Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 788


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРТӘЛӘЙ
Иртәнсәк һәм кис. □ Утром и вечером, по утрам и вечерам. ■ Тәлмәрйендәрҙең бар эше шул: бигерәк тә иртәле-кисле, һыу эсенән баштарын сығаралар ҙа бөтә тирә-яҡты яңғыратып баҡылдарға тотоналар. А. Карнай. Ул [һыуһылыу] көн дә иртәле-кисле [Заятүләккә] ит, ҡорот, һалма килтереп ашата, ҡымыҙ эсерә. «Заятүләк менән һыуһылыу», һәр көн иртәле-кисле эре хәрефтәр менән баҫылып тарала торған «Һуғыш хәбәрҙәре» тигән бюллетендәр ике көндән бирле таратылыуҙан туҡталды. М. Ғафури. Ул [Һабрау] бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем ут бөркөп ятҡан ишек алдына һыу һибә, килгән-киткән ҡупшы кейемле ҡунаҡтарҙың атын ҡарай, иртәле-кисле ҙур баҡсала емеш ағастарын, сәскә түтәлдәрен һуғара. Ә. Хәкимов. Иртәле-кисле һалҡын булһа ла, көндөҙ, ҡояш һауаға күтәрелгәс, көн бик тиҙ йылына. Я. Хамматов.
ИРТӘЛӘЙ (Р.: рано утром; И.: early morning; T.: erken) p.
Ваҡытынан элек, иртә менән. □ Рано утром; ранним утром. Иртәләй эшкә сығыу.
ИРТӘЛӘҮ (иртәүлә-) (Р: делать, совершать что-л. раньше времени; И.: do smth early in the day; T.: erken davranmak) ҡ.
Бик иртә, ваҡытынан элек ҡуҙғалыу, эшкә тотоноу. □ Делать, совершать что-л. раньше (обычного или назначенного) времени. ■ Уның [Сөләймән ҡарттың] иртәлә-үенә вахтёр аптыраманы. «Йәмилә уҙенең грим бүлмәһендә», — тине. Г. Ғиззәтуллина.
ИРТӘМЕ-ҺУҢМЫ (Р: рано или поздно; И.: sooner or later; T.: er geç) p.
Киләсәктә, берәр ваҡыт, ҡасан да булһа. □ Рано или поздно. ■ Кешелек тарихын өйрәнеү күрһәтеүенсә, рухи яҡтан ныҡлы, һау-сәләмәт милләт кенә, һан яғынан күпме булыуына ҡарамаҫтан, төрлө ка-таклизмдарға, ижтимағи-иҡтисади һәләкәттәргә бирешә һалып бармай, иң сетерекле, иң ҡатмарлы проблемалар ҙа — иртәме-һуңмы — барыбер хәл ителә. «Ағиҙел», № 9, 2010.
ИРТӘН (Р: завтра; И.: tomorrow; T.: yarın) р.
1. Алдағы беренсе көндә; иртәгә. □ Завтра, на следующий день. Иртән ҡалаға барам.
2. Иртәнсәк. □ Утром. ■ [Мотаһар] иртән эшкә килешләй, урам сатында хәйер эҫтәп ултырған бер һуҡырға иғтибар иткәйне. Г. Ғиззәтуллина. Иртән еләҫ һауала себен-серәкәй маҙаһыҙламай — әйҙә, кинәнеп үлән ялма. Р. Камал. Уның [Егор Николаевичтың] бындағы приказчигы Михаил Жирников иртәнән бирле хужаһын көтә-көтә арып бөттө. 3. Ураҡсин. Шәмсиә апай иртән тороп сәсен майлап тараны. Тарап бөткәс, нурлы йөҙөн көҙгөләрҙән ҡараны. Халыҡ йырынан.
ИРТӘНГЕ I (Р: завтрашний; И.: tomorrow’s; T.: yarınki) с.
1. диал. Иртәгә була торған; иртәге. □ Завтрашний. ■ Өсөһөн дә [әсирҙәрҙе] иртәнге көнгә тиклем зинданға төшөрөп, кәңәш ҡора башланылар. 3. Ураҡсин. • Иртәнге кәрәгеңде бөгөн әҙерлә. Әйтем.
2. Иртә менән булған; иртәнсәкке. □ Утренний, ранний. ■ Айырыуса иртәнге сәғәттәрҙең хозурлығы әйтеп бөтөргөһөҙ. Ә. Хәкимов. Тау башындағы урман өҫтөнә күтәрелгән ҡояш үҙенең иртәнге йылы нурҙарын Иҙелдең һул яғындағы тигеҙ киң ҡырҙарға көлтәләп сәсһә лә, бейек тауҙарҙың итәктәрен йыуып аға торған Иҙел өҫтөндә әле иртәнге һалҡынлыҡ һиҙелә. А. Таһиров. Яңы тумалып килгән мамыҡ сәскәләре өҫтөндә һандуғастар иртәнге йырҙарын йырланылар. Б. Хәсән. Эйе, ки-сәңге йөрәкһенеү баҫылғас, иртәнге баштан әҫәрҙең етешһеҙлектәре айырым-асыҡ күҙгә ташлана. Г. Ғиззәтуллина. Сәлимә, иртәнге сәйҙе ултыртҡансы, балаларының һәр береһенә берәр-икешәр эҫе ҡоймаҡ тоттороп сыҡты. 3. Ураҡсин.
3. дини. Таң яҡтыра башлап, ҡояш сыҡҡансы уҡыла торған намаҙ; биш намаҙҙың беренсеһе, иртәнге намаҙ. □ Утренний намаз. ■ Иртәнге намаҙ — ике рәҡәғәт сөннәт, ике рәҡәғәт фарыз уҡыла. Хикәйәттән. [Аллабирҙе менән Йылҡыбай] хужабикә
788