ИСМАҺАМ
2. Кемгәлер йәки нимәгәлер бәләкәй генә бер өҫтөнлөк биреп, айырыу өсөн ҡулланыла. □ Хотя бы. ■ [Заятүләк — һыуһылыуға:] Балҡан тауға күсәйек. Унан бөтә тирә-яҡ күренеп тора, исмаһам. «Зая-түләк менән һыуһылыу». [Алтынбай:] Уның [ағаһының], исмаһам, төтөн сығарыр мөрйәһе, күңеле ятҡан ҡатыны, етеп килгән балалары бар, ә мин — йорт-ерһеҙ, төйәкһеҙ.
3. Ураҡсин.
ИСМАҺАМ II (Р.: хотя бы; И.: at least; T.: en azından) киҫ.
Юҡлыҡ формаһындағы хәбәр менән килеп, уның мәғәнәһен көсәйтә. □ Хотя бы. Йә, исмаһам, тиҙерәк йәй етмәй.
ИСМАҺАМ III (Р.: ай да..!; И.: what а..!; T.: işte) ымл.
Күберәк «бына» алмашы менән килеп, хуплауҙы, маҡтауҙы, һоҡланыуҙы белдерә. □ Выражает одобрение, похвалу, восхищение: во! Бына, исмаһам, егет!
ИСМЕ ӘҒЗӘМ [ғәр. г-1] (Р-: имена Аллаха; И.: Allah’s names; T.: ismi Ağzam) и. дини.
Аллаһы Тәғәләнең 99 исеме. □ Имена Аллаха. Исме әғзәм уҡыу.
ИСНАД [ғәр. ‘терәү’] (Р.: приписывание; И.: attribution; T: isnat) и. иҫк. кит.
Эш-ҡылыҡ йәки ғәйептең кемгәлер яп-һарылышы, йөкмәтелеше. □ Приписывание (каких-л.) действий (кому-л.).
ИСНАД ИТЕҮ (иснад ит-) (Р.: приписывать; И.: ascribe (to smb); T: isnat etmek) ҡ.
Япһарыу, йөкмәтеү. □ Приписывать, свалить на кого-л. ■ [Хайуандарға — төл-кө:[ Беҙҙең баһабыҙ улар [кешеләр] ҡашында ҡиммәтле, шуның өҫтөнә, улар беҙгә хәйләкәрлекте иснад итеп, бөтә йыһан халҡы ҡашында беҙҙе алдаҡсы күрһәтеп, беҙҙең йөҙөбөҙгә ҡара яғалар. М. Ғафури.
ИСНАД ҠЫЛЫУ (иснад ҡыл-) ҡ. ҡар. иснад итеү.
ИСПАН (Р: испанец; И.: Spaniard; T: İspanyol) и. этн.
Испанияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (Һинд-Европа телдәренең береһендә һөйлә
шә). □ Испанец, испанка. / Испанский. Испан халҡы. Испан теле.
ИСПАНСА (Р: по-испански; И.: in Spanish; T.: İspanyolca) р.
1. Испан телендә. □ По-испански (касательно языка). Испанса белеү. Испанса уҡыу. Испанса һөйләү. ■ Лагерҙағы кешеләр, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, уртаҡ тел таба ине. Кемдер бер нисә ауыҙ рус һүҙен, икенсеһе арлы-бирле инглиз телен белә, өсөнсөләре французса, испанса һупалай, — ғөмүмән, әсе яҙмыш уларҙы бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға мәжбүр итә. Ә. Хәкимов.
2. Испандар кеүек, испан халҡына хас. □ По-испански. Испанса бейергә өйрәнеү.
ИСПРАВНИК (исправнигы) [рус.| (Р: исправник; И.: district police officer (in Russia prior to 1917); T: eskiden Rusya’daki polis memuru) и. тар.
Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә өйәҙ полицияһының башлығы. □ Исправник. / Исправнический, исправничий. ■ Исправник Төлкөсура менән һөйләшкәндә Маслов менән Романды тышҡа сығарып торғайны. Н. Мусин. Стәрлетамаҡ әйәҙе полицияларына, земский исправниктарына ҡасҡын һалдат Бейеш Ишкининды эҙәрләүҙе көсәйтергә .. тигән яңы ҡәтғи әмер алынғас та, Әбделбаҡый ҡустыһына хәбәр итергә ашыҡты. Я. Хамматов.
ИСПӘТ и. диал. ҡар. утын балтаһы.
ИСРАҠ (исрағы) [ғәр. ‘тиҙ’]
(Р: утренний намаз; И.: morning (Muslim) prayer; T.: sabah namazı) и. дини.
Иртәнге намаҙ. □ Утренний намаз. Мәсеткә исраҡ уҡырға барыу.
ИСРАР [ғәр. (Р: радость; И.: joy; T.: ısrar) и. иҫк. кит.
Шатлыҡ, ҡыуаныс. □ Радость. М [Һандуғас ] ниһәйәт, үҙенә илһам ҡылынған исрарҙы, мөхәббәт вә ғишыҡты кәмал муафиҡиәт (уңыш) менән тәблиғ итеп бөткән рәүешле, үҙенең һайрауынан туҡтаны. М. Ғафури.
ИСРАР ИТЕҮ (исрар ит-) (Р: радоваться; И.: display joy; T.: ısrar etmek) ҡ.
Шатлыҡ кисереү, ҡыуаныу. □ Радоваться.
798