Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 776


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРЕМӘН
ИРЕМӘН и. диал. ҡар. ирәүән.
ИРЕН [дөйөм төрки эрин ‘ирен, ирен сите’] (Р.: губа; И.: lip; T.: dudak) и.
1. Ауыҙҙың аҫтын-өҫтөн ҡымтып торған хәрәкәтсел өлөшө. □ Губа. / Губной. Уймаҡ ирен. Йоҡа ирен. Сейә ирен. Шалпы ирен. ■ Шунда ғына Алтынбай май шәм яҡтыһында хәрәҡәтһеҙ ятҡан кәүҙәне күреп ҡалды, .. ҡалтыранған ирендәре менән таныш йөҙҙөң һалҡын маңлайына терәлде һәм ҡурҡышынан артҡа ҡайҡайып ҡуйҙы.
3. Ураҡсин. Мәүсилә күп уйлап торманы, теш сатнатҡыс һыуға эйелде лә, былай ҙа янып барған ике битен сумырып, ирендәре менән тәңкәне эләктерҙе. Д. Бүләков. • Илдә булһа, иренгә тейә. Мәҡәл. Ирендән сыҡҡан ишектән сығыр. Мәҡәл.
2. миф. Башҡорттарҙа иренгә ҡарап холоҡто белергә була, тигән ышаныу бар. □ Мифологизированная часть тела (по губе башкиры определяют характер человека).
■ Ирене йоҡа кеше уҫал булыр. Башҡорт мифологияһынан.
ИРЕН БОҘҒОС и. бот. диал. ҡар. кәзә һаҡалы.
ИРЕН БУЯУЫ (Р: губная помада; И.: lipstick; T.: ruj) и.
Ҡатын-ҡыҙҙың биҙәнеү әйбере. □ Губная помада. Ирен буяуы һайлау.
ИРЕНДЕРГЕС (Р: скучный; И.: dull; boring; T.: sıkıcı) с.
Күңелгә оҡшамаған; ялҡытҡыс. □ Скучный, нудный, наводящий скуку. Ирендергес эш. Ирендергес кон.
ИРЕНДЕРЕҮ (ирендер ) ҡ. эйһ. ф. ҡар. иренеү. Бөгөн ирендереп тора әле. Йәйге эҫелә эш эшләргә ирендерә.
ИРЕНЕҮ (ирен-) [боронғо төрки эриг] (Р: лениться; И.: be lazy; T.: üşenmek) ҡ.
Ҡуҙғалырға, ниҙер башҡарырға ауырһыныу; йыбаныу. □ Лениться. Иренеп ятыу.
■ [Зариф — нефтсе егеткә:] Ил данға күмелергә торғанда, былай иренеүең ғәжәп. Ә. Хәкимов. • Эшләргә иренгән — көлөр ерҙә көрһөнгән. Мәҡәл. Ялҡау уйларға ла иренә. Әйтем. Иренгән ике үлгән. Әйтем. Иренһәң — иренеңә теймәҫ. Әйтем.
ИРЕНЛЕ (Р: губастый; И.: thick-lipped; T.: dudaklı) с.
Ирене ҡалын. □ Губастый. • Ат иренле, ир моронло килһен. Әйтем.
ИРЕНЛӘШКӘН ҺУҘЫНҠЫ (Р: лабиализованный гласный; И.: labialized; T.: dudaksıl) и. лингв.
Ирендәрҙең актив ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә яһалған һуҙынҡы фонемалар ([о], [о], [°], [у], [ү]). □ Лабиализованный (оглу-бленный) гласный. Иренләшкән һуҙынҡыларҙы тикшереү.
ИРЕНЛӘШЕҮ (иренләш-) (Р: лабиализоваться; И.: labialize; T.: dudaksıllaşma) ҡ. лингв.
Ирендәр ҡатнашлығында әйтелеү (телдәге ҡайһы бер өнгә ҡарата). □ Лабиализоваться, лабиализироваться.
ИРЕНЛӘШМӘГӘН ҺУҘЫНҠЫ (Р: не лабиализованный гласный; И.: rouded vowel; T: dudaksıllaştırılmayan sesli) и. лингв.
Ирендәрҙең ҡатнашлығынан тыш яһалған һуҙынҡы фонемалар ([а], [ә], [ы], [ы], [е], [э], [и]). □ Нелабиализованный (неогубленный) гласный. Иренләшмәгән һуҙынҡыларҙы өйрәнеү. Иренләшмәгән һуҙынҡыларҙы анализлау.
ИРЕНСӘК (Р: ленивый; И.: lazy; T.: tembel) с.
Тиҙ ҡуҙғалмай, ихлас эшләмәй торған (кешегә ҡарата)', ялҡау. □ Ленивый, склонный к лени. ■ Әллә бик иренсәк булған, әллә бары онотҡан, — төймәһен дә ҡарамаған, һалдат походҡа сыҡҡан. Р. Назаров. [Рамазан] офоҡ ситендә берәм-һәрәм генә йөҙгән иренсәк болоттарҙы күреп, күңеленән, ямғыр, яу, яу, тип һамаҡлап шым ғына йылмая. Ә. Хәкимов. Бөгөн килгән киленсәк — ҡәйнә алдында килмешәк. Атаң-инәң әйткәндә, була күрмә иренсәк. Йырҙан. • Иренсәк ике эшләр. Әйтем. Ауырыу бер үлер, иренсәк көн дә үлер. Әйтем.
ИРЕНСӘСКӘ (Р: чистец; И.: marsh woundwort; T.: betony) и. бот.
Иренсәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған тура һабаҡлы, оҙонса осло япраҡлы күп йыллыҡ үҫемлек. □ Чистец (лат. Stâchys).
776