ИСЕМЛЕК
ләнгәс, ижап уҡыталар, улгәс, йыназаға йыялар — бөтәһе лә шартына килтереп теуәл утәлә. Р. Камал.
ИСЕМ АТАУ (исем ата-) диал. ҡар. исем ҡушыу.
ИСЕМ БИРЕҮ (исем бир-) ҡ. ҡар. исем ҡушыу.
ИСЕМДЕК (Р: формально; И.: nominally; T: resmen) р. диал.
Ысын итеп түгел, иҫәп өсөн генә. □ Формально, одно название; так себе, кое-как.
ИСЕМДӘШ (Р: тёзка; И.: namesake; T.: adaş) и.
Бер төрлө исемде йөрөткән кешеләр, аҙаштар. □ Тёзка. Беҙ уның менән исем-дәштәр.
ИСЕМ ЙӘШЕРЕҮ (Р: табуирование имени; И.: taboo a name; T.: adı gizlemek) и. этн.
Ен-шайтандарҙан һаҡланыу маҡсатында исем йәшереү йолаһы. □ Табуирование имени, скрывание имени. Исем йәшереу йолаһы бөгөнгө көндә лә ауылдарҙа һаҡланған.
ИСЕМ ҠУШЫУ (исем ҡуш-) (Р: давать имя; И.: give a name; T: ad koymak) ҡ.
1. Бала тыуғас та уға билдәле бер шәхси атама беркетеп ҡуйыу. □ Давать имя, нарекать именем. ■ Зөлҡәрнәй тигән исем ҡуштылар, ҡыҫылманы [Әлфирә]. Р. Камал. [Хажисолтан — Хөппөнисаға:] Муллаға барып киләм. Сабыйға исем ҡушыу хаҡында кәңәшләшергә кәрәк. Я. Хамматов. Уҡыусылар Галина Васильевна тип йөрөтә. Фатирҙа торған әбей «Ғәлиә» тип башҡортса исем ҡушты. Н. Мусин.
2. Кешегә ҡушамат биреү, ҡушамат тағыу. □ Дать какое-л. прозвище, прозвать кем-л. Балалар бер-береһенә исем ҡушырға ярата.
3. Төрлө предметҡа, күренешкә һәм башҡа нәмәгә атама биреү. □ Называть, именовать; наименовать. ■ [Ғабдулла:] Кирәмәтте ҡотҡарыу өсөн төҙөлгән отрядҡа «Өс таған» тип исем ҡушырға. Ризамы? М. Кәрим.
ИСЕМ ҠЫЛЫМ (Р: имя действия; И.: gerund; verbal name; T: isim fiil) и. лингв.
Эш-хәрәкәттең исемен белдергән һәм исемгә хас булған күплек, килеш һәм зат ялғауҙары ҡабул иткән ҡылым төркөмсәһе. □ Имя действия. ■ Исем ҡылымдар уҙҙәренең лексик-грамматик уҙенсәлектәре буйынса исем менән ҡылым һуҙ төркөмдәре араһында торған категория һанала. Картотека фондынан.
ИСЕМЛЕ (Р: именуемый; И.: named; T: adında) с.
1. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҙағына ҡушылып, билдәле бер исемгә эйә булыуҙы белдерә. □ Имеющий какое-л. имя, название, именуемый, по имени. ■ Ыҫмала төҫлө кара ҡуйы сәсле ҡылыс танаулы, сандыр малай Ғабдулла исемле. М. Кәрим. [Ҡолсобай:] Ҡасырға уҙем теләмәнем. Ыстапандың Машҡа исемле ҡыҙы өсөн туҙҙем. Я. Хамматов. Ауылдан егерме саҡрым самаһы барғас, бер утар бар. Унда ғаиләһе менән Евстафий Сав-ватиевич исемле бер ҡарт йәшәй. Ж. Кейекбаев.
2. Айырым кешегә арнап исеме яҙылған, тәғәйенләп яҙып бирелгән. □ Именной. Исемле балдаҡ. Исемле сәғәт. ■ Кейеҙбайҙы тотоп килтерәләр. Ҡараһалар, бармағында — батша ҡыҙының алтын йөҙөгө, кеҫәһендә — исемле яулығы. Әкиәттән.
3. Исеме танылған; билдәле, атаҡлы.
□ Знаменитый, прославленный; именитый. Исемле батыр. Исемле һунарсы.
ИСЕМЛЕК (исемлеге) (Р: список; И.: list; T: liste) и.
Кешеләрҙең исем-фамилияһы йәки төрлө нәмәнең исеме, атамаһы яҙылған теҙмә.
□ Именной список, реестр, опись. Балалар исемлеге. Исемлек тултырыу. Исемлеккә индереу. Исемлеккә теркәу. Ҡара исемлек. ■ Исемлектәрҙе барлай торғас, Ҡасымжан Балтабаев менән уның ярҙамсыһы ҡасҡаны билдәләнде. 3. Ураҡсин. [Тәфтишсе] револьверын болғап, ниндәйҙер оҙон исемлеккә ҡул ҡуйҙырырға тырыша. Г. Ғиззәтуллина. Бер нисә минут шулай дыу-әкәмәт килеп йырлағас, көлкө һуҙҙәр һөйләгәс, Ҡул ауылындағы матур ҡыҙҙар исемлеген һанап сыҡҡас, ул [Ғимай] кеҫәһендәге бөгөн генә
795