Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 778


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРЕТМӘ
2. Ниҙелер иретеү өсөн хеҙмәт иткән ҡорамал. □ Приспособление для плавления чего-л. Балауыҙ иреткес. Ыҫмала иреткес.
ИРЕТМӘ (Р.: сплав; И.: alloy; T: alaşım) и.
1. Ике йәки бер нисә металды бергә иретеп яһалған ҡушымта. □ Сплав. Баҡыр менән алтын иретмәһе.
2. Ниндәй ҙә булһа бер матдә һалып иретелгән шыйыҡлыҡ. □ Раствор. Тоҙ иретмәһе.
ИРЕҮ I (ире-) (Р: таять; И.: melt; thaw; T.: erimek) ҡ.
1. Йылылыҡ, эҫелек тәьҫирендә шыйыҡ хәлгә килеү. □ Таять. ■ Ә ҡар алас-йолас булып иреу менән, кешеләр, ем эҙләгән сәпсектәр шикелле, урман, яландарға һибелде. Н. Мусин.
2. кусм. Рәхәтләнеп, йомшарып китеү (тәнгә ҡарата)', иҙрәү. □ Таять от удовольствия (о теле). Тән ирей. Йылыға иреп, йоҡомһорау. ■ [Йәмилә — һөйгәненә:] Хәтереңдәме, бер-беребеҙҙең ҡосағында ирей торғайныҡ. Г. Ғиззәтуллина.
3. кусм. Күңелдә рәхәтлек, кинәнес тойоу. □ Расчувствоваться, умиляться, һары май иретеу. Шәкәрҙе һөткә ҡушып иретеу. ■ Матур һындар, матур ҡыҙҙар, .. һеҙҙе ку-реп, йәмгә сумып, киттем иреп. Ш. Бабич.
ИРЕҮ II (Р: талый; И.: thawed; melted; T: çözük) с.
Иреп торған, туңмаған, ҡатмаған. □ Талый; топлёный; оттаявший. ■ Ул [Мусин] скважина янында өс көн элек кенә булып ҡайтҡайны, ҡар ҡалын, уҙе иреу, юлдан саҡ ҡына сыҡтыңмы, баттың тигән һуҙ. Р. Солтангәрәев.
ИРЕҮ КӨН (Р: оттепель; И.: thaw; T: don çözülmesi) и.
Ҡар иреп ятҡан епшек көн. □ Оттепель.
ИРЕҮСӘН (Р: растворимый; И.: soluble; T: çözünür) с.
Тиҙ ирей торған. □ Растворимый; плавкий. Иреусән металл.
ИРЕШ I (Р: часть основы за нитченками; И.: special term used in weaving; T: arışın bir kısmı) и. туҡ.
Буйлыҡтың көрөҫтән артҡы сәйгә тиклемге өлөшө. □ Часть основы за нитченками. Иреш буйын улсәу. Иреш ебе һатып алыу.
ИРЕШ II (Р: ругань; И.: quarrel, brawl; T: sövgüler) и. йыйн.
Әрләш, талаш. □ Ругань, перепалка, перебранка. Иреш сығарып йөрөй торған ваҡыт тугел. Иреште туҡтатыу.
ИРЕШЕЛЕҮ (ирешел-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. ирешеү 1,1, 2.
ИРЕШЕП-ТАЛАШЫП (Р: ругаясь; И.: quarreling; T: söverek) р.
Иреш-талаш менән, әрләшеп. □ Не дружно; ругаясь. Ирешеп-талашып йөрөу. Ирешеп-талашып булһа ла, уҙенекен иҫбат итеу.
ИРЕШЕҮ I (иреш-) (Р: добиваться; И.: attain; T: erişmek) ҡ.
1. Көс, тырышлыҡ менән ниҙеңдер ғәмәлгә ашыуына килеү, нимәгәлер өлгәшеү. □ Добиваться, достигать. ■ Улар [башҡорт кантоны башлығы, уның есаулы, ярҙамсыһы] Бейештең яманатын сығарырға маташып, төрлө ғәйбәт таратты, юҡты бар итеп һөйләп, уның исеменә тап төшөрҙө һәм уҙ теләгенә иреште. Я. Хамматов. [Фәйзрахман:] Ҡайһы берәуҙәр, уҙ маҡсатына ирешеу өсөн, башҡалар бәхетен тапап утеу-ҙән дә тартынмай. Н. Мусин. [Әулиә:] һин дә [Куҙыйкурпәс], атайың шикелле, изгелекле бул, шундай уҡ бәхеткә ирешерһең. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Ниндәйҙер хәлдең ғәмәлләнешенә барып етеү; өлгәшеү. □ Добиваться, достигать. ■ Ошоларҙың [һөйөу, илһам, әҙәбиәт] береһен дә ҡаҙана алмауына, еңелеуенә, ғу-мерен заяға уткәреуенә, иң юғары маҡсатына ирешә алмауына урһәләнә. Г. Ғиззәтуллина.
3. Тейешле урынға барып етеү, тапшырылыу, барып өлгәшеү. □ Дойти. Хат эйәһенә барып ирешкән.
♦ Бәхетенә ирешеү исем ҡылым формаһынан һуң килеп, ниндәйҙер эш-хәлгә ҡыуаныс белдергәнде аңлата. □ Добиться счастья (делать что-л.) ■ Фарсы теленең бөтөн нескәлектәрен аңлау, тойомлау
778