ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫ
приятным что кому. Сәстәремде йәйге йылы елдәр иркәләй.
ИРКӘМ и. диал.
1. ҡар. иркә II, 1.
2. Иркәләп өндәшеү һүҙе. □ Милый(ая) (ласковое обращение).
ИРКӘТӘЙ (Р.: неженка; И.: milksop, drip; T: hanım evladı) и. диал.
Иркә кешегә әйтелә. □ Неженка, баловень, любимец. Иркәтәй булыу.
ИР ҠОРОНА ИНЕҮ (ир ҡорона ин-) (Р.: стать совершеннолетним; И.: become of age; T.: ergin olmak) ҡ.
Үҫмерлектән үтеп, мөһим, ҙур эш башҡарыр ирҙәр иҫәбенә инеү. □ Стать совершеннолетним, возмужать. ■ Ҡайһы берәүҙәр Хөсәйенде ҡыҙғанды: «Бахыр ғына, ата-инәһенән йәшләй икәүҙән-икәү етем ҡалып, ир ҡорона инеп бөткәйнеләр бит әле ул». Ж. Кейекбаев. Ун дүрт йәштән Аҡъюл ҡалъян аҫып, саҡса тағып йөрөнө урманда. Ир ҡорона еткән аусыларҙан ҡалышманы кеүек ҡыуғанда. Р. Бикбаев.
ИР ҠОРОНА ТУЛЫУ (ир ҡорона тул ) ҡ. ҡар. ир ҡорона инеү.
ИР ҠОРОНА УЛТЫРЫУ (ир ҡорона ултыр-) ҡ. ҡар. ир ҡорона инеү.
ИРЛАНД (Р.: ирландец; И.: Irishman; T.: Irlandah) и. этн.
Ирландияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (кельт телдәренең береһендә һөйләшә). □ Ирландец. / Ирландский. Ирланд халҡы. Ирланд ҡатыны. Ирланд теле.
ИРТЕ (Р.: замужняя; И.: married; T.: evli) с.
Иргә сыҡҡан, ире бар. □ Замужняя. Ирле ҡатын. ■ Рәйфә лә бит ирле көйөнсә ирһеҙ булып яңғыҙы донъя көтөп ята. Р. Солтангәрәев. • Ирле ғүмер — иркә ғүмер. Әйтем. Ирле кеше иҙел кискән, ирһеҙ кеше утҡа төшкән. Әйтем.
ИРЛЕ-БИСӘЛЕ с. ҡар. ирле-ҡатынлы. ■ Ул [Ҡотлояр] элеккерәк замандарҙа бер нисә хеҙмәтсе йә булмаһа ирле-бисәле ярлы кешене тамаҡ хаҡына эшләтеп тота ине. һ. Дәүләтшина.
ИРЛЕК (ирлеге) (Р: принадлежность к мужскому полу; И.: males’ qualities; T.: erlik) и.
1. Ир (1) булыу хәле. □ Принадлежность к мужскому полу. / Мужской. ■ Ул [Фәруҡша] үҙендә ирлек хисенең ҡапыл тоҡаныуын һиҙеп уңайһыҙланды. М. Хужин. [Зөмрәт:] Моғайын, Ҡотлояр ағаһы әйтмешләй, Боғараның ирлек тамыры ҡороған инде уның, йәп-йәш ҡатын ике-өс йыл ауырға ҡалмаҫ инеме ни. Ә. Хәкимов. • Ир ирлеген итер, моратына етер. Мәҡәл.
2. Ирҙәргә (3) хас сифат; батырлыҡ, ҡыйыулыҡ. □ Мужество, мужественность, геройство. ■ [Ҡараһаҡал:] Хәҙер атҡа менегеҙ! Ил ут эсендә ҡалды! Дошмандан ил намыҫын тапатыу ирлек түгел! Б. Рафиҡов. [Имән батыр:] Яу юлына сыҡҡанда, ата малын бүлешкәндәй, юҡ-барға ыҙғыш ҡуптарыу — ирлек түгел. Я. Хамматов. [Мораҙым:] Дошмандан ҡурҡып, ситтә йәшәү ирлек түгел. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Юҡ инде, көс-ҡеүәт бар саҡта, үҙ теләгең менән түбән тәгәрәү — ирлек түгел. Н. Мусин. • Һәнәр алды — ирлек, ырыҫ алды — берлек. Мәҡәл. Ирлек төбө — берлек. Әйтем.
ИРЛЕК КӘРЕ (Р: мужская (половая) потенция; И.: potency; T: cinsel erk) и.
Ирҙәрҙең физик яҡтан енси һәләте.
□ Мужская (половая) потенция. ■ Ҡеше-нең ирлек кәре кәмеһә, түшәккә йылан тиреһе теккәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫ I (Р: супружеский; И.: matrimonial, conjugal; T.: karıkoca) с. йыйн.
Ир менән ҡатын булған, өйләнешкән.
□ Супружеский; муж с женой, супруги, супружеская пара (чета). ■ Уға [Сарайға] яҡшы йыһазлы, иркен йорт бирелде, өйөн ҡарарға, аш-һыу хәстәрләргә ирле-ҡатынлы хеҙмәтселәр ҡуйылды. Ә. Хәкимов.
ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫ II (Р.: муж с женой; И.: man and wife; T.: karıkoca) p.
Ир менән ҡатын бергә. □ Муж с женой (попарно). ■ Урал менән Ҡарағаш ирле-ҡатынлы булып, донъя көтә башлаған. «Урал батыр».
783