Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 772


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРҘӘР КАМЗУЛЫ
ИРҘӘР КАМЗУЛЫ (Р.: мужской камзол; И.: men’s camisole; T: erkeklerin ceketi) и.
Түңәрәк текә яғалы, бер нисә төймәле, тура билле, биҙәүһеҙ камзул. □ Мужской камзол.
ИРҘӘРСӘ (Р.: по-мужски; И.: in a masculine way; T: erkekçe) р.
1. Ирҙәр кеүек. □ Как мужчина, по-мужски, на мужской лад. ■ Ҡайҙан ул [Әҙибә] былай ирҙәрсә ҡолас менән, һәлмәк, көслө һәм куп тармаҡлы итеп яҙа белә? Г. Ғиззәтуллина. Сабирйән һарайҙың ишеген шар асып ҡуйған, Әлфирә лә ирҙәрсә еңен төргән. Р. Камал.
2. кусм. Ирҙәргә хас булғанса. □ Мужественно, смело. Үлемде ирҙәрсә ҡаршылау. ■ Эш урыны менән генә тугел, буй-һыны, ирҙәрсә һылыулығы, уҙен тотошо, хатта тәкәбберлеге менән дә айырылып торған идаралыҡ начальнигы Князевтың һуҙен иғтибарға алманы. Р. Солтангәрәев. [Етембай] әле генә ирҙәрсә һөйләшә ине, әле — яңынан бала. Б. Рафиҡов.
ИРҘӘҮКӘ (Р: мужеподобная женщина; И.: gynandrous (female); T: erkeksi kadın) и.
Холҡо ирҙәрсәрәк булған ҡатын-ҡыҙ. □ Мужеподобная женщина. ■ [Әлфирә] хатта теш араһынан төкөрөргә өйрәнеп алған, бисәләргә һыны тартмаған. Ирҙәукә. Р. Камал. • Ирҙәукә булһа — ҡатының яу; ҡатынша булһа — ирең яу. Мәҡәл.
ИРҘӘҮКӘЛӘНЕҮ (ирҙәүкәлән-) (Р: иметь мужские манеры; И.: have mannish manners; T.: erkekleşmek) ҡ.
Ирҙәр кеүек ҡыланыу. □ Иметь мужские манеры, вести себя как мужчина (о женщине). ■ [Аллаяр:] Әҙәм мәсхәрәһе! Шул ҡәҙәре ғаләм алдында ирҙәукәләнеп сапсып сыҡты [Гөлйөҙөм]. Ф. Иҫәнғолов.
ИР-ЕГЕТ (Р: мужчины; И.: men; T: erat) и. йыйн.
Батыр, булдыҡлы, ҙур эштәргә һәләтле, көслө, ғәйрәтле ирҙәр. □ Мужчины; молодцы. ■ Яуҙа ла, көнитмештә лә ат — ышаныслы ярҙамсы. Шуға ла бит инде йырау-сәсәндәр атты маҡтап йыр сығара, уны ир-егеттең ҡанаты тип алҡышлай. Ә. Хәкимов.
Әле ҡасан ғына ғорур ҡиәфәттә кукрәп ултырған тирәк ҡайрыһы һыҙырылған ҡороған ағасҡа, бына тигән ир-егеттәр бер мәйеткә әурелә. Р. Солтангәрәев. Әй-й, ҡайҙа ғына ятып ҡалманы ир-егеттәрҙең баштары!.. 3. Биишева. Ир-егеткәйҙәрҙең ҡәҙерҙәрен ил белмәһә, баяр белерме? Халыҡ йырынан. Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр курмәй ир-егеткәй менән ат башы. Халыҡ йырынан. • Ир-егеттең эсендә эйәрле-йугәнле ат ятыр. Мәҡәл. Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр. Әйтем. Ир-егет — ил көҙгөһө. Әйтем. Ир-егеттең яҡшыһы ил менән. Әйтем. Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр. Әйтем. Ир-егеттең юлдашы — тәуәккәллек. Әйтем. Ир-егет бер көрәштә ике йығылмаҫ. Әйтем. Ир-егетте юлдашына ҡарап беләләр. Әйтем.
ИР-ЕГЕТЛЕК (ир-егетлеге) (Р: молодечество; И.: display of courage; boldness; T: babayiğitlik) и. йыйн.
Ысын ирҙәргә хас батырлыҡ, намыҫлылыҡ һ. б. күркәм сифаттар. □ Молодечество, удаль, отвага. ■ Бөркөт образы — халыҡ аңында ир-егетлек, батырлыҡ символы. Ф. Нәҙершина.
ИРЕГЕҮ I (ирек-) (Р: бездельничать; И.: idle, loaf; mike; T: boş gezmek) ҡ.
1. Эшһеҙ, хәрәкәтһеҙлектән йонсоу, ял-ҡыу. □ Бездельничать. • Иреккән бала атаһының һаҡалы менән уйнар. Мәҡәл. Иреккән эт эйәһен тешләй. Әйтем.
2. Иреккә сығып рәхәтләнеү, иреккә кинәнеү. □ Чувствовать себя вольно, свободно. Ирегеп йөрөу.
ИРЕГЕҮ II (ирек-) ҡ. диал. ҡар. ирәйеү 1. ИРЕГЕҮ III (ирек-) ҡ. диал. ҡар. иренеү. ИРЕГӘН МАЙ и. диал. ҡар. һары май.
ИРЕК I (ирке) [дөйөм төрки эрик, эриг] (Р: воля; И.: liberty; T: erinç) и.
1. Бер кемгә бәйле булмаған, бер кем борсомаған, азат, иркен хәл; шәхси азатлыҡ. □ Воля, свобода. Ирек яулау. Ирек даулау. Иреккә сығыу. ■ Иреккә, иркенгә юл ярырға ашҡынып, бөгөл һайын шыңғырап аҡҡан кескәй ағын йылғалар ҙа, берсә ағастарҙың йәшел көмбәҙе аҫтына йәшенеп,
772