Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 775


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРЕМТӘЛЛЕК
яҡынса тәржемә. □ Свободный перевод. Ирекле тәржемә итеу.
ИРЕКЛӘНЕҮ (иреклә-) ҡ. төш. ҡар. ирекләү 1. страд, от ирекләү 1. Ирекләнгән тирене эшкәртеу.
ИРЕКЛӘҮ (иреклән-) (Р.: дубить кожу; И.: tan; T.: sepilemek) ҡ.
1. Тирене иреккә һалып әсетеү. □ Дубить кожу. Тире ирекләу.
2. диал. ҡар. ирәкләү 1.
ИРЕКЛӘҮСЕ МАТДӘЛӘР (Р.: дубильные вещества; И.: tanning agents, tannin; T.: sepile maddeleri) и.
Яһалма күп атомлы фенолдарҙың ҡушылмаһы (купселек уҫемлектәрҙә куҙәтергә мөмкин. Мәҫәлән, алманы йәки бәрәңгене әрсегәндә ҡулдарҙың ҡарайыуында куренә айва ағасында был матдә бик куп кимәлдә). □ Дубильные вещества. XX быуатҡа тиклем яҙыу ҡараһын ирекләусе матдәләрҙән эшләгәндәр.
ИРЕКЛӘҮСЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР (Р: дубильные растения; И.: tanning plants; T.: sepile bitkiler) и. бот.
Составында ирекләүсе матдәләр булған үҫемлектәр. □ Дубильные растения. Шыршы, имән, ҡарағас ағастары иң мөһим ирекләусе уҫемлектәр булып иҫәпләнә.
ИРЕКТЕРЕҮ (иректер-) ҡ. йөкм. ҡар. ирегеү I. понуд. от ирегеү I.
ИРЕКҺЕҘ (Р: подчинённый; И.: dependent; T.: emrindeki) с.
1. Сәйәси һәм иҡтисади үҙаллылығы булмаған; бойондороҡло. □ Подчинённый; зависимый. Ирекһеҙ ил. Ирекһеҙ итеу. Ирекһеҙ булыу.
2. Эше, тормошо берәй төрлө сикләнгән, үҙ ихтыярына эйә булмаған; мәжбүри. □ Подневольный. ■ Яңғыҙ ғына башым, юҡ юлдашым, сит илдәрҙә йөрөйөм ирекһеҙ. Халыҡ йырынан.
3. Уйламайынса, ихтыярһыҙ. □ Непроизвольный, невольный, машинальный. Ирекһеҙ хәрәкәт.
♦ Ирекһеҙҙең көнөнән йәки ирекһеҙ көндән башҡаса мөмкинлек булмағанға, сараһыҙҙан. □ Поневоле, вынужденно. ■ Мин
ошо юлға ирекһеҙҙең көнөнән баҫтым. Я. Хамматов.
ИРЕКҺЕҘҘӘН (Р: поневоле; И.: against one’s will; T.: ister istemez) p.
Теләгеңдән тыш, ирекһеҙ (2) көйө. □ Поневоле, невольно, вынужденно. ■ Сала-сарпы ишетелгән йыр тауышына ирекһеҙҙән генә ҡолаҡ һалып, Алтынсәс аҙымын тиҙләтте. Ә. Хәкимов. Арала [Әҙибә менән Ғәлимә араһында] ниндәй упҡын ятҡаны зиһененә ныҡлап барып етмәне әле, ә аҡыллы ҡулдары ирекһеҙҙән һиҙрәп бөткән ең остарын тартҡыланы. Г. Ғиззәтуллина. Ғәрифә, ирекһеҙҙән атылып сыҡҡан куҙ йәштәрен ҡоротоу өсөн, яулыҡ осона тотондо. Н. Мусин. Иҫтәлектәр Линараны һаман уҙ ауынан ыскындырырға теләмәне, Рафиҡҡа бәйле ваҡиғалар, ирекһеҙҙән, хәтеренә төштө лә төштө. Л. Якшыбаева.
ИРЕКҺЕҘЛЕК (ирекһеҙлеге) (Р: неволя; И.: slavery, bondage; T: esaret) и.
Ирке сикләнгәнлек. □ Неволя. ■ Һайларға бит барыбер кәрәк була: Йәки ҡоллоҡ! Йәки хакимлыҡ! Йәки ирек! Йәки ирекһеҙлек! Т. Карамышева.
ИРЕКҺЕҘЛӘҮ (ирекһеҙлә-) (Р: неволить; И.: force, constrain; T.: zorlamak) ҡ.
Кешенең теләген, ихтыярын сикләү, кешегә баҫым яһау; көсләү. □ Неволить, приневоливать, приневолить. Ирекһеҙләп эшләтеу. ■ [Таңһылыу:] Арыным, һәр көн иртук тороп ялҡтым. Ҡайһы берҙә уҙемде ирекһеҙләп, һөйрәкләп тиерлек торғоҙам. Р. Камал.
ИРЕКӘЙ (Р.: незнакомый мужчина; И.: unfamiliar male; T.: tanımadık bir erkek) и.
Таныш түгел ир, ят ир. □ Какой-то мужчина, незнакомый мужчина. ■ Ашнаҡсы ирекәй тағы ла етдиләнеберәк китте. Р. Солтангәрәев.
ИРЕМ и. диал. ҡар. сөмгөл.
ИРЕМТӘЛ I и. ҡар. ялҡау. • Иремтәл ике эшләр. Мәҡәл.
ИРЕМТӘЛ II с. диал. ҡар. иреүсән.
ИРЕМТӘЛЛЕК (иремтәллеге-) и. ҡар. ялҡаулыҡ. • Алдынғылыҡ — тәхеткә, иремтәллек — ләхеткә. Мәҡәл.
775