ИҪБАТ
2. Тирә-йүндәге мөхитте һиҙеү һәләтлеге; аң, һуш. □ Чувство, сознание. Иҫ юғалыу. Иҫтән яҙыу. ■ Һөйрәкләп камераға индереп бырғағанда Әҙибә иҫен юғалтҡайны. Г. Ғиззәтуллина. Маян .. тушәгенә иҫе ауып йығыла. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Иртәгеһен бай иҫенә килеп, башын ҡалҡытып ҡараһа, бер кем дә юҡ. Әкиәттән. • Иҫең киткән иҫке сәкмәнгә. Әйтем.
3. Тән, ағзаның һиҙеү-тойоу һәләтлеге; һуш. □ Чувство, сознание. • Иҫ итмәгән сир яман. Әйтем.
4. һөйл. у.-в. килештә иҫемдә. Йәтәс айы-рышҡан кешенең ҡулынан нәмә алғанда отолмаҫ өсөн әйтелә. □ Чур.
♦ Ике иҫле аҡылға самалы; һәтәү.
□ Несообразительный, недогадливый. Иҫ белгәндән (йәки белә башлағандан) аң, аҡыл инә башлаған саҡтан; бала йәштән.
□ С малых лет. Мин иҫ белгәндән беҙ ошо ауылда торабыҙ. Иҫ белмәй <йоҡлау> бик ҡаты, онотолоп китеп. □ соотв. Задать храпака. ■ [Камил] таң ҡыйылғансы колхоз идараһында ултырҙы ла, буран баҫылып, яҡтыра төшкәс тә, ҡаҡ диванда иҫ белмәй йоҡлаған ылаусы егетте уятып, өҙөлгән юлын дауам итте. Ә. Хәкимов. Иҫе дөрөҫ уйлау, фекер итеү һәләте юғалмаған. □ В своём уме. Ҡартайһа ла, иҫе дөрөҫ уның, Аллаға шөкөр. Иҫенә лә инеп сыҡмай кешенең ниҙелер уйламауына ҡарата әйтелә; уйлап та бирмәй. □ Даже и не вспоминает. Мин хәҙер уның иҫенә лә инеп сыҡмайымдыр инде. Иҫенә (йәки иҫеңә) төшкән икән ваҡыты үткәс, һуңлап бер эшкә тотонған кешегә шелтәләп әйтелә. □ Вспомнил. Иҫең бар булғыры (ҡороғоро) ниҙелер онотоп, үртәнгәндә әйтелә. □ Выражает досаду. ■ Эй, иҫең ҡороғор, саҡ ҡына онотмағанмын, йә. Һ. Дәүләтшина.
ИҪ-АҠЫЛ (Р.: разум; И.: mind, intellect, intelligence; T.: akıl) и.
Аңлау, фекер итеү һәләтлеге. □ Разум. Иҫ-аҡылы бөткән. Иҫе-аҡылы юҡ. ■ Ун биш көн тиерлек иҫ-аҡылһыҙ яттым. 3. Ураҡсин.
♦ Иҫ-аҡылға һыймау ғәжәп итерлек, хайран ҡалырлыҡ булыу. □ Быть (стать)
поразительным, удивительным. Иҫ-аҡылға һыймаҫлыҡ эш. Иҫ-аҡыл юғалыу нисек итергә белмәй аптырау. □ Ума не приложить, ум за разум заходить.
ИҪ-АҠЫЛДАЛЫҠ (иҫ-аҡылдалығы) (Р: вменяемость; И.: responsibility; sanity; T.: aklı başında olma) и. юр.
Енәйәт субъектының мөһим билдәһе булып торған, кешенең үҙе башҡарған ҡылығын аңлау һәм яуап бирә алыу һәләте. □ Вменяемость.
ИҪ-АҠЫЛ КИТЕҮ (иҫ-аҡыл кит ) (Р: удивляться; И.: be surprised; T.: hayret etmek) ҡ.
Бик ныҡ аптырау; шаҡ ҡатыу. □ Удивляться, поражаться, изумляться; диву даваться. ■ Ҡайҙа һиндә шундай дәрт? .. Иҫ-аҡылым китеп, тыңлап торам,.. һандуғасым. Р. Ғарипов. Шул саҡ әбей .. бик һылыу бер йәш ҡыҙға әуерелгән. Егеттең быны куреп иҫ-аҡылы киткән. Әкиәттән. Хөрмәт өндәшмәне. Иҫе-аҡылы китеп, баҫып тора бирҙе. Яр. Вәлиев.
ИҪ-АҠЫЛ ҠОРОУ (иҫ-аҡыл ҡоро-) (Р: удивляться; И.: be surprised; T.: hayret etmek) ҡ.
1. Бик ныҡ аптырау. □ Очень сильно удивляться. Ҡылығыңа иҫ-аҡыл ҡороно.
2. Ныҡ ыҙа сигеү, яфаланыу. □ Сильно мучиться. Алыҫ тан бесән ташый-ташый иҫ-аҡылым ҡороно.
ИҪ АЛМАШТЫРЫУ (иҫ алмаштыр ) ҡ. диал. ҡар. иҫтән яҙыу.
ИҪАУАЛ с. диал. ҡар. иҫәүән. ■ Иҫауал Зөлҡәрнәй ни уйламаған-ншпмәгән, Аласы-барҙы һатҡан да ебәргән. Әкиәттән.
ИҪ АУЫЛЙЫУ (иҫ ауылйы ) ҡ. диал. ҡар. иҫ үңгәлеү.
ИҪБАТ [ғәр. (Р: доказательство; И.: proof, evidence; T.: ispat) и.
Ниҙеңдер дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн килтерелгән дәлил. □ Доказательство, подтверждение; аргументация. ■ Ҡиммәт хаҡҡа һатыр өсөн йугеректең [аттың] бик йугерек булыуы тураһында иҫбаты кәрәк. С. Ильясов.
26*
803