ИСМАҺАМ
Кешенең өнһөҙ ителеүе. □ Успокаивание (плачущего, говорящего); принуждение к молчанию.
ИСКӘТ ИТЕҮ (искәт ит-) (Р: успокаивать; И.: soothe; T.: sakinleştirmek) ҡ.
Өн-тауышһыҙ итеү, һүҙһеҙ итеү; һүҙҙән, илауҙан туҡтатыу; тымыҙыу. □ Успокаивать.
ИСКӘТ ҠЫЛЫУ (искәт ҡыл-) ҡ. ҡар. искәт итеү.
ИСКӘТ ӘЙЛӘҮ (искәт әйлә-) ҡ. ҡар. искәт итеү.
ИСҠАТ [ғәр. (Р: сбрасывание;
И.: dethrowning; T.: atmak) и. иҫк. кит.
Нимәнеңдер ҡолатылыуы, төшөрөлөүе, ташланыуы. □ Сбрасывание, свержение.
ИСҠАТ ИТЕҮ (исҡат ит-) (Р: сбросить;
И.: dethrown; T.: atmak) ҡ.
Ҡолатыу, төшөрөү, ташлау. □ Сбросить.
ИСҠАТ ҠЫЛЫУ (исҡат ҡыл-) ҡ. ҡар. исҡат итеү.
ИСЛАМ [ғәр. (Û4 ‘буйһоноу’] (Р: ислам; И.: İslam; T.: İslam) и.
Донъяла киң таралыш алған диндәрҙең береһе; мосолман (Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынан VII быуатта Ғәрәбстанда нигеҙләнгән). □ Ислам, мусульманство. / Мусульманский, исламский. Ислам дине. ■ Ислам белгестәре, бер-береһенән шикләнгән һымаҡ, сиселеп бармайҙар, олпатлыҡ һаҡлайҙар. Ә. Хәкимов. Ислам дине ҡабул ителеу менән, Ҡөрьәндән алынған иң изге юлдарҙы ҡатын-ҡыҙҙар ҡашмауға ҡушып теккән, ә ир-егеттәр доғаларҙы кундән яһалған өсмөйөштәргә һалып, билбауына элеп йөрөткән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2011.
ИСЛАМИӘТ [ғәр. AİÖLJ] (Р: мусульманство; И.: Islamism; T.: İslamiyet) и. иҫк. кит.
Мосолманлыҡ. □ Мусульманство, магометанство. Исламиәт фәлсәфәһе. М Исла-миәттең .. ғәли икәнлегенә камил ҡәнәғәт иттем. Р. Фәхретдинов.
ИСЛАМИӘТСЕ и. ҡар. мосолман.
ИСЛАМСЫЛЫҠ (исламсылығы)
(Р: исламизм; И.: Islamism; T.: İslamcılık) и.
Исламға бәйле хәл. □ Исламизм. / Исламистский. Исламсылыҡ хәрәкәте.
ИСЛАНД (Р: исландец; И.: Icelander; T.: İzlandah) и. этн.
Исландияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (герман телдәренең береһендә һөйләшә). □ Исландец, исландка. / Исландский. Ислан халҡы. Исланд ир-аты. Исланд ҡатын-ҡыҙы.
ИСЛАХ [ғәр. (Р: реформа; И.: reform; T.: ıslahat) и. иҫк. кит.
Ниҙеңдер үҙгәртеп ҡоролоуы; үҙгәреш; ислахат. □ Реформа. Ислах ҡарарҙары.
ИСЛАХАТ [ғәр. и. ҡар. ислах.
Ислахат яҡлылар.
ИСЛАХ ИТЕҮ (ислах ит-) (Р: реформировать; И.: reform; T.: ıslah etmek) ҡ.
Яңыртыу; реформа үткәреү. □ Реформировать. ■ Ҡәләменән тугелмеш шәйҙәр ғилем уҡырға, әхләҡ хәстәһенә дауа булдырырға, ғаиләләрҙе ислах итергә, балаларҙы гузәл тәрбиә итеп, һәнәр вә сәнғәттәр тәғлим әйләргә даир икәне моталәғә иткәндәргә мәғлумдер. Р. Фәхретдинов.
ИСЛАХ ҠЫЛЫУ (ислах ҡыл) ҡ. ҡар. ислах итеү. ■ Ғилемебеҙҙең сәмәрәһе — ашып ташыу, ел биреп, ҡоторғанға ҡабатлашыу. Берен-бере ислах ҡылып, ҡуйыу тугел, ҡы-ҙыңҡырап киткәндә — таяҡлашыу. М. Аҡмулла.
ИСЛАХСЫ (Р: реформатор; И.: reformer; T.: ıslahatçı) и. иҫк.
Яңылыҡ яҡлы, реформа яҡлы кеше. □ Реформатор, реформист, сторонник реформ, преобразователь. Ислахсы булыу.
ИСМАҺАМ I (Р: хотя бы; И.: at least; T.: en azından) мөн.
1. Бәләкәй генә бер өмөт, теләк, үтенес, сараһыҙлыҡ, үкенес, мохтаж итеп нимәлер әйткәндә ҡулланыла; һис булмаһа, һис юғында. □ Хотя бы, по крайней мере. ■ Исмаһам, аҡсаһы булыр, тип башлыса һуғыш йылдарында яҙылған шиғырҙарынан тупланған йоҡа ғына китап әтмәлләгәйне. Г. Ғиззәтуллина. «Юҡ, шылт иткән тауыш та ишетелмәй, исмаһам, кулдә йән эйәһе барлығын белдереп берәй балыҡ та ҡарпымай», — ти Ҡолмөхәммәт. А. Таһиров.
797