ИҪКЕ
1. Иҫерек булыу, иҫереккә әйләнеү.
□ Пьянеть, хмелеть. Ләх киткәнсе иҫереу.
■ [Таймаҫ:] Ҡыпсаҡтарҙың ауыҙы ашҡа тейһә, мороно Шипай торған. Туй саҡ башланған, ул ниндәй эсмәҫ элек иҫереу? М. Буранғолов.
2. Еҫ, газ һ. б. тәьҫире менән ағыуланыу.
□ Отравиться. Төтөнгә иҫереу. Газ еҫенә иҫереу.
3. кусм. Ниндәйҙер тойғонан, хуш еҫтән баш әйләнеп онотолоу, рәхәтлек хисе кисереү. □ Пьянеть, захмелеть от чувст.
■ Баяр ҡыҙы менән мөхәббәт утында иҫереу уны [Мөхәмәтшаны] тамам албырғатты, ни ҙә булһа уйлау, әйтеу һәләтен юҡҡа сығарҙы. М. Хужин.
4. диал. Ҡаңғырыу. □ Отупеть.
ИҪЕРЕШЕҮ (иҫер-) ҡ. урт. ҡар. иҫереү. взаимн. от иҫереү.
ИҪЕРТЕҮ (иҫерт-) (Р.: пьянить; И.: make drunk; T.: sarhoş etmek) ҡ.
1. Иҫерек хәлгә килтереү. □ Пьянить, опьянять. ■ [Куктолпар — Ҡуҙыйкурпәс-кә:] Егетем, һине туйҙа иҫертеп, аяҡтан йығырға ла тышҡа алып сығып, үлтерергә уйлайҙар. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Газ, һ. б. еҫ менән ағыулау. □ Отравить. Төтөн еҫенә иҫертеу.
3. кусм. Көслө тойғо, хуш еҫ һ. б. менән башты әйләндереү. □ Пьянить, опьянять.
■ Гишҡың ғына мине, ай, иҫертә, әйтеп кенә аңлар ҙа кеше юҡ. Халыҡ йырынан.
ИҪЕРТКЕЛЕК (иҫерткелеге) и. диал. ҡар. иҫерткес I.
ИҪЕРТКЕС I (Р.: спиртной; И.: alcoholic; T.: alkollü) с.
1. Составында спирт булған, иҫертә торған. □ Спиртной, алькогольный. Балиғ булмағандарға иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла.
2. кусм. Онотолорлоҡ дәрәжәлә нескә хискә бирелдереп онотолдорған, рәхәтлек кисерткән. □ Пьянящий, упоительный.
■ [Шәрғиәнең] Уралтау армыттарының мөһабәтлегенән, сәрхәт аҡлан-болондарҙың хуш еҫенән, саф һауаның иҫерткес наҙынан
хатта башы әйләнә, күҙенән бер сәбәпһеҙгә йәш аға, һағыныуы, тыуған ерен танһыҡлауы ошо, курәһең. Ә. Хәкимов. Ике йыл эсендә ул [Сәмиғ] күпмелер дәрәжәлә Мәскәүгә, ҙур ҡаланың иҫерткес һәм илерткес һауаһына кунекте, уның ҙур мөмкинлектәрен курҙе. Т. Ғиниәтуллин.
ИҪЕРТКЕС II (Р: спиртное; И.: spirits; T.: içki) и.
Иҫертә торған эсемлек. □ Спиртное. Иҫерткес эсеу — харам.
ИҪЕҮ (иҫ-) [дөйөм төрки эт, ээт\ (Р: дуть; И.: blow; T.: esmek) ҡ.
Бер йүнәлештә хәрәкәт итеү (елгә ҡарата)', өрөү. □ Дуть, веять. ■ Ерәнсәй ҙә атым, ай, ялдарын ҡиблаларҙан иҫкән ел тарай. Халыҡ йырынан.
♦ Ел(дәй) иҫеү ҡар. ел. Иҫкән ел кеүек тиҙ үтә торған нәмәгә әйтелә. □ Быстро, мгновенно. Эй, был ғумер, иҫкән ел кеуек утеп кенә тора.
ИҪ ИНЕҮ (иҫ ин-) (Р: взрослеть; И.: become adult; mature; grow up; T.: büyümek) ҡ.
1. Әҙ генә ҙурайып төрлө нәмәне аңлай, һиҙә башлау (балаға ҡарата). □ Взрослеть. Бала алдында юҡ-барҙы һөйләмә, уға иҫ ингән хәҙер.
2. Һушты юғалтҡан ерҙән һушҡа килеү.
□ Прийти в сознание. ■ Айыуғолаҡ аҫҡа барып төшкәс, бик оҙаҡ иҫәнгерәп ятҡан. Шунан иҫ ингәс, ауыр итеп көрһөнгән дә тороп киткән. Әкиәттән.
ИҪ ЙОТОУ (иҫ йот-) ҡ. диал. ҡар. иҫ китеү 2.
ИҪ ЙЫЙЫУ (иҫ йый-) (Р: прийти в себя; И.: come to; T.: kendine gelmek) ҡ.
Зиһенде, уй фекерҙе туплап алыу.
□ Прийти в себя; собраться с мыслями. ■ Иҫемде йыйғанда, Сания ятаҡҡа инеп киткән ине. Н. Мусин. Иҫ йыйып йөрөнөм бер аҙ бүлмәмде буйлап уйланып, һайрашып ҡыҙҙар менән йөрөгәндәремде уйға алып. Ш. Бабич. Харис бер аҙ иҫен йыя алмай ултырҙы. Ғ. Ибраһимов.
ИҪКЕ I [дөйөм төрки эсги/эски ‘иҫке; боронғо’] (Р: старый; И.: old; T.: eski) с.
805