ИРКЕН
■ Әхмәтхан ҡайһылай теләй, шулай бора донъя тәртәһен, ә Мәусифа бары ирҙең иркен утәй: аш-һыу йунәтә, кер йыуа, мал баға — бөткәнме мәшәҡәте. Р. Камал. Тормош өсөн мин бер иркә бала, бөтәһе лә килә иркемдән. Р. Назаров.
2. кусм. Күрк. □ Украшение. ■ [Туҡтамыш хан — Шәғәле Шаҡманға:] Мәжлесемдең ирке һин, кәңәшемдә урта һин. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ИРКЕН I [дөйөм төрки эриг] (Р: просторный; И.: spacious, roomy; T.: ferah) с.
1. Иңе, буйы ҙур; киң. □ Просторный, вместительный. Иркен булмә. ■ Тегендә лә, бында ла өйлөгөшөп халыҡ тора: бер тирәлә гармун тартып бейешәләр, ҡайһы берәуҙәре, тау итәгенәрәк төшөп, куләгәлә йырлашып ҡунаҡ була. Ә купселеге — иркен типһәндә. Р. Солтангәрәев. һигеҙ ҡанатлы иркен тирмә ҡиммәтле келәмдәр, затлы алтын да көмөш һауыт-һаба, төрлө ҡорал менән йыһазланған. Ә. Хәкимов. Ялан яғынан килгән бесәнселәр Уҡлытау һыртындағы иркен сабынлыҡтың бер яҡ ситтәге ҡултығына урынлашҡандар икән. Н. Мусин.
2. Мул үлсәмле, күләме ҙур (кейем-һалымға ҡарата)', киреһе - тар. □ Широкий (об одежде). Иркен итек. Иркен салбар.
3. Ҡыҫылмаған, ҡыҫынҡыланмаған, тулы мөмкинлекле; киң. □ Свободный, непринуждённый. Иркен хәрәкәт. Иркен тауыш. Иркен һулыш. М Тәржемәсе булып эшләп, фән кешеләре менән аралашып байтаҡ тәжрибә туплаған Линара баштан уҡ мөнәсәбәттәргә тартыныу һыҙ, иркен ҡиәфәт бирергә тырышты. Л. Яҡшыбаева.
4. кусм. Хоҡуҡты, ихтыярҙы ҡыҫмаған; ирекле. □ Привольный, свободный, независимый, вольный.
5. кусм. Юҡлыҡты, етешһеҙлекте белмәгән; мул. □ Обеспеченный. Иркен тормош.
ИРКЕН II (Р: просторно; И.: spaciously; T.: engin) р.
1. Иңе, буйы ҙур; киң. □ Просторно (расположиться, поместиться). ■ Колхоз урамының иң ҡалҡыу ерендә — Нуриха
новтың йорто. Ул ҙур, иркен итеп һалынған. Д. Бүләков.
2. Еңел, бер ҡыйынлыҡһыҙ. □ Свободно, легко (двигаться, делать что-л.). Иркен йырлау. Русса иркен һөйләшеу. ■ Егор Николаевич, яҙ һауаһын тушен аса биреп, кинәнес менән иркен итеп һулап барҙы. 3. Ураҡсин. Ун биш йыл буйы бығау һөйрәгәндән һуң, иркен, еңел атлау ҡурҡыта ине уларҙы [Салауат менән Юлайҙы], көтмәгәндә сылбырҙан ҡотолоу баштарын әйләндергәйне. Б. Рафиҡов.
3. Бер ниндәй сикләүһеҙ. □ Свободно, вольно. Иркен уйлау. Иркен һөйләшеу.
4. кусм. Етеш; мул. □ Обеспеченно, зажиточно, состоятельно. Иркен йәшәу. ■ Ғариф иркен тора, иркен генә тугел, бик бай йәшәй. Ж. Кейекбаев.
♦ Иркен тын (йәки һулыш) алыу ҡыйын хәлдән еңеллеккә сығып рәхәтләнеү.
□ Вздохнуть свободно; преодолеть трудности. ■ Дауыл тынған, тирә-яҡ тыныс булып киткән. Ҡала халҡы иркен тын алып, урамға сыҡҡан. Әкиәттән. Шаҡман иркен һулыш алып ебәрҙе, маңлайына бәреп сыҡҡан тир бөртөктәрен һөртөп ҡуйҙы. К. Мәргән.
ИРКЕНЛЕК (иркенлеге) (Р: простор;
И.: vast space(s); T.: enginlik) и.
1. Ҡыҫынҡылыҡ, тарлыҡ һиҙелмәгән мул ер, киң урын. □ Простор, раздолье. ■ Бында [урамда], исмаһам, иркенлек, [Ишмырҙа] рәхәтләнеп уйлана, ҡайындар, болан менән эс серҙәрен һис йәшереп тормайынса һөйләшә. Ә Хәкимов.
2. кусм. Эш-ҡылыҡҡа тулы ирек биргән шарт. □ Свобода. Иркенлек тойоу. ■ Ошо ҡәҙәрле мөҡәддәс иркенлекте, хуш еҫле, асманға әйҙәр юғарылыҡты ҡайҙан алған? Г. Ғиззәтуллина.
3. кусм. Етеш, һәйбәт тормош; муллыҡ.
□ Достаток. Иркенлеккә өлгәшеу. Иркенлектә ғумер итеу.
ИРКЕНЛӘҮ (иркенлә-) (Р.: чувствовать себя свободным; И.: feel at ease; T.: rahat olmak) ҡ.
1. Ҡыҫырыҡланмай, иркен итеп урынлашыу. □ Чувствовать себя свободным, быть
780