ИСТИБРА ҠЫЛЫУ
ИСРАФ [ғәр. (Р.: расточитель-
ность; И.: wastefulness; T.: israf) и.
Әрәм-шәрәм итеүсәнлек, бәрәшәнлек. □ Расточительность; расточительство.
ИСРАФ БУЛЫУ (исраф бул-) (Р: пропасть зря; И.: perish in vain; T.: israfa kaçmak) ҡ.
Әрәмгә китеү, бушҡа туҙҙырылыу; бушҡа тәләф булыу. □ Пропасть зря. Ашап ҡуйығыҙ, исраф булып ҡалмаһын.
ИСРАФИЛ [ғәр. (Р: Исрафил;
И.: Israphil; T.: İsrafil) и. дини.
(баш хәреф менән) Дини ҡараш буйынса, ҡиәмәт көнөн белдереп сур (борғо) ҡысҡыртасаҡ фәрештә. □ Исрафил (архангел, который, по поверью мусульман, будет трубить о наступлении Страшного суда). ■ Исрафил сурын өрөргә әҙерләнеп, күптән инде эйелеп баҫҡан, тип һөйләй боронғолар. Экспедиция материалдарынан.
ИСРАФ ИТЕҮ (исраф ит-) (Р: транжирить; И.: squander; T.: israf etmek) ҡ.
Ҡәҙерен белмәй тотоноп, әрәм-шәрәм итеү; бушҡа тәләф итеү. □ Транжирить, тратить, расточать. ■ Ҡайҙа ҡарама — вышкалар, шахталар, карьерҙар. Бер килкеһе Ер-әсәнең елек майын һура, икенселәре һөйәген кимерә, өсөнсөләре тереләй тиреһен тунай. Тәбиғәт байлығының исраф ителеүе самаһыҙ. «Ағиҙел», №7, 2011. Юл ыңғайы беҙгә [һалдаттарға] ояһы-ояһы менән бүҙәнәләр тап була торҙо. Тик беҙ уларға ваҡыт исраф итеп тормаҫҡа булдыҡ, ҡағылмай ары китә бирҙек. Д. Юлтый.
ИСРАФ ҠЫЛЫУ (исраф ҡыл-) ҡ. ҡар. исраф итеү.
ИСРАФЛАУ (исрафла-) (Р: тратить;
И.: squander; T.: israf etmek) ҡ.
Бушҡа тәләф итеү, туҙҙырыу, әрәм-шәрәм итеү. □ Транжирить, тратить, расточать. ■ Минең көсөмдө юҡ-барға исрафларға һис мөмкинлегем юҡ, — тип өгөтләй ине үҙен Әҙибә. Г. Ғиззәтуллина.
ИСТЕБЛИШМЕНТ [рус. < ингл. establishment‘нтеҙ'} (Р: истеблишмент; И.: the establishment; T: kuruluş) и.
1. Килемдең юғары кимәле, йәмғиәттең нығынған, тотороҡло хәле. □ Истеблиш
мент (высокий уровень прибылей, устойчивое положение в обществе, достаток).
2. Йәмғиәттең нигеҙен тәшкил иткән, терәге булып торған юғары ҡатлам. □ Истеблишмент (слои общества, имеющие привилегированное положение и являющиеся опорой данного общественного строя).
ИСТЕРИК I [рус.] (Р: истерик; И.: hysterical person, hysteric; T.: isteri hastası) и. мед.
Истерия менән ауырыған кеше. □ Истерик (человек, страдающий истерией, склонный к истерикам).
ИСТЕРИК II (Р: истерический; И.: hysterical; T.: isterik) с.
1. Истерияға мөнәсәбәтле. □ Истеричный, истерический, как у истерика (психоз, смех, рыдания). Истерик рәүештә илау.
2. Истерия менән ауырыған, истерияға дусар булған. □ Склонный к истерии, истерический, истеричный (человек, припадок). Истерик ауырыу.
ИСТЕРИКА [рус. < гр. hysterikos] (Р: истерика; И.: hysterics; T.: isteri nöbeti) и.
Истерия өйәнәге. □ Истерика (припадок истерии).
ИСТЕРИЯ [рус. < гр. hystera ‘аналыҡ’] (Р: истерия; И.: hysteria; T.: isteri) и.
1. мед. Өйәнәк хәленә еткәнсе ярһыу, көлөү, илау менән билдәләнгән функциональ нервы-психика ауырыуы. □ Истерия.
2. күсм. Ниндәйҙер йүнәлештәге ҡоторонҡо эшмәкәрлек. □ Истерия. Хәрби истерия.
ИСТИБДАД [ғәр. ûlâiL-)] (Р; самовластие; И.: autocracy; T.: istibdat) и. иҫк. кит.
Сикләнмәгән үҙ аллы власть; деспотлыҡ, залимлыҡ. □ Самовластие, деспотизм, абсолютизм. ■ Был дәүерҙәрҙә 5-се йыл революцияһының тулҡындары һүнеп, Рәсәйҙә һуң дәрәжәлә истибдад башланды. М. Ғафури.
ИСТИБДАДЛЫ (Р: самодержавный; И.: autocratic; T.: istibdat) с. иҫк. кит.
Сикләнмәгән власҡа, залимлыҡҡа ҡоролған. □ Самодержавный, самовластный, деспотический. Истибдадлы хөкүмәт.
ИСТИБРА ҠЫЛЫУ (истибра ҡыл-) [ғәр. JjuJ ‘бушаныу’] (Р: мочиться; И.: piss; T.: abdest almak) ҡ. иҫк. кит.
799