Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 790


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИРҺЕНЕҮ
Ирһеҙ булған хәл. □ Одиночество женщины, положение безмужней (незамужней) женщины. Ирһеҙлектән интегеү.
ИРҺЕНЕҮ (ирһен-) (Р.: считать мужа достойным себя; И.: consider husband worth herself; T.: eşini lâyık görmek) ҡ.
1. Иреңде үҙеңә тиң күреп, ризалыҡта булыу; иргә һанау. □ Считать мужа достойным себя, равным себе. ■ [Көнһылыу — ағаһына:] Биргән генә кейәүең теремек түгел, күңелкәйем бер ҙә ирһенмәй. Халыҡ йырынан.
2. ҡар. ирһерәү. ■ Аңлаймы ни ирһенеүҙән ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөгән немец бисәһе уның [Ирназарҙың] эс серҙәрен, кемде, кемдәрҙе һағынып һыҡтауын. Ә. Хәкимов.
ИРҺЕРӘҮ (ирһерә-) (Р.: желать мужчину; И.: desire a male; T.: erkek istemek) ҡ.
Иргә зарығыу, ир теләү. □ Желать мужчину, скучать по мужчине.
ИРҺӘК (Р: сладострастница; И.: salacious; T.: şehvetli) и.
Ир яратыусан, ир-ат тирәһендә уралырға яратҡан. □ Сладострастница. / Похотливая, сладострастная (о женщине). Ирһәк ҡатын. Ирһәк булыу. • Бурға бур ышанмаҫ, ирһәккә ирһәк ышанмаҫ. Мәҡәл.
ИРҺӘКЛӘНЕҮ (ирһәклән-) (Р: сладос-трастничать; И.: be wanton; T.: şehvetli olmak) ҡ.
Ирһәккә әйләнеү, ирһәк булыу. П Сладо-страстничать. Ирһәкләнеп йөрөү.
ИРҺӘҮ (ирһә-) ҡ. ҡар. диал. ирһерәү.
ИРШАД [ғәр. Jbij] (Р: наставление; И.: instruction; T.: öğretim) и. иҫк. кит.
Кемдеңдер берәүҙе уҡытыуы, өйрәтеүе. □ Наставление.
ИРШАД ИТЕҮ (иршад ит-) (Р: учить;
И.: teach, instruct; T.: öğretmek) ҡ.
Уҡытыу, өйрәтеү. □ Учить, обучать.
ИРШАД ӘЙЛӘҮ (иршад әйлә-) ҡ. ҡар. иршад итеү. ■ Минең атам 1889 йылға ҡәҙәр халыҡҡа әмер мәғрүф вә нәһи мөнҡәр итеп күп юлдан яҙғандарҙы шәриғәт вә тәриҡәт юлдарына иршад әйләне. Ғ. Кейеков.
ИР-ШАҺБАЗ [төрки + фарс. (Р: богатырь; И.: strong / powerful man; T: bahadır) и.
Батыр ир; ир-ыласын. □ Смелый, отважный мужчина; богатырь.
ИР-ЫЛАСЫН и. ҡар. ир-шаһбаз.
ИРӘБЕ I (P: приветливый; И.: affable, friendly; T.: güleryüzlü) c.
Кешегә ҡарата асыҡ, хуш күңелле, мөләйем йөҙлө; илгәҙәк. □ Приветливый, радушный, любезный. Ирәбе йөҙ менән ҡаршы алыу.
ИРӘБЕ II (Р: здоровый; И.: sturdy; T: sağlam) с.
Кәүҙәгә ныҡлы, баҙыҡ, теремек. □ Здоровый, крепкий. ■ [Миңлебикә:] Ирәбе кәүҙәле, ныҡыш, таҙа егет — ҡосаҡлап алһа, һөйәгеңде һындырырлыҡ! К. Мәргән. Ул [Ғариф], атаһына оҡшап, ирәбе кәүҙәле, киң яурынлы, итләс, ялтыр ҡара сусаҡ битле бер бәндә, һимереп, уның күҙе бөтәшә яҙған хатта. Ж. Кейекбаев. Ир бала ла ирәбе — атаһынан ҡот ингән, ҡыҙ бала ла ирәбе — әсәһенән һөт имгән. Халыҡ йырынан. Алпамыша ғәйәт ирәбе, ғәләмәт көслө батыр булып күҙ алдына баҫа: уның буйы ғына ла алтмыш (ҡайһы бер вариантта етмеш) аршын, яурыны — алты аршын. М. Сәғитов. [Әхмәт — Эльзаға:] Бәй-бәй, бигерәк бала икәнһең дә, — тигән булды. — Тәҙрә аша ирәберәк күренгәйнең. 3. Ураҡсин. • Ирәбе ҡатын иллелә лә бала табыр. Мәҡәл.
ИРӘБЕЛӘНДЕРЕҮ I (ирәбеләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. ирәбеләнеү I. понуд. от ирәбеләнеү I. Ирәбеләндереп ебәрҙе.
ИРӘБЕЛӘНДЕРЕҮ II (ирәбеләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. ирәбеләнеү II. понуд. от ирәбеләнеү II.
ИРӘБЕЛӘНЕҮ I (ирәбелән-) (Р: проявлять приветливость; И.: display amicacy; T.: güleryüzlülük göstermek) ҡ.
Асыҡ, мөләйем йөҙлөгә әйләнеү; илгәҙәк-ләнеү. □ Проявлять приветливость, любезность, радушие. ■ Әлфирә лә ҡыҙҙарса ирәбеләнеп эйәрсәненә һыйына, йәне йылына. Р. Камал. Ул [Хашим] фронттан ҡайтҡаны бирле малайҙарҙың төҫө сығып, ирәйеп, ирәбеләнеп киттеләр; Мәҙинәнең дә йөҙөнән етемлек сырайы китте. Т. Ғарипова.
790