Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 784


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРЛӘН
ИРЛӘН I (Р.: хомяк; И.: hamster; T.: cırlak sıçan) и. зоол.
Игенгә һәм баҡса емештәренә зыян килтергән, ала төҫтәге, өңдә йәшәй торған кимереүсе йәнлек; алйырҙан. □ Хомяк. / Хомячий (лат. Cricetinae). fl Аҡназар менән Гөлбөҫтан еңгәйҙең дә тырышып-тырмашып йомран, сиңерткә, ирлән кеуек иген ҡоротҡостар менән өҙлөкһөҙ көрәшеуҙәре арҡаһында, арыш емерелеп уҫте. Ғ. Дәүләтшин. Ара-тирә уҙ йомошо менән ашығып осоп барған ҡош тубын йәки ҡуйы уләнде һаҡ ҡына ҡыштырлатып ем эҙләгән йомран, ирләнде иҫәпкә алмаһаң, тауыш-тын да, хәрәкәт тә тойолмай. Ә. Хәкимов. Әйтерһең, кемдер аҙлап ҡына балсыҡты матурлап өйөп ҡуйған да, уҙе киткән. Тимәк, бында ирлән ояһы булырға тейеш. А. Карнай.
ИРЛӘН II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Танып, ҡыпсаҡ ырыуҙарына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племён танып, кыпчак.
ИРМӘК I (Р: забава; И.: fun; pastime; T: eğlence) и.
Күңел әүрәткес, ҡыҙыҡ хәл. □ Забава, потеха. Ирмәк табыу. ■ Ә төндәрен инде ул [Ирназар] икенсе ирмәк тапты, һунар теленә кусергәндә, икенсе төрлө ҡоштар аулау менән мәшғул булды. И. Насыри. Йыртҡыстарҙы ул, һунарға һәуәҫ егет булараҡ, ултерә, йәнлектәрҙе иһә, уҡ атып йәки атта ҡыуып етеп, ирмәк өсөн ҡамсыһы менән һуғып, ҡайһы берҙә, өйҙән алып сыҡҡан аҙығы бөткәнлектән, уларҙы тотоп бешереп ашай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ИРМӘК II (Р: интересный; И.: interesting; T: ilginç) с.
1. Күңелде әүрәтерлек; ҡыҙыҡ, мәрәкә. □ Интересный. Ирмәк эш. Ирмәк уйын. ■ Эреле-ваҡлы сабаҡ, ҡыҙылғанат, йылғыр алабуғаларҙың кәмә төбөнә тупылдап төшөуе уҙенә курә бер ирмәк, алдауыс уйын икән. Ә. Хәкимов.
2. Ғәжәп тойолған; ҡыҙыҡ. □ Забавный, потешный. Ирмәк кеше. ■ Рәмзил был ирмәк малайға аптырабыраҡ ҡараны. «Иҫәр тиһәң — арыу ғына куренә», — тип уйлап алды. Д. Бүләков.
ИРМӘК ИТЕҮ (ирмәк ит-) (Р: забавлять; И.: amuse; T.: eğlendirmek) ҡ.
Кемделер шаяртыу, шаяртып әйтеү, һөйләү. □ Забавлять кого, подшучивать над кем. Ирмәк иттем бит әле.
ИРМӘКЛӘШЕҮ (ирмәкләш-) ҡ. диал. ҡар. шаярыу 1.
ИРНӘК с. диал. ҡар. ирмәк II.
ИРНӘҮ [боронғо төрки әрнә, әрин-эг] (Р: ободок; И.: rim, fillet; T.: kenar) и.
Ниҙеңдер уратып, ҡалын булып торған тирәһе, сите. □ Утолщённый край чего-то', ободок. Ирнәу ҡуйыу.
ИРНӘҮЛӘҮ (ирнәүлә-) (Р: окаймлять; И.: edge, fringe; T: zıhlamak) ҡ.
Нимәнеңдер ситен тирәсләү; ирнәү ҡуйыу; ситләү. □ Окаймлять, обрамлять. Иләкте ирнәуләп эшләу.
ИРОНИЯ [рус. < гр. eironeia] (Р: ирония; И.: irony; T.: alay) и.
Мыҫҡыллы аҫтыртын көлкө; һәжү. □ Ирония, насмешка. / Иронический. ■ [Ильяс — Йәмиләне:] Ә һине талапсан выжданың ғазапламаһын өсөн уға [Әсғәткә] икенсе роль тәҡдим итәм, — тип ирония менән, баҫым яһап әйтте. Г. Ғиззәтуллина. Байҙың ғаиләһенә ҡағылған мәҡәлдәрҙәлә эске ирония һиҙелеп тора. Ф. Нәҙершина.
ИРПАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак.
ИРПӘК с. диал. ҡар. шаталаҡ. Ирпәк кеше. Ирпәк ҡыҙ.
ИРРАДИАЦИЯ [рус. < лат. irradiare ‘балҡыу’] (Р: иррадиация; И.: irradiation; T.: ışınlama) и.
1. опт. Асьтк төҫтәрҙең ҡара фонда ҙурайып күренеүе. □ Иррадиация (кажуще-
784