Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 771


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРҘӘН
илгә тыныслыҡ килер, ■ Ҡурҡаҡ булмаҫ ирбатыр, өркәк булмаҫ ир-батыр; ир-егеттең эсендә эйәрле, йүгәнле ат ятыр. Ҡобайырҙан.
ИР БАУЫРЫ (Р.: мужчина-молодец; И.: fine young man; T.: koç yiğit) u.
Һәйбәт, хуш күңелле ир. □ Мужчина-молодец.
ИРБИС (Р.: ирбис; И.: snow leopard; T.: kar parsı) и. зоол.
Үҙәк Азия тауҙарында йәшәгән эре йыртҡыс бесәй. □ Ирбис (лат. Panthera unda).
ИР БУЛЫУ (ир бул-) (Р: стать мужчиной; И.: become of age (of men); T.: er olmak) ҡ.
1. Нығынып, үҫеп етеү; бәлиғ булыу.
□ Стать мужчиной, возмужать, достигать совершеннолетия. М Фәҡир кешеләрҙең балаһы нужа күрә-күрә ир була. Халыҡ йырынан.
2. Ысын ирҙәргә хас холоҡ күрһәтеү.
□ Проявлять мужской характер, быть настоящим мужчиной.
ИРБӘҘЕ и. ҡар. ирәүән II.
ИРГЕ [рус.] (Р: ирга; И.: shadbush, shadwood; T.: taşarmudu) и. бот.
Роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бейек булмаған ағас йәки ҡыуаҡ. □ Ирга (лат. Amelanchier). Ирге емеше.
ИРГӘ и. диал. ҡар. ниргә.
ИРГӘЙЕЛ (Р: карлик; И.: dwarf, pygmy; T.: cüce) и.
1. Бик бәләкәй кәүҙәле кеше; кәрлә.
□ Карлик, пигмей, лилипут. / Карликовый. ■ Урман батыр ишекте асҡан. Ҡараһа, алдында үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш бер иргәйел ҡарт тора, ти. Әкиәттән.
2. Бик бәләкәй йәнлек йәки үҫемлек.
□ Карлик. / Карликовый. ■ Халыҡ Ҡалатау битләүендә ағас йыҡмай, бында йөҙйәшәр тирәктәр, ҡарт ҡарамалар, иргәйел өйәңкеләр түш кирә, бында баланы, ҡарағаты, тәлгәш-тәлгәш муйылы ҡотороп уңа... Р. Камал.
ИРГӘ КИТЕҮ (иргә кит-) ҡ. диал. ҡар. кейәүгә сығыу.
ИРГӘЛӘШЕҮ (иргәләш-) ҡ. диал. ҡар. һүҙләшеү.
ИРГӘНӘК (иргәнәге) и.
1. ҡар. иргәйел.
2. һөйл. Ысын ир тип әйтерлек булмаған ир-ат; ир йораты. □ Никчемный мужчина, никудышный мужчина. Иргәнәк булып тыуыу.
ИРГӘ СЫҒЫУ (иргә сыҡ-) ҡ. ҡар. кейәүгә сығыу.
ИРҒАҘАҠ (Р: мужеподобная женщина; И.: gynandrous (female); T.: erkeksi kadın) и. диал.
Холҡо ирҙәрсәрәк булған ҡатын-ҡыҙ.
□ Мужеподобная женщина. Ирғаҙаҡ булыу.
ИРҒАЛҠАН (Р: проломник; И.: andro-sace (plant); T.: androsas) и. бот.
Тәүсәскәләр ғаиләһенә ҡараған ваҡ аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл сәскәле бер өйкөм булып үҫкән күп йыллыҡ үлән. Күберәк болонда, урман һыртында үҫә. □ Проломник (лат. Androsace). Ирғалҡан йыйыу.
ИРҒОРҪАҠ (Р: бесплодная женщина; И.: sterile, infertile female; T.: kısır) и. диал.
Бала таба алмаған ҡатын. □ Бесплодная женщина. Ирғорҫаҡ булыу.
ИРҒЫЛСЫҠ (ирғылсығы-) (Р: райграс; И.: ryegrass; T.: delice otu) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, мал аҙығы өсөн ҡулланылған үҫемлектәр; арыш үлән. □ Райграс (лат. Arrhenatherum elatius).
ИРГӘЛӘШЕҮ (ирғәләш-) ҡ. диал. ҡар. талашыу. Иргәләшеп китеү.
ИРҘАУАЙI и. диал. ҡар. ирғаҙаҡ.
ИРҘАУАЙ II (Р: смелый; И.: brave; T.: cesur) с.
Тартынып, оялып тормаусан; баҙнатсыл.
□ Смелый, боевой. Ирҙауай бала. Ирҙауай булыу.
ИРҘАУАЙ III (Р: старательно; И.: studiously, assiduously; T: özene özene) р. диал.
Тырышып, бөтә күңелен биреп. □ Старательно. Ирҙауай эшләй ул.
ИРҘЕДӨР (Р: андромеда; И.: bogrosemary; T: yabani biberiye) и. бот.
Арсалылар ғаиләһенә ҡараған мәңге йәшел шар кеүек йомро сәскәле ҡыуаҡ. □ Андромеда, подбел (лат. Andromeda).
ИРҘӘН и. зоол. диал. ҡар. ирлән I.
25*
771