Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 787


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРТӘЛЕ-КИСЛЕ
ИРТӘГЕ (Р.: завтрашний; И.: tomorrow’s; T.: yarınki) с.
Иртәгә була торған. □ Завтрашний. Иртәге эш. ■ Иртәгеһе көн, ҡояш ағас бейеклеге кутәрелгәндә, атына атланған туҙемһеҙ Ҡуҙыйкурпәс, баяғы соҡорҙарҙы урап утеп, юлға сыға. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Ил эшенең иртәгеһе маҡтаулы. Мәҡәл.
ИРТӘГЕҺЕНӘ (Р.: назавтра; И.: the next day; T.: ertesi gün) p.
Берәй хәл-ваҡиғаның икенсе көнөнә. □ Назавтра, на другой день. ■ Завод туҡталған көндөң иртәгеһенә ук, эшселәргә получка бирҙеләр. Ж. Кейекбаев. Бирелгән норманы утәп бөтөргәнсе бармаҡтар ҡата, сейләнә, хатта иртәгеһенә шешеп китә. Д. Юлтый. Гөбөрнатыр ярандары иртәгеһенә ук уға [Насирға] өс төрлө ғәйепләмә ташланылар: баярҙың айғырын урлаған, сик хеҙмәтен башҡармаған, ҡасҡынлыҡта йөрөгән.
3. Ураҡсин. Иртәгеһенә Барлыбай, алдан вәғәҙә итеуе буйынса, уҙен улемдән ҡотҡарыусыға мал-тыуар менән кейем-һалым буләк итергә атаһынан рөхсәт һорай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ИРТӘГӘ (Р: завтра; И.: tomorrow; T.: yarın) р.
Бөгөндән һуң килгән көндә, бөгөндөң иртәгеһенә. □ Завтра, на следующий день. ■ Иртәгә Тау байрамы тигән көндө Бикбауың бер йәрминкәгә әйләнә лә ҡуя инде: урам геу килеп тора, ҡунаҡ төшмәгән йорт ҡалмай. Р. Солтангәрәев. Нәғимов беренсе көндө трактор мастерскойына, автогаражға инеп сыҡты, кооперативҡа учётҡа инде һәм шундай эштәр артынан йөрөп сменаға сыҡмаҫҡа, ә иртәгә беренсе сменанан эшкә башларға булды. А. Карнай. [Йәмилә] иртәгә буласаҡ спектакль өсөн иң кәрәкле хазинаны тик шунда ғына таба аласағын тойҙо. Г. Ғиззәтуллина. • Иртәгәге эшеңде бөгөн уйлап ҡуй. Әйтем.
♦ Иртәгә байрам түгел эшкә, һүҙгә әүрәп бик төнләп киткәндә, йоҡларға өндәп әйтелә. □ Завтра не праздник. Йоҡларға кәрәк, иртәгә байрам тугел.
ИРТӘҒОШ (Р: жаворонок; И.: lark; T.: erkenci kuş) и. зоол.
Түбәһе, арҡаһы көрән, тамаҡ аҫты, сикәһе ҡара, түше, ҡорһағы һары һайрар турғай; һабан турғайы. □ Жаворонок, (лат. Alaudidae). Йәйге иртәлә иртәғош тауышы мине уятты.
ИРТӘК (иртәге) (Р: эпос; И.: Bashkir epos, epic; T.: destan) и.
Башҡорт эпосының бер төрө. □ Эпос, героическое сказание. ■ [Кинйә] Ҡобағош, Ерәнсә сәсәндәрҙән ҡалған алтын һуҙҙәрҙе, Конҡас сәсән йырҙарын, халыҡ куңелендә һаҡланған иртәктәрҙе, дастандарҙы йыйҙы. Ғ. Ибраһимов.
ИРТӘ-КИС(Р.: утро и вечер; И.: mornings and evenings; T.: gece gündüz) и. йыйн.
Иртәнсәк һәм кис; төрлө ваҡыт. □ Утро и вечер. • Изгелектең иртә-кисе юҡ. Мәҡәл.
ИРТӘ-КИСЕН (Р: целый день; И.: all day long; T.: gece gündüz) р.
Иртәнсәк тә, кис тә; һәр ваҡыт. □ Целый день (напролёт); дни и ночи. ■ Сик һыҙығында уҙен ни көткәнен Алтынбай тоҫмал менән генә белә ине:.. иртәнән-кискә саҡлы ер ҡаҙыу ҙа ағас-таш ташыу, нығытмалар, рәдуттәр ҡороу. 3. Ураҡсин. Ә мин — әсә, иртә-кисен бишек сиртәм. Ә мин — ҡатын, ҡурсалайым усаҡ утын, донъя ҡотон. Г. Яҡупова.
ИРТӘ КУЛЬТУРАЛАР (Р: ранние культуры; И.: early crops; T.: erken yetişen bitkiler) и.
Яҙ башынан һөрөлгән ергә сәселә торған ашлыҡтар (бойҙай, һоло, арпа һ. б.). □ Ранние культуры. Иртә культураларҙы сәсеугә әҙерләу.
ИРТӘКӘ и. диал. ҡар. хөнәсә.
ИРТӘЛЕК (иртәлеге) (Р: утренник;
И.: morning performance; matinee; T: matine) и.
Берәй байрам уңайы менән балалар өсөн ойошторола торған уйын-тамаша. □ Утренник. Яңы йыл алдынан балалар баҡсаһында иртәлектәр уткәрелә.
ИРТӘЛЕ-КИСЛЕ (Р: утром и вечером; И.: in the mornings and in the evenings; T.: gece gündüz) р.
787