Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 794


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИСЕМ АЛМАШТЫРЫУ
сущность, здоровье и судьбу. По представлениям башкир, имя и его носитель тождественны ). ■ Башҡорт мифологияһында исем кешенең яҙмышына тәьҫир итә тиелә. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Исемгәтағылыу яманаты сығыу. □ Заиметь дурную славу. Исемгә тағылып ҡуя күрмә! Исеме генә ҡалыу үҙенең бығаса булған төп йөкмәткеһен, сифаттарын юғалтҡан нәмә, күренеш һ. б. тураһында әйтелә. □ Одно название осталось. Ауылдың исеме генә ҡалды инде. Исеме лә ҡалмау бөтөнләй бөтөү, юҡ булыу, эҙһеҙ юғалыу. □ Исчезать. Исемем [фәлән] булмаһын нимәнелер эшләргә ант итеп әйтелгән һүҙ. □ Клятвенное заверение сделать, совершить что-л.
■ Туҡта, әгәр ҙә мин ошо йүгәнһеҙ ҡатынды йүгәнләмәһәм, исемем мәсет ҡарты Сөләймән булмаһын. Ғ. Хәйри. Сәлимә еңгәмде Байышҡа ебәрһәмме, төптө ир булып йәшәмәйем, ошо бүркемде үк кеймәйем, исемем Айҙар булмаһын! һ. Дәүләтшина. Исемем ҡороһон нимәнеңдер дөрөҫлөгөн белдереп ант иткәндә әйтелә. □ Будь я проклят, доел. Пусть моё имя исчезнет.
■ «Исемем ҡороһон!» — тип ант итәләр беҙҙең яҡта. Картотека фондынан. Исеме ни тора берәй дан, дәрәжәгә ҡыҙыҡҡанда йәки ғәрләнгәндә әйтелә. □ Чего стоит. Исеме<ң> юғала (йәки юғалыр) кешенең кире ғәҙәтен билдәләп шелтәләгәндә әйтелә. □ Ты будешь не ты. Бер эште ҡырҡ эшләмәһәң, исемең юғала бит һинең. Исем итеп {йәки өсөн) ысын итеп түгел, иҫәп өсөн генә. □ Для названия, формально; так себе, кое-как. Исем итеп йөрөтөү. Исем итеп алыу. Ҡулынан эш килмәгән кешене исем итеп йөрөтәләр. Исем күтәреү хаҡһыҙға, тейешһеҙгә ниндәйҙер исем алыу. □ Пострадать от клеветы. Нахаҡҡа шундай исем күтәреп йөрөйөм инде. Исем ҡалыу {йәки ҡалдырыу) ниндәйҙер эш-ҡылығың менән халыҡ телендә ҡалыу (күберәк насар эш-ҡылыҡҡа ҡарата әйтелә). □ Прославиться. Яҡшы исем ҡалдырыу. Яман исем ҡалдырыу. Исем өсөн ҡар. исем итеп. Исем өсөн генә эшләү. ■ [Ғиззәт:] Исем өсөн генә тигәндәй,
бер иптәшем бар ине лә... Уныһы ла бөгөн, билем ауырта, тип, ҡыуышта ятып ҡалды.
Н. Мусин. [Ҡоро] исем булып йөрөү файҙа килтермәй, иҫәптә генә тороу. □ Для счёта (о человеке). Ҡулынан бер эш килмәй, йөрөй шунда исем булып. Исем сығарыу {йәки сығыу) насар эш, ҡылыҡ тураһында хәбәр таратыу; яманатын һатыу. □ Приобрести дурную славу, ославиться. Исем сығарып йөрөмә. Исем һатыу яманат, насар дан таратыу. □ Очернить, ославить. ■ Сөнәғәт Ташбатҡан ауылындағы айыу урлау ваҡиғаһын һөйләргә тип ауыҙ ҙа асып ҡуйғайны, ләкин үҙенең киләсәктә ҡайны булаһы кешенең исемен һатырға теләмәне. Ж. Кейекбаев.
ИСЕМ АЛМАШТЫРЫУ (исем алмаштыр-) (Р.: сменить имя; И.: change one’s name (for magical purposes); T.: isim değiştirmek) ҡ.
Башҡорттарҙа, ышаныуҙар буйынса, әгәр кеше йыш ауырыһа, исем алмаштырғандар.
□ Сменить имя (используется в магической медицине башкир как средство расторжения его связи с болезнью). ■ Миң боҙола башлаһа, мулла саҡырып, исем алмаштырғандар. Башҡорт мифологияһынан. Бала илаҡ булһа, йыш ауырыһа, миң ҡалҡһа, исеме оҡшамай, тип, исем алмаштырғандар. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ИСЕМ-АТ и. йыйн.
1. ҡар. исем 2. ■ Береһе исем-атын һорағансы, икенсеһе арттан килеп ҡулын шаҡарҙы, кеҫәләрен ҡапшаны. Г. Ғиззәтуллина. [Ҡарт — Аллабирҙегә:] Исем-атыңды ғына түгел, мин һинең ҡайғы-хәсрәтең ниҙән икәнен дә шәйләйем. «Алдар менән Зөһрә».
2. Яманат. □ Дурная слава. Исем-атың сығып ҡуймаһын.
ИСЕМ-АТАҠ СЫҒЫУ (исем-атаҡ сыҡ-) (Р: приобрести дурную славу; И.: acquire an ill name; T.: adı çıkmak) ҡ.
Насар дан, яманат таралыу. □ Приобрести дурную славу. Ауылда исем-атағы сыҡты.
ИСЕМ АТАТЫУ (исем атат-) (Р: давать имя; И.: name; T.: ad koymak) ҡ.
Ҡырҡ көнгә тиклем балаға исем ҡушыу.
□ Давать имя. ■ Йола буйынса, бала тыуғас, мулланан исем ататалар, кеше өй
794