Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 773


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРЕКЛЕ
берсә текә, ҡаҡ түбәләргә үрелеп, алға, билдәһеҙ алыҫлыҡтарға үрмәләгән. 3. Биишева. Шунан батыр уйлай: «Минең иркем бар, менергә айғырым бар. Нишләп әле мин бында ятам?» Әкиәттән. • Бүрек баҙарҙа һатылһа ла, ирек баҙарҙа һатылмай. Мәҡәл.
2. Кешенең үҙ маҡсаты, үҙ теләге менән эш-хәрәкәт ҡылыу мөмкинлеге; ихтыяр.
□ Воля, право. ■ Ҡолой кантонды ла бай тиҙәр,.. үҙ хөкөмө уның үҙ ҡулында, ни ҡылһа ла, ирке бар, тиҙәр. Халыҡ йырынан. • Ҡайҙан ҡолаҡ сығарһа ла ҡаҙансының ирке бар. Мәҡәл.
3. Күңел теләге, ихтыяр. □ Воля, желание. Үҙ иркең менән эш итеү. ■ Егет кенә, меҫкен, ни хәл итһен, юл булмағас уның иркенә. Халыҡ йырынан.
4. Иҙеү, ҡыҫыуҙар булмағанлыҡ; азатлыҡ, хөрриәт. □ Свобода, воля; независимость. Иректә йәшәү. Ирек алыу. Ирек бөтөү.
5. Тотҡонлоҡта, һаҡ аҫтында булмаған, азат хәл. □ Свобода, воля. ■ Ялланып тоҙ ҡаҙыусылар иректә булһа ла, далаға китеп йөрөр урын юҡ, яҡын тирәлә тоҙло күлдәрҙән башҡа эсәр һыу ҙа, бит-ҡул йыу ар күл дә, шишмә лә тапмаҫһың. 3. Ураҡсин. Уны [Әҙибәне] 1943 йылдың ғинуарында иреккә сығарҙылар. Г. Ғиззәтуллина.
6. күсм. Аулаҡ урын, иркен ер; сәхрә.
□ Простор. Малдарҙы иреккә сығарыу.
♦ Үҙ иркең йәки үҙ иркендә кемдеңдер эшенә ҡыҫылырға, ҡатышырға теләмәгәнде белдереп әйтелә. □ Воля твоя. Үҙ иркең, нисек теләйһең шулай хәл ит.
ИРЕК II (иреге) (Р.: дубитель; И.: tanning agent, tannin; T.: sepileyici madde) и. этн.
Тире иләгәндә уны йомшартып алыу өсөн махсус әҙерләнгән әсетмә (ғәҙәттә, әсе ҡатыҡҡа, эркеткә арыш оно, он эреһе һалып әсетеп әҙерләнә). □ Дубитель (специальный раствор для вымачивания шкуры при дублении ). Тирене иреккә һалып эшкәртеү.
ИРЕК АҒАСЫ (Р: приспособление для выделки шкуры; И.: appliance for tanning; T: sepilemek aleti) и. этн.
Асалы ағасҡа тимер беркетелеп яһалған тире иләү ҡорамалы. □ Приспособление для выделки шкуры.
ИРЕК АШАУ (Р: смягчение; И.: softening; T: yumuşatma) и.
Ирек (II) ятып йомшарыу, бешеләнеү (тирегә ҡарата). □ Смягчение, дубление в дубительном растворе (о шкуре).
ИРЕК БИРЕУ (ирек бир-) (Р: давать волю; И.: let oneself go; let go; T: izin vermek) ҡ.
Ниҙер эшләүгә юл ҡуйыу, мәшәҡәтләнеү; форсат биреү. □ Давать волю. ■ Тәбиғи тыйнаҡлығы, тәрбиәһе күҙенә ялыныслы текләп торған кешенең үтенесен тота килеп кире ҡағырға ирек бирмәне Инсафҡа. Р. Камал. Уның [Йәмиләнең] бер ваҡытта ла көнләшеп ире артынан эйәреп йәмһеҙләшкәне, уның йөҙөн йыртҡаны йәки үҙен кәмһетергә ирек биргәне юҡ. Г. Ғиззәтуллина. Дағалы тояҡтарҙан ырғыған ҡар киҫәктәре Алтын-байҙың битенә, түшенә тап-топ бәрелә, күҙен асырға ла ирек бирмәй. 3. Ураҡсин. Хан булып алғас, Хөсәйен халыҡҡа ирек биреп, рәхәт йәшәтә башлаған, ти. Әкиәттән.
ИРЕК ҠЫЛЫУ (ирек ҡыл-) ҡ. ҡар. ирек биреү.
ИРЕКЛЕ (Р: вольный; И.: free; T: özgür) с.
1. Бер кемгә буйһонмаған, үҙ ихтыяры менән йәшәй торған, азат. □ Вольный, свободный. Ирекле йән. Ирекле күңел. ■ [Таңһылыу:] Ҡасан мин азат, ирекле зат булырмын, ҡасан мин йән тыныслыҡтары табырмын? Р. Камал.
2. Үҙ теләге, үҙ ихтыяры менән эш итеү мөмкинлеге булған. □ Вольный. ■ Вәлишин йортонда үҙен ни тиклем ирекле тоймаһын, бары тик бөтмөрлөгө, тырышлығы арҡаһында ғына уның [Шәрғиәнең] һүҙе һүҙ була торғайны. Ә. Хәкимов.
3. Иҙелеп, ҡоллоҡта йәшәмәгән, бойондороҡло булмаған. □ Независимый. ■ Ағайҙар, — тине Хәмзә, — беҙҙең эш ер һатыу менән генә бөтмәй, эш үҙебеҙҙе үҙебеҙ һатыу менән, ирекле ҡолдар булыу менән бөтәсәк. Ғ. Хәйри. [М. Өмөтбаевтың] бер шаршау-лыҡ «Көтөүсе» пьесаһында ла шул уҡ йылдарҙағы милләтселек хәрәкәте, граждандар
773