ИҪКЕ
1. Тотоноу, ваҡыт үтеү арҡаһында таушалған, туҙған; киреһе — яңы. □ Старый, ветхий. Иҫке йорт. Иҫке кулдәк. Иҫке мунса.
■ Иҫке немец машинкаһындасы хәреф төймәләре хәҙерге машинкаларҙыҡына ҡарағанда бейегерәк урынлашҡан. Г. Ғиззәтуллина. • Иҫке йорттоң ҡәҙерен яңыһында белерһең. Әйтем. Яңы ҡолаҡсынға ышанып, иҫке ҡолаҡсынды утҡа яҡма. Әйтем. Яңыны яңы иткән иҫке. Әйтем.
2. Тәүге сифатын юғалтҡан, боҙолған.
□ Старый, негодный. Иҫке төпрә.
3. Элек булып, ҡулланыу, файҙаланыуҙан сыҡҡан. □ Устаревший, устарелый, старый. Иҫке аҡса. Иҫке мода.
4. Элек-электән булып килгән; күптәнге.
□ Старый, давнишний. ■ Атҡа менегеҙ, ирҙәр, ағалар, асылһын әйҙә иҫке яралар. С. Юлаев.
5. Үткәнгә, элекке ваҡыттарға ҡараған, бөгөнгө талаптарға яуап бирмәгән. □ Отсталый, старый, консервативный. Иҫке ҡараш. Иҫке фекер.
6. Элекке йәмғиәт ҡоролошона ҡарата.
□ Старый, былой, минувший. Иҫке тормош.
7. Үткән, элекке (ваҡытҡа ҡарата).
□ Былой. Иҫке заман.
8. Нимәнеңдер алдынан булған, элекке. □ Старый, прежний. Иҫке адрес буйынса эҙләу. Иҫке телефон номеры.
9. Үткән йылғы уңышҡа ҡараған, былтырғы. □ Прошлогодний. Иҫке сөгөлдөр.
■ Яңы келәттә яңы арыш, иҫке келәттә иҫке арыш. Халыҡ йырынан.
10. Хәҙергенән алда төҙөлөп, яңыһы менән бер рәттән ғәмәлдә булған (куберәк ауыл, ҡала атамаларына ҡушылып йөрөтөлә).
□ Старый. Иҫке Сәғит ауылы. Иҫке Муйнаҡ ауылы.
11. диал. Ҡарт, оло. □ Старый (о возрас-те). Беҙ әбей менән иҫке шул, онотабыҙ.
♦ Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ ҡар. ауыҙ.
■ Бынағайыш! — тине әбей. — Иҫке ауыҙҙан яңы һуҙ тигәндәй, ул һуғыш әллә ҡарсыҡтарға кәрәк тиһеңме? X. Мохтар.
ИҪКЕ II и. диал.
1. ҡар. йүргәк. Баланы иҫкегә төрөу.
2. ҡар. сепрәк балаҫ. Иҫкене урындыҡҡа йәйеу.
ИҪКЕ АУЫРЫУ и. диал. ҡар. быума 1.
ИҪКЕ-БОҪҠО и. диал. ҡар. иҫке-моҫҡо.
ИҪКЕ ЕР и. диал. ҡар. ҡарағура 2.
ИҪКЕ ЙОРТ (Р.: родной дом; И.: one’s home; T.: baba evi) u.
1. Тыуып үҫкән йорт. □ Родной дом. ■ Бер саҡ шулай килен уҙенең тыуған-уҫкән, кендек киҫкән еренә, иҫке йортҡа, ҡунаҡҡа барып килергә уйлаған. Әкиәттән.
2. Халыҡтың элекке торған урыны; элекке ауыл урыны. □ Прежнее место расположения деревни.
ИҪКЕ ЙӨН и. зоол. диал. ҡар. ҡауҙан.
ИҪКЕ-ҠОНҠАСЫ и. диал. ҡар. иҫ.
ИҪКЕЛЕК (иҫкелеге) (Р.: рутинёрство;
И.: slavery to routine; T: görenekçilik) и.
Хәҙерге шарттарға тура килмәгән, элеккенән, боронғонан һаҡланған ҡараш, йола һ. б. □ Рутинёрство. ■ М. Өмөтбаевтың шиғриәте заман рухы, иҫкелеккә, томаналыҡҡа, башҡорт халҡының яҡтылыҡҡа юлын быуған йәмғиәт тәртиптәренә һәм ҡанундарына ҡаршы көрәш пафосы менән һуғарылған. Ғ. Ҡунафин.
ИҪКЕЛӘР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir clan name; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
1. Мең, ҡыпсаҡ, әй ырыуҙарына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племён мин, кыпчак, ай. ■ Беҙ сей башҡорттар, иҫкеләр. Бөрйән, Таллы, Ҡыпсаҡ — иҫкеләрбеҙ. Хикәйәттән.
2. Һамар, Һарытау әлкәһе башҡорттарының бер өлөшө. □ Этнографическая группа самарских, саратовских башкир.
ИҪКЕ-МОҪҠО (Р: старьё; И.: old things; T: eski püsküler) и. йыйн.
Иҫкереп, туҙып бөткән кейем-һалым. □ Старьё, обноски, ветошь; лохмотья. Иҫке-моҫҡоно ҡырлайсыға тапшырыу.
ИҪКЕ-МОҪҠО ЙЫЙЫУСЫ и. ҡар. ҡырлайсы.
ИҪКЕРГӘН ҺҮҘ и. лингв, ҡар. архаизм.
806