыр.
■ [Хужабикә — Аллабирҙе менән Йылҡыбай-ға:] Һеҙгә, ир-арыҫландар, әуәл шул мәғлум булһын: минең атайым Ҡыҙрас атлы булып, уның йәйләу ерҙәре бынан, яҡшы атта барғанда, бер утыҙ көнлөк юл ашаһында ята. «Алдар менән Зөһрә». Ир-арыҫлан булһаң, иш курәләр, ҡайһы ғына ергә барһаң да. Халыҡ йырынан.
ИР-АТ [боронғо төрки эр-ат\ (Р.: мужчины; И.: men; males; T.: erat) и. йыйн.
Ирҙәр. □ Мужчины, вообще мужской пол. / Мужской. ■ Ә ысын ҡатын-ҡыҙҙы ир-ат тиҙ тоя, — тине рәссам. Г. Ғиззәтуллина. Һәр кем уҙ эше менән мәшғул, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға усаҡ тирәһендә урала, ир-ат ер ҡаҙа, нимәлер ҡора. 3. Ураҡсин. Ихата алдында ир-ат, тәмәке тартып, ғәмһеҙ генә гәпләшә ине, шунан уҙҙәренә табан атлаған кешене куреу менән тынып ҡалдылар. Р. Солтангәрәев. • Ир-ат өйҙә ултырһа ла, куңеле тышта, ҡатын-ҡыҙ тышта йөрөһә лә, куңеле өйҙә. Әйтем.
ИРБАЛДЫҘ и. диал. ҡар. ҡәйнеш.
ИРБАСЫ и. бот. диал. ҡар. абаға.
ИР-БАТЫР (Р.: богатырь; И.: (epical) hero; strong / powerful man; T.: bahadır ) и.
Ғәйрәте, батырлығы менән танылған ир; ир-арыҫлан. □ Смелый, сильный мужчина, богатырь. Ир-батырҙар куберәк тыуһа,
770