Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 774


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРЕКЛЕ-ИРЕКҺЕҘҘӘН
һуғышы ваҡиғалары яҡтыртыла. Ярлы халыҡтың ирекле тормошҡа, ысын бәхеткә, тиңлек-тигеҙлеккә ынтылышы пьесалағы Ирекбай, Алтынбай, Түләбай, Хаят, Шәмсиә, Әҡлимә, Хәмиҙә образдарында яҡты сағылыш ала. И. Бүләков. [Тимашев:] Шулай ҙа һин [Алтынбай] крепостной тугел, ирекле хеҙмәтсеһең. Ана, дурт яғың ҡибла! 3. Ураҡсин.
4. Тотҡонлоҡ хәлендә булмаған, әсир түгел, азат. □ Свободный, вольный. ■ Дилбәр иһә ишеткәндәренең ысынлығына һаман ышанмай, хәҙер-хәҙер артынан ҡыуып килеп етерҙәр ҙә, ҡарар яңылыш булған, һин — ирекле, тип әйтерҙәрен көтә, шуға курд атларға теләмәй. Г. Ғиззәтуллина.
5. Айырым кешеләрҙең үҙ теләктәре, үҙ ихтыярҙары менән ойошторола торған һәм ойошторолған. □ Добровольный. Ирекле йәштәр отряды.
6. һәр кемдең теләгенә ҡуйылған, һис кемгә тыйылмаған; ихтыяр. □ Свободный. Ирекле матбуғат. Ирекле сауҙа.
♦ Ирекле көндән үҙ иркең, үҙ теләгең менән эш итеү мөмкинлеге була тороп, бар көйө. □ По своей воле. Ирекле көндән ошо хәлдә йөрөй тиһеңме? Ирекле ҡош кеүек ирке сикләнмәгән, ысын иректә булған.
□ Как вольная птица. ■ [Гизелла:] Мин хәҙер ирекле ҡош, яҙмышымды теләһә ниндәй ойошма келәтенә бикләп йәшәткем килмәй. С. Поварисов. Ҡыҙ булғансы, булһам ирекле ҡош. Тотҡон булмаҫ инем донъяла. Б. Бикбай.
ИРЕКЛЕ-ИРЕКҺЕҘҘӘН (Р.: поневоле;
И.: willy-nilly; T.: ister istemez) р.
Теләк булмаған көйгә, ирекһеҙ көндән.
□ Волей-неволей, поневоле. ■ Аран ҡапҡаһы шар асылып китте, беҙҙекеләр сығып сафҡа теҙелде. Окоптарҙа йәнәш ятҡан, бергәләп ирекле-ирекһеҙҙән ҡан ҡойған яуҙаштарбыҙ. Ә. Хәкимов.
ИРЕКЛЕК (иреклеге) (Р.: вольность; И.: liberty, freedom; T: özgürlük ) и.
1. Теләгеңә, маҡсатыңа ярашлы нәмә, теләгән нәмәне эшләй алыу мөмкинлеге; ирек. □ Вольность, свобода. ■ [Колайөрөк] иреклекте һиҙгәс, тағы ла ғәйрәтләнде ул,
ҡойроҡтарын күтәреп, көтөүен эҙләгән аҙау айғыр кеуек ғәйрәтләнеп, кешнәп ебәрҙе. С. Ильясов. Шулай ҙа һолтанбай иреклекте, кемдеңдер алдында баш эймәй йәшәүҙе артыҡ күрә. Н. Мусин.
2. Сәйәси һәм иҡтисади яҡтан бойондороҡһоҙ хәл; азатлыҡ, ирек, иреклелек. □ Независимость. ■ Ағиҙел туғайҙарында, иҙеүҙәрен сисеп ебәреп, иркен йәшәргә өйрәнгән хөр башҡорт балаһыбыҙ. Беҙгә хөрлөк — иреклек кәрәк. И. Насыри.
3. Тотҡонлоҡтан азат хәл. □ Воля. Иреклеккә сығыу көндәре яҡынлаша.
4. Билдәле бер әлкәлә сикләүһеҙ, тыйыуһыҙ һәм ҡаршылыҡһыҙ эш итә алыу мөмкинлеге. □ Свобода. Матбуғат иреклеген ҡыҫыу.
ИРЕКЛЕЛЕК (иреклелеге) и.
1. ҡар. иреклек 1.
2. фәлс. Тәбиғәт һәм йәмғиәттең үҫеш закондарын танып белеү нигеҙендә кешенең үҙ теләктәрен һәм маҡсаттарын тормошҡа ашыра алыу мөмкинлеге. □ Свобода.
ИРЕКЛЕНӘН (Р: по своей воле; И.: of one’s free will; T: kendi isteğiyle) р.
Үҙ ирке менән. □ По своей воле, добровольно. ■ Шәйехтең Таһранға килеүе Сәйфтең күңелен шомландырҙы. Ирекленән алыҫ юлға сығып китәме ни һикһәнгә етеп килгән ҡарт? Ә. Хәкимов. • Ирекленән ас торған ирекһеҙҙән үҙенә ҡәбер ҡаҙыр. Мәҡәл.
ИРЕКЛЕ ТЫҢЛАУСЫ (Р: вольнослушатель; И.: auditor (student); T: gündüzlü öğrenci) и.
Юғары уҡыу йортона ҡабул ителмәһә лә, лекцияларға һәм башҡа дәрестәргә йөрөргә рөхсәт алған кеше. □ Вольнослушатель. Ирекле тыңлаусыларға дөйөм ятаҡтан урын бирелмәй. ■ Ул [Нурислам] профессорҙың кәңәшен тотоп, Көнсығыш телдәре институтына ирекле тыңлаусы сифатында ғәрәп, фарсы теле дәрестәренә йөрөй. Ә. Хәкимов.
ИРЕКЛЕ ТӘРЖЕМӘ (Р: свободный перевод; И.: free translation; T: serbest çeviri) и.
Текстың төп нөсхәһе һүҙмә-һүҙ тура килмәгән, мәғәнәүи яғынан тура килтерелгән
774