ИСЕМ
Вәзир исемен телгә алып һуҙ башларға баҙнат итмәне. М. Кәрим. Егет өсөн хәҙер елдәр ҙә, һауалар ҙа, ҡоштар ҙа шул исемде ҡабатлай, шул телдә генә һөйләшә. Р. Камал. Басариев яйы тура килгән һайын әлкәләге ҘУР урындағы кешеләрҙең исемдәрен ҡушып һөйләне, уларға уҙенең яҡынлығын белдерергә тырышты. Р. Солтангәрәев. • Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын, ырыуыңа тап килмәһә, ораныңа тап булһын. Әйтем.
2. Кешенең фамилияһы, үҙ исеме, атаһының исеме. □ Фамилия, имя, отчество.
3. Мыҫҡыллап, көлөп ҡушылған ҡушамат. □ Прозвание, прозвище. W Уғры тигән исем таҡһалар ҙа, Үҙәнбаев аҫыл ир булыр. Ш. Бабич. Хатта әсе теллерәк ҡатындар «Гөрбиян Зөбәржәт» тип исем дә таҡҡан. Н. Мусин.
4. Төрлө предмет, күренеш, нәмә һ. б. атамаһы. □ Название, наименование чего-л. Ҡаланың исеме. Урамдың исеме. Аҡландың исеме. Хикәйәнең исеме. Романдың исеме. ■ Туңгәуер — был ырыуҙың исеме булған, мал аҫрау туңгәуерҙәрҙең кәсебе булған. «Бабсаҡ менән Күсәк». Бына шунан башлана Бикбау ауылының тарихы. Башта Бикбау ҡарт килеп ултырған да, исеме лә шунан ҡалған. Р. Солтангәрәев. [Таңһылыу:] Йомағолдоң башын ашаған, беҙҙән айырған һәм минең башыма ҡайғы булған Ашҡаҙар йылғаһының исеме менән уҙемдең көйөмдө «Ашҡаҙар» тип ҡушам. М. Буранғолов.
5. Кешегә ниндәйҙер әлкәләге тырышлығы, оҫталығы, белеме һ. б. ҡарап бирелгән атама; дәрәжә. □ Звание. Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыу. Хөрмәтле исем йөрөтөу.
6. Кешенең эш-һөнәрен, ижтимағи хәлен белдергән һүҙ; атама. □ Название профессии. Уҡытыусы исеме. Табип исеме. Шағир исеме алыу.
7. Эш, хеҙмәт өлкәһендәге ҡаҙанышҡа ҡарап бирелә торған рәсми атама. □ Официальное название. ■ «Халыҡ ансамбле» исемен алыу өсөн көрәш ҡыҙыу барҙы. «Ағиҙел», № 4, 2010.
8. Танылғанлыҡ, дан, шөһрәт. □ Слава, известность. Уның исеме бөтә Башҡортостанға билдәле.
9. Намыҫ, яҡшы ат. □ Доброе имя. ■ Юҡ, һатманы башҡорт иҫке исемен, атылып килеп сыҡты майҙанға! «Мин — башҡорт!» — тип шунда һөрәнләгәс, мәғрур халыҡ ҡалды хайранға. Ш. Бабич. • Алтын ерҙә серемәҫ, яҡшы исем илдә серемәҫ. Әйтем. Арыҫлан улһә — тиреһе ҡала, кеше улһә — исеме ҡала. Мәҡәл. Кешенең яманатын һатҡансы, уҙендең яҡшы исемеңде сығар. Әйтем. Саҡырғандың исеме оло. Әйтем. Яҡшы исем малдан артыҡ. Әйтем.
10. төб. килештә берәр кешегә һ. б. йүнәлтелгән, билдәләнгән, адресланған. □ На чьё-л. имя. Өйҙө бала исеменә яҙҙырыу.
11. у.-в. килештә нимәнеңдер кем ҡарамағында булғанын белдерә. □ На (ком?) (при им. сущ. в ф. местного падежа). Бөтә байлығыбыҙ һинең исемдә бит.
12. сығн. килештә берәй кеше, ойошма һ. б. үтенесе, һорауы, талабы буйынса. □ От имени, от лица, именем кого-л., чего-л. Йәштәр исеменән. Дуҫтар исеменән. ■ [Урусов — Максимовҡа:] Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, көн һайын халыҡ исеменән Аҡай, Айбулат-тарҙы ҡотҡарығыҙ, баярҙарҙы беҙҙең ерҙән сығарығыҙ, тигән хаттар килеп тора. М. Буранғолов. Хан исеменән ҡала халҡына һый биреләсәк. Ә. Хәкимов.
13. Сифат яһаусы -дағы/-дәге формаһында килеп, кемдеңдер хөрмәтенә бирелгән атаманы белдерә. □ Имени. ■ Ырымбурҙағы Неплюев исемендәге кадет корпусының Азия эскадронында уҡыусы мишәрҙәр, типтәрҙәр, ҡырғыҙҙар һәм рустар араһында һәр саҡ башҡорт егеттәре айырылып торған. М. Өмөтбаев.
14. гром. Предметты белдереп, килештә, һанда үҙгәрә торған һүҙ төркөмө. □ Имя существительное. Һөйләмдә исем ҡылымды билдәләу.
15. миф. Ышаныуҙар буйынса, кешенең дүрт йәненең береһе. □ Имя, персональный знак человека (в башкирской мифологии: одна из душ человека, которая определяет его
793