ИРК
кимәленә етешкәс, ул [Сәйфетдин] Әбу-абдулла Рудаки, Фирдәуси, Низами Гән-жәуи, Ғумәр Хәйам, Хафиз, Сәғди кеуек бөйөктәрҙең китаптарын уҡыу бәхетенә иреште. Ә. Хәкимов.
ИРЕШЕҮ II (иреш-) (Р.: ругаться; И.: quarrel (with), fall out (with smb); T.: sövmek) ҡ.
Һүҙгә килешеү, әйтешеү; әрләшеү. □ Ругаться, браниться, ссориться. Ирешеп йәшәу. ■ Сәмиғулла, уҙен еңеусе һанап, ире-шә-ирешә бишмәтенең салғыйы менән маңлайындағы тирен һөрттө. Ж. Кейекбаев. [Шәһәрбаныу:] Сәйетҡол бисәһе лә кеше булып һуҙ һөйләгәс, ҡалайтып ирешмәй тораһың. һ. Дәүләтшина. • Яҡшы килен куре-шеп һөйләшер, яман килен ирешеп һөйләшер. Мәҡәл.
ИРЕШТЕРЕҮ I (ирештер ) (Р: доводить до сведения; И.: let know; T.: ulaştırmak) ҡ.
1. Тейешле урыны йәки кешеһенә еткереү, еткереп тапшырыу. □ Доводить до чьего-л. сведения. ■ Иншалла, шулай булыр, остаҙ! Үҙ ҡулыбыҙ менән ҡат-ҡат кусереп [дастанды ], Тыуған илебеҙгә ирештереу сараһын курербеҙ! — тине йәш шағирҙарҙың береһе. Ә. Хәкимов.
2. йөкм. ҡар. ирешеү I, 1. понуд. от ирешеү!, 1. Бәхеткә ирештереу. Теләккә ирештереу.
ИРЕШТЕРЕҮ II (ирештер-) (Р: поссорить; И.: make quarrel; T: aralarını açmak) ҡ.
Кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, әрләштереү. □ Поссорить кого с кем. Курше-ләрҙе ирештереу.
ИРЕШТЕРЕҮ III (ирештер ) (Р.:драз нить; И.: tease; T: kızdırmak) ҡ.
Төртмә һүҙ менән шаяртыу; мәрәкәләү, үсектереү. □ Дразнить, поддразнивать, подтрунивать. Тел курһәтеп ирештереу. ■ Ул [Ҡыҙырас], кук куҙле ҡурсаҡтың етен сәстәрен өҙгәләп, Әнисәне тағы ла нығыраҡ ирештерә. 3. Биишева.
ИРЕШТЕРЕҮСЕ ТӨЙӨТ (Р: обыкновенная пересмешка; И.: icterine warbler; T: sarı mukallit) и. зоол.
Турғай һымаҡтар отрядына ҡараған, яҫы суҡышлы, йомро башлы, тура ҡойроҡло, өҫкө яғы йәшкелт һоро, түше асыҡ һары төҫтәге ҡош (асыҡ урмандарҙа, баҡсаларҙа, парктарҙа йәшәй). □ Обыкновенная пересмешка, пеночка-пересмешка, лесная малиновка (лат. Hippolais icterina).
ИРИДИЙ [рус. < гр. iris ‘йәйғор’] (Р: иридий; И.: iridium; T: iridyum) и. хим.
Химик элемент, тиҙ иремәй торған ҡаты аҡ буҙ металл. □ Иридий. Иридий табыу. Иридий сығарыу.
ИРИС I [рус. < гр. iris ‘йәйғор’] (Р: ирис; И.: iris; T: süsen) и. бот.
Ҡамыш һымаҡ ҡыяҡ япраҡлы, һары, күк төҫтәге еҫһеҙ эре сәскәле күп йыллыҡ баҡса гөлө. □ Ирис, касатик (многолетнее травянистое растение) (лат. iris). ■ Йәйге айҙың тәуге көндәренән ук кукрәп сәскә атҡан ҡыҙыл клевер, ҡолонғойроҡ, әскелтем лютик, ерек ҡураһы, себер ирисы уләндәре аңҡытҡан тәмле-татлы еҫ ағымы .. шатлыҡлы хистәр уята, елкендерә, ашҡындыра, бөтә тәнде һуҙ менән аңлата алмаҫтай ниндәйҙер ләззәтләндергәс йылылыҡ солғай. Я. Хамматов.
ИРИС II [рус.] (Р: ирис; И.: toffee; T: şekerleme) и.
Һөт, шәкәр ҡушып эшләнгән һоро төҫтәге, шаҡмаҡ формаһындағы кәнфит төрө. □ Ирис, ириска (сорт конфет). Магазиндан ирис һатып алыу. Өй шарттарында ирис яһау.
ИР ЙОРАТЫ (Р: негодный мужчина; И.: good-for-nothing; T: hiç bir işe yaramaz erkek) и. мыҫҡ.
Эшкинмәгән, булдыҡһыҙ ир; иргәнәк. □ Негодный, никудышный мужчина. ■ [Сәғиҙә — Сөйөмбикәгә:] Мин .. берәуҙе генә өҙөлөп һөйҙөм, ә уның менән ғумер итергә насип булманы. Йәшлегемде ир йоратына булгеләнем дә «шаталаҡ Сәғиҙә» исеме кутә-реп ҡалдым. Ш. Янбаев.
ИРК (ирке) [боронғо төрки эрк\ (Р: душа; И.: soul; T: gönül) и.
1. Кешенең кәйефен, тойғоларын һ. б. тәшкил иткән эске рухи донъяһы; күңел. □ Внутренний мир человека, душа.
779