ИРҺЕҘЛЕК
эш-көшөн бөтөргәнсе, тәһәрәт яңыртып, иртәнге намаҙ уҡырға ҡул буйына төшәләр, һуңынан Зөһрәнең йылҡы өйөрҙәрен ҡарап йөрөйҙәр. «Алдар менән Зөһрә».
ИРТӘНГЕ II и. ҡар. иртәнге аш. Иртәнгене лә ашамай сығып йүгерҙем.
ИРТӘНГЕ АШ (Р.: завтрак; И.: breakfast; T: kahvaltı) и.
Иртәнсәк ашай торған ризыҡ. □ Завтрак. Иртәнге ашты ташлама, кискеһен башлама. Әйтем.
ИРТӘНГЕЛЕК I (иртәнгелеге) (Р.: предназначенный на завтра; И.: meant for tomorrow; T.: yarınki) c.
Иртәнге көнгә тәғәйенләнгән. □ Предназначенный на завтра. Иртәнгелек утын.
ИРТӘНГЕЛЕК II (иртәнгелеге) и. ҡар. иртәнге аш. Иртәнгелеккә ашау. ■ Иртәнгелекте ашағансы гимнастика эшләп алыу, көндөҙ бергәләп гәзит-журналдар уҡыу, ҡараған фильм буйынса бәхәстәр ойоштороу, шуларға оҡшаш башҡа мәшәҡәттәрҙе һанап бирҙе старшина. С. Поварисов.
ИРТӘНСАҠ и. диал. ҡар. иртәнсәк I.
ИРТӘНСӘК I (Р: утро; И.: morning; T.: sabah) и.
Көндөң башланған ваҡыты. □ Утро. Иртәнсәктән бирле. Иртәнсәккә тиклем.
ИРТӘНСӘК II (Р: утром; И.: in the morning; T.: sabahleyin) р.
Көн башланғандан һуңғы бер аҙ ваҡыт эсендә. □ Утром. ■ Их, ошо ялан беҙҙең ауыл янында булһа, кис һайын килеп, алтынбаштарҙың таждарын ябып йоҡоға китеуҙәрен, иртәнсәк уянып, ысыҡлы керпектәрен асыуын куҙәтер инем. Д. Шәрәфетдинов. Иртәнсәк, эш башланмаҫ элек ук, тоҙ тауы итәгендәге торлаҡтарҙа ығы-зығы ҡупты, штрафсыларҙы ла, көнлөксөләрҙе лә сығарып баҫтырҙылар, исемдәрҙе барлау башланды. 3. Ураҡсин.
ИРТӘНӘН ҺУҢ (Р: послезавтра; И.: day after tomorrow; T.: öbür gün) p.
Киләһе көндөң иртәгеһе; бер көндән һуң. □ Послезавтра. ■ [Фатиманың] йөрәгендәге төйөн иртәме-hyHfMbi, иртәгәме-иртәнән һуңмы сиселергә тейеш. Ж. Кейекбаев.
Дәртле елә һабансылар. Иртәгә лә, иртәнән һуңға ла шул хәл ҡабатланасаҡ. Р. Камал. Икенсе шартты утәуҙе иртәгә, ә өсөн-сөһөн — иртәнән һуңға тәғәйенләйем, ти [батша]. Әкиәттән.
ИРТӘСЕЛ (Р: встающий рано; И.: wont to get up early; T.: erken kalkan) c.
Иртә ҡуҙғалыусан, иртә тороусан. □ Встающий рано; принимающийся за дело рано. Иртәсел кеше. ■ Иренең иртә тороуы Раузаға ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, кәнсә ҡараған сағынан ғәҙәтенә ингәнгәме, ул да иртәсел. Т. Ғарипова.
ИР-УҘАМАН (Р: авторитетные мужчины; И.: men having authority; T.: er) и. йыйн.
Илдә яҡшы эштәре менән танылған ирҙәр. □ Авторитетные, уважаемые мужчины. ■ Ил намыҫын һаҡлаған ир-уҙаман булалыр. «Ҡуңыр буға».
ИР УРТАҺЫ (Р: зрелость; И.: of mature age (of men); T.: olgun) и.
Ысын ирҙәргә хас аҡылға эйә булған, тормош тәжрибәһе туплаған, физик яҡтан сыныҡҡан, көслө, ныҡлы, 40 йәштәр самаһындағы (ир). □ Зрелость. / Зрелый (о мужчине). ■ Ир уртаһына етеп, аҡыл туплап, халыҡҡа ярҙам итеу юлдарын белеп бөткәс кенә эйәрҙән бәреп төшөрөуҙәренән һеңгәҙәп ҡалғайны. Г. Ғиззәтуллина. Ғариф ҡырҡ йәштәрҙәге ир уртаһы кеше хәҙер. Ж. Кейекбаев. [Аллабирҙе] шулай, ир уртаһы етеп, мал-тыуарынан бихисап тул йәйҙереп, бәҫле генә улъя туплап донъя көтөп ятҡанда, уйламағандан-көтмәгәндән башына ҙур ҡайғы төшә: куңеле ятҡан бисәһенән дә, етеп килгән өс улынан да яҙып, берҙән-бер көн япа-яңғыҙ тороп ҡала был. «Алдар менән Зөһрә».
ИРҺЕҘ (Р: незамужняя; И.: unmarried; T.: kocasiz) с.
Ире булмаған, ире юҡ. □ Незамужняя. • Ирле иренә таяна, ирһеҙ биленә таяна. Әйтем.
ИРҺЕҘЛЕК (ирһеҙлеге) (Р: одиночество женщины; И.: loneliness (about women); T.: yalnızlık) и.
789