Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 804


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪБАТ ИТЕҮ
ИҪБАТ ИТЕҮ (иҫбат ит-) (Р.: доказывать; И.: prove; T.: ispat etmek) ҡ.
Ниҙелер дәлилләп нығытыу, иҫбатлау. □ Доказывать. ■ Вафин мәктәп менән дуҫлығы ныҡлығын район турәләренә шулай иҫбат итә: йәнәһе, мәктәп колхоз әйткәнен котөп кенә тора, мәктәпкә арҡа терәргә була — быйыл да балалар һикһән гектарлыҡ сөгөлдөр баҫыуын һирәкләп бирәсәк. Р. Камал. Әгәр Сафия саҡ ҡына тәжрибәлерәк булһа, русса белһә, был уҙенең балаһы икәнен аңлата, иҫбат итә алыр ине. Т. Ғиниәтуллин.
ИҪБАТЛАНЫУ (иҫбатлан-) ҡ. төш. ҡар. иҫбатлау, страд, от иҫбатлау.
ИҪБАТЛАТЫУ (иҫбатлат-) ҡ. йөкм. ҡар. иҫбатлау, понуд. от иҫбатлау.
ИҪБАТЛАУ (иҫбатла-) (Р.: доказывать; И.: argue; T.: ispatlamak) ҡ.
Дәлилдәр менән раҫлау. □ Доказывать, подтверждать; аргументировать. ■ Баса-риев бөтә оҫталығын һалды, уҙҙәренең план яғынан бик ауыр хәлдә икәнлеген дә, яңы урынды уҙләштерергә көстәре етерлек икәнен дә иҫбатланы, хатта уҙендә һирәк була торған ҡиәфәт — инәлеп һораныусы рәуешенә инеуҙән дә тартынманы. Р. Солтангәрәев. Ваҡыт алға саба, һәр тыуыр көн уҙ балҡышын килтерә, уҙ заңын иҫбатлай, уҙ көйөн көйләтә. Г. Яҡупова.
ИҪБАТЛАУСЫ I (Р: тот, кто доказывает; И.: one who argues; T.: ispatlayım) и.
Иҫбат итеүсе. □ Тот, кто доказывает, приводит доказательства. Иҫбатлаусы дәлилдәре. Иҫбатлаусыға ышаныу.
ИҪБАТЛАУСЫМ (Р: являющийся доказательством; И.: probative; T: ispatlayım) с.
Дәлил булып торған. □ Являющийся доказательством, доводом; подтверждающий что-л. Дөрөҫлөктө иҫбатлаусы дәлилдәр.
ИҪ БЕЛЕҮ (иҫ бел-) (Р: взрослеть; И.: become adult; mature; grow up; T.: büyümek) ҡ.
Бер аҙ үҫә төшөп, тирә-йүнде аңлай башлау. □ Взрослеть. ■ Шәуәли биш йәшкә етеп, иҫ белә башлаған саҡтар.. Б. Бикбай. Үҙе иҫ белгәндән бирле Ныязғол өйөнән кургән
нужалары [Айбулаттың] куҙ алдына килде. Һ. Дәүләтшина.
ИҪЕМЛӘҮ (иҫемлә-) ҡ. диал. ҡар. иҫнәү.
ИҪЕРГӘНЕҮ (иҫергән-) (Р: потерять сознание; И.: faint; T.: bayılmak) ҡ.
Иҫте юйыу, иҫһеҙ булыу. □ Потерять сознание, лишиться сознания. Иҫергәнеп йығылыу.
ИҪЕРГӘҮ (иҫергә-) ҡ. диал. ҡар. йәлләү.
ИҪЕРЕК I [боронғо төрки итерик] (Р: пьяный; И.: drunken; T: sarhoş) с.
1. Иҫерткес эсемлек тәьҫирендәге; айныҡ түгел. □ Пьяный, нетрезвый, хмельной. Иҫерек кеше. Лаяҡыл иҫерек. ■ Ул [тәфтишсе] ныҡ ҡына иҫерек, ҡыҫҡа аяҡтарында саҡ баҫып тора. Г. Ғиззәтуллина. Ҡыуыш уртаһына яғылған усаҡ, иҫерек йәки йоҡоһонан айнымаған кеше шикелле, төрлө яҡҡа сайҡалып, яна башланы. Ә. Хәкимов. • Бер иҫеректең буш һуҙенән икенсе иҫерек мәғәнә табыр. Әйтем. Иҫерек аҡсаһын эсмәй, аҡылын эсә. Әйтем.
2. Иҫергән, ҡыҙмаса булған кешеләргә хас. □ Пьяный (свойственный охмелевшим, опьяневшим людям). Иҫерек тауыш менән аҡырып йырлау.
ИҪЕРЕК II с. диал. ҡар. алйот.
ИҪЕРЕК БАШ (Р: пьяница; И.: drunkard, toper, tippler; T.: ayyaş) и.
Һәр ваҡыт эсеп, иҫереп йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Пьяница, алкоголик, пропойца. ■ Хәҙер уларҙан [эттәрҙән] еңел ҡотола алмаҫһың, иҫерек баштарҙың һөс-ләтеуе булыр — [Аҡмалды] ҡыуып етерҙәр, өҙгәләп ташларҙар. Б. Рафиҡов.
ИҪЕРЕКЛЕК (иҫереклеге) (Р: пьянство; И.: hard drinking; T.: ayyaşlık) и.
Эскеселек, эскелек. □ Пьянство, нетрезвость. ■ Тракторҙы тота алмай, ул ауҙарған, Фәтхелбаян иҫерек аҫта ҡалған. Иҫереклек әҙәм башын харап итә — ана шулай уҙ башына етә яҙған. Бәйеттән. Араҡынан китә ҡот, иҫереклектән ҡаса йорт эйәһе. Р. Ураҙғолов.
ИҪЕРЕҮ (иҫер-) (Р: пьянеть; И.: get intoxicated; T.: sarhoş olmak) ҡ.
804