Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 786


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРТИЖАЛ
Ирте яһап бәйләү. □ Перевязать верёвкой жерди ограды, забора. Иртеләп кәртәләу. Кәртәне нәҙек тал менән иртеләу.
ИРТИЖАЛ [ғәр. (Р.: внезапное вдохновение; И.: sudden inspiration; T.: irticai) и. иҫк. кит.
Ҡапыл уянған илһам. □ Внезапное вдохновение; импровизация, экспромт.
ИРТИЖАЛӘН [ғәр. ^jl] (Р: экспромтом; И.: impromptu; T.: irticalen) р. иҫк. кит.
Алдан әҙерлек булмаған көйө; әҙерлекһеҙ. □ Экспромтом. Иртижалән сығыш яһау.
ИРТҮК (Р: ранним утром; И.: early morning; T.: erken) p.
1. Иртәнге ваҡытта, бик иртә. □ Ранним утром, спозаранку. Иртән иртук. ■ Беҙ [һалдаттар] иртә менән иртук Яйыҡҡа барып аттарҙы йыуҙыҡ, уҙебеҙ йыуындыҡ, өлгөргән кешеләр кулдәк-ыштандарын йыуып алдылар. А. Таһиров. Иртук тороп ул [Миңлебикә] сәсен тарап алды ла, еңгәләре булышҡанды ла көтөп тормай, уҙе кейенде. К. Мәргән. Иртән иртук малайҙар, ҡыҙҙар йугерешә-йугерешә ҡуш тирәк янына йыйылыша башланылар. 3. Биишева. [Ғәбдеян] һатыу эшен дә оҫта алып бара, егәрлелеге лә бар: иртук тороп китә лә магазинын ҡараңғы төшкәнсе тиерлек япмай. Н. Мусин. Иртәгеһен иртук тороу менән һәр кем тағы ла эшкә кереште: Ғәлләм ағай ошо шатлыҡлы көндәрҙә һуйыр өсөн атап ҡуйған һимеҙ тыу һарыҡты һуйып ташланы; Фәузиә еңгә уға булышыу менән бергә, бәлеш өсөн ярма бурттереу кеуек эштәрҙе эшләргә кереште. М. Ғафури.
2. Көн кисләмәҫ борон уҡ, көндөҙ үк. □ Рано, раньше времени. Эштәр иртук бөттө.
ИРТӘ I [боронғо төрки, эртә ‘иртә’] (Р.: утро; И.: morning; T.: sabah) и.
Тәүлектең бер өлөшө, көндөң тәүге мәле, башланған ваҡыты, көндөң башы; иртәнсәк. □ Утро, утренняя пора. Кышҡы иртә. ■ Иҙел буйының ҡыу аҡлыҡ араларында, аҡландарҙа теҙгә етеп килә торған йәш уләндәр, төрлө сәскәләр, яҙғы матур иртәне
маҡтағандай, аҡрын иҫкән елгә ишетелер-ишетелмәҫ шыбырлашалар. А. Таһиров.
ИРТӘ II (Р: ранний; И.: early; T: erken) с.
1. Ғәҙәти бер мәлдән, ғәҙәттәгенән алда, билдәле бер ваҡыттан элек булған. □ Ранний, наступивший рано (о времени года).
■ Иртә яҙҙың ыжғыр әсе елен дә, кибеп бөтмәгән еуеш ерҙең һалҡынлығын да һиҙмәй әлегә Һарыҡай. С. Ильясов.
2. Ғәҙәттәге йәки нимәгәлер кәрәкле ваҡытҡа тиклем булған, ваҡытынан алда булған. □ Ранний, преждевременный. Иртә никах.
3. Башҡаларҙан алда өлгөрә, бешә, етешә торған (йәшелсә-емеш һ. б. ҡарата). □ Ранний, скороспелый (о фруктах, овощах). Иртә емештәр. Иртә йәшелсәләр. Иртә ҡыяр. Иртә картуф сәсеу.
ИРТӘ III (Р: рано; И.: early; T: erken) р.
1. Ғәҙәттәгенән алда булған. □ Рано, преждевременно, раньше времени. Быйыл гөлдәр иртә сәскә атты. Иртә емеш биреу. Иртә һулыу. Иртә китеу.
2. Ваҡытынан алда. □ Рано, раньше.
■ Иртә генә тороп тышҡа сыҡһам, куре-неп тора Ирәндек уңере. Егерме биш йыл хеҙмәт аҙ тимәгеҙ, егерме биш йыл — ирҙәр ғумере. Халыҡ йырынан. • Иртә барһаң, ит бешә; һуңға ҡалһаң, бит бешә. Әйтем. Иртә килгән — урын өсөн, аҙаҡ килгән — тамаҡ өсөн. Әйтем. Иртә ҡысҡырған кәкуктең башы ауырта. Мәҡәл. Иртә ятып, иртә торған донъяла йөҙ йыл торған. Әйтем. Иртә сәсһәң — уңырһың, һуңға ҡалһаң — туңырһың. Әйтем.
3. Иртәнсәк, көн башланғанда. П Рано утром. • Кеше ҡайғыһы иртә инә, кис сыға. Мәҡәл. Иртә торған бай булған, һуңлап торған хур булған. Әйтем. Иртә торғандың ырыҫы артыр. Әйтем. Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ. Мәҡәл. Иртә торған ир уңыр. Әйтем. Иртә торған укенмәҫ. Әйтем. Иртә торғандың ғумере оҙон. Әйтем. Иртә торһаң — уңырһың, кискә ҡалһаң — туңырһың. Әйтем.
4. диал. Иртәгә. □ Завтра, на следующий день. Бесән еткән, иртәнән ҡалмай саба башларға кәрәк.
786