ИРКӘ
һыу ҡояштың иркә нурҙары тәҙрә битен нурға буяны. Картотека фондынан.
♦ Атам иркәһеме ни бик ҡәҙерле кешемме ни, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Кто он мне, в конце концов (т. е. я не обязан его баловать и потакать ему). ■ Ниңә шул һынлы ҡурсалайбыҙ был имгәкте, атам иркәһеме ни? Б. Бикбай.
ИРКӘ II (Р.: младший брат, сестра; И.: younger brother or sister; T.: küçük kardeş) и. диал.
1. Кесе туған; һеңле, эне. □ Младший брат или младшая сестра. К Иркәмде! — Сабирйән ҡустыһын һауаға сөйҙө. Р. Камал.
2. Егеттең йәки ҡыҙҙың һөйгәне. □ Лю-бимый(-ая). ■ [Күсәрбай:] һай, һай, әллә кемдең иркәһе. М. Буранғолов.
ИРКӘБАБАЙ (Р: слово-обращение к старшему брату родителей; И.: word of address (to a senior brother); T.: amca veya dayı) и. диал.
Атай йәки әсәйҙең ағаһына өндәшеү һүҙҙәренең береһе. □ Слова-обращения к старшему брату родителей.
ИРКӘБЕЙ (Р: слово-обращение к старшей сестре родителей; И.: word of address (to a senior sister); T.: hala veya teyze) и. диал.
Атай йәки әсәйҙең апаһына өндәшеү һүҙҙәренең береһе. □ Слова-обращения к старшей сестре родителей.
ИРКӘК (иркәге) [боронғо төрки эркек] (Р: самец; И.: male; T.: erkek) и.
1. Ир енесле, ата (йәнлек,хайуан һәм үҫем -лектәргә ҡарата); киреһе — орғасы. □ Самец (у млекопитающих), мужская особь (у растений). ■ Йыртҡыс йәнлек тотто ниһә, йәнлек иркәк булды ниһә, .. икәүһе [Йәнбикә менән Йәнбирҙе] башын сәйнәп ашаған. «Урал батыр». [Күсәрбай — улына:] Улым, бейәнең ҡолонлар сағы етә, ҡарауылла. Әгәр иркәк булһа, үҙеңә инсе итеп бирермен, — ти. Әкиәттән. Катын-ҡыҙға андыҙҙың иркәген, арланын, ирҙәргә орғасыһын ҡайнатып эсерәләр. Тән һыҙлағанға килешә. Хикәйәттән.
2. диал. Йәш айғыр малы. □ Жеребец. Иркәкте ауыҙлыҡлау. Иркәкте менеп йөрөү.
3. диал. Ир кеше. □ Мужчина. / Мужской. ■ Был донъя туп-тулы кеше, кеме иркәк, кеме кеше. Бәйеттән. • Ир ҡыҙғанмаған — иркәк, ҡатын ҡыҙғанмаған — ҡарһаҡ. Әйтем.
ИРКӘЛӘНЕҮ (иркәлән-) (Р: ласкаться; И.: fawn (upon); T.: sarılmak) ҡ.
Яраттырыу өсөн йылы хис белдереп, кемгәлер һырлығыу, наҙланыу. □ Ласкаться, ластиться к кому, нежничать с кем. ■ [Аҫылбикә — Шәүрәгә:] Ана, саф киленеңде күр, сәскә тотоп, Вәлигә иркәләнеп тора ине. М. Буранғолов.
ИРКӘЛӘТЕҮ (иркәләт-) (Р: ласкать; И.: fondle; pet; T.: okşamak) ҡ.
1. Һөйөп наҙлау; иркәләү. □ Ласкать, нежить. Баланы иркәләтеү.
2. Саманан тыш һөйөп наҙлау. □ Баловать, избаловать. Баланы иркәләтеп, боҙоп бөтөү.
ИРКӘЛӘҮ (иркәлә-) (Р: ласкать; И.: caress; T.: okşamak) ҡ.
1. Йылы иғтибар, хәстәр күрһәтеү; наҙлау; иркәләтеү. □ Ласкать, лелеять, нежить. ■ Уларҙы [малайҙарҙы] артыҡ иркә-ләү килешмәҫ. Я. Хамматов. Карышманы түгел, ҡарышты Самат әсәһенең тәрбиә ысулына. Тик еңә алманы уның иркәләүен. Ә. Хәкимов. • Баланы иркәләү типкеләүҙән яман. Әйтем.
2. күсм. Рәхәтлек күрһәтеү. □ Баловать. Тормош уны артыҡ иркәләмәне.
3. һөйөп, һыйпап, яратыу тойғоһон белдереү; иркәләтеү. □ Ласкать, лелеять, нежить. ■ Былай ут йотоп йәшәгәнсе, үлһәм ни була... — тип һығылып илаған Маһинурҙы ҡосаҡлап иркәләүҙән, сабырлыҡҡа өндәүҙән башҡа Шәрғиәнең дә сараһы юҡ ине. Д. Бүләков. Иренең иркәләүен көтөп ятҡан Фатимаға ишектең көтөлмәгән ҡунаҡтар тарафынан шаҡылыуы ифрат дәрәжәлә насар тәьҫир итте, ул үҙен көҙ көнө боҙло һалҡын һыуға ташланған кеүек һиҙҙе. Ғ. Хәйри.
4. күсм. Йылы, наҙлы тәьҫир менән ләззәтләндереү. □ Услаждать кого; делать
782