Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 800


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИСТИҒАДӘД
Кесе ярау итеү, таҙарыныу. □ Мочиться. ■ Аяҡ үрә истибра ҡылып йөрөй торған тар балаҡлы бер дәһрие арта икән Пәрүәздец. С. Ҡудаш.
ИСТИҒАДӘД [ғәр. ‘әҙерлек’]
(Р.: способность; И.: ability; T.: istidat) и. иҫк. кит.
Булдыҡлылыҡ, һәләтлек. □ Способность, природная склонность. ■ һеҙҙә бар исти-ғадәд һәм ҡабилиәт (һәләтлелек), уҡыуға, уҡытыуға ҡылығыҙ ғәҙәт, уҡыуҙар донъя, әхирәттә сәғәҙәт, уянығыҙ, уянығыҙ, башҡорттарым. С. Яҡшығолов.
ИСТИҒДАД [ғәр. ‘әҙерлек’] (Р.: способность; И.: talent; T.: istidat) и. иҫк. кит.
Тыумыштан килгән һәләтлек. □ Природная склонность, способность. Башҡорт халҡына хас истиғдад. ■ Мәҙәниәт алырға, байлыҡ вә ғилем тәхсил итергә мәстә-ғидтәр сәбәпле, истиғдадтары эшһеҙ тора-маҡталыр. Р. Фәхретдинов.
ИСТИҒДАДЛЫ (Р: способный; И.: able; T.: istidatlı) с. иҫк. кит.
Һәләтле, зирәк. □ Способный. S Ул [Рауза] ғәйәт истиғдадлы, ҡыйыу вә шаян бер ҡыҙ булып сыҡты. Картотека фондынан. Азиялы-лар истиғдадлы бер халыҡтыр, Япония нисек булды утыҙ йылда? М. Ғафури.
ИСТИҒМАЛ [ғәр. Jbuo^j] (р.: употребление; И.: use, usage; T: istimal) и. иҫк. кит.
Ҡулланыш, файҙаланыш. □ Употребление, использование; применение.
ИСТИҒМАЛ ИТЕҮ (истиғмал ит-) (Р: употреблять; И.: use; T: istimal etmek) ҡ.
Ҡулланыу, файҙаланыу. □ Употреблять, использовать; применять. М Беҙҙец бабаларыбыҙ, иҫке Болғар төрөктәре, йылғаны «Иҙел» тип яд иткәндәр, имеш. Болғарҙарҙан ишетеп, ғәрәптәр ҙә «Иҙел» тип истиғмал итәләр, имеш. Р. Фәхретдинов.
ИСТИҒМАЛ ҠЫЛЫУ (истиғмал ҡыл-) ҡ. ҡар. истиғмал итеү. ■ Һеҙ ҡатында ошо нәфүдегеҙҙе ватан һәм дә дин вә һәр төрлө бәләнд эштәр хаҡында истиғмал ҡылығыҙ. Р. Фәхретдинов.
ИСТИҒРАБ [ғәр. (Р: удивление; И.: astonishment; T: hayret) и. иҫк. кит.
Аптыраш, таң ҡалыш. □ Удивление, изумление.
ИСТИҒРАБ ИТЕҮ (истиғраб ит-) (Р: удивляться; И.: wonder (at); T.: hayret etmek) ҡ.
Ғәжәпләнеү, таң ҡалыу. □ Удивляться.
ИСТИҒФА [ғәр. *U*M] (Р: отставка; И.: resignation; retirement; T.: istifa) и.
Кешенең хеҙмәттән бөтөнләй китеүе. □ Отставка. ■ Һаҙый хәлфәнең ҡайғыһы — ваҡыты илә төрлө хыялый мәҡәлә вә ялған хәбәрҙәр яҙып булһа ла мөштәри күбәйтмәк һәм, мөфти хәҙрәт үлһә йәки истиғфа итһә, мөфти булып һайланмаҡ. Ш. Бабич.
ИСТИҒФАР [ғәр. (Р: мольба
о прощении; И.: supplication for pardoning; T.: istiğfar) и. иҫк. кит.
Кешенең ғәфү үтенеүе, ярлыҡауҙы һорауы. □ Мольба о прощении, об отпущении грехов.
ИСТИҒФАР ИТЕҮ (истиғфар ит-) (Р: просить прощения; И.: ask pardon; T.: istiğfar etmek) ҡ.
Ғәфү үтенеү. □ Просить прощения.
ИСТИҒФАР ҠЫЛЫУ (истиғфар ҡыл-) ҡ. ҡар. истиғфар итеү.
ИСТИДЛАЛ [ғәр. №-!] (Р: вывод; И.: conclusion; T.: istidlal) и. иҫк. кит.
Дәлилләнгән һығымта. □ Вывод, заключение.
ИСТИДЛАЛ ИТЕҮ (истидлал ит-) (Р: делать вывод; И.: draw a conclusion; conclude; T.: istidlal etmek) ҡ.
Дәлилгә таянып һығымта яһау. □ Делать вывод, заключение.
ИСТИҠАМӘТ [ғәр. ‘туралыҡ’] (Р: верность; И.: faithfulness, loyalty, fidelity; T.: istikamet) и. иҫк. кит.
Дөрөҫлөк, ғәҙеллек. □ Правдивость, честность. ■ Һәр ғилем истиҡамәт берлә мәш-рут, бауырһаҡ татлы булыр баллағанда. М. Аҡмулла.
ИСТИҠАМӘТЛЕ (Р: правдивый; И.: just; T.: istikametli) с. иҫк. кит.
Ғәҙел. □ Правдивый, честный. М [Мәзин: ] Садрый мулла малайы үҙе истиҡамәтле, сауҙа итә, атаһы урынына мулла булырға әҙерләнә. Д. Юлтый.
800