Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 807


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪ КИТКЕС
ИҪКЕРЕҮ (иҫкер-) (Р.: стареть; И.: grow old; T.: eskimek) ҡ.
1. Оҙаҡ файҙаланыу, тотоноу һәм күп ваҡыт үтеү сәбәпле таушалыу, туҙыу.
□ Стареть, ветшать; изнашиваться. Кейем иҫкергән. Өй иҫкергән. ■ [Малайҙарҙың] ҡайһы береһендә һырма, уларҙың, иҫкереү арҡаһында, мамыҡтары күренеп тора. Ғ. Хәйри.
2. Оҙаҡ һаҡланып, сифат яғынан үҙгәреү, боҙолоу. □ Портиться. Ит иҫкергән. Икмәк иҫкергән.
ИҪКЕРТЕҮ (иҫкерт-) (Р: изнашивать; И.: wear out; T.: eskitmek) ҡ.
1. Оҙаҡ файҙаланып йәки әрһеҙ тотоноп, яңылығын бөтөрөү; таушалдырыу, туҙҙырыу.
□ Изнашивать; занашивать. Күлдәкте иҫкер -теү. Юрғанды иҫкертеү. Иҫкертеп бөтөү.
2. Үҙ ваҡытында файҙаланмай йәки оҙаҡ һаҡлап боҙоу. □ Портить. Икмәкте иҫкертеү. Майҙы иҫкертеү.
ИҪКЕСЕ (Р: сторонник старины; И.: fixed routine; T.: eski kafalı) и. һөйл.
Иҫке замандағы ғәҙәт, тәртипте яҡлаусы.
□ Сторонник старины. Иҫкесе булыу.
ИҪКЕСЕЛ (Р: рутинный; И.: routine, habitual, conventional; T.: görenek) с. һөйл.
Иҫке замандағы ғәҙәт, тәртипте яҡлаусан, иҫкене ҡыуыусан. □ Склонный к рутине; рутинный. Иҫкесел кеше.
ИҪКЕСЕЛЕК (иҫкеселеге) (Р: рутинёрство; И.: slavery to routine; T.: görenekçilik) и.
Тормош һәм фекер-ҡараштағы иҫке (I, 4) күренештәр. □ Рутинёрство. Иҫкеселеккә ҡаршы көрәшеү. Иҫкеселекте бөтөрөү.
ИҪКЕ СТИЛЬ (Р: старый стиль; И.: Julian calendar; T.: Jülyen takvimi) и
Беҙҙең эраға тиклем 46 йылда Юлий Цезарь индергән, рустарҙа Христиан дине менән X быуатта ҡабул ителеп, революцияға тиклем ҡулланылған йыл иҫәбе атамаһы (XX быуатта хәҙерге йыл иҫәбенән 13 көнгә һуң йөрөгән); Юлиан календары. П Старый стиль, Юлианский календарь.
ИҪКЕСӘ (Р: по-старому; И.: as before; as of old; T.: eskiden olduğu gibi) р.
1. Элек булған, электән килгән ысул, тәртип, ғәҙәт йола буйынса; элеккесә. □ По-старому, по-старинному, по старинке. Иҫкесә фекерләү. Иҫкесә уйлау.
2. һөйл. Ғәрәп алфавитынса. □ На арабской графике. Иҫкесә яҙыу. Иҫкесә уҡый белеү. ■ Иҫкесә яҙыу онотолған, көсөргәнеп ултырыу ялҡыта. Г. Ғиззәтуллина.
ИҪКЕ ТӨРКИ ТЕЛЕ (Р: старотюркский язык; И.: Old Turkic; T.: Eski Türk dili) и. лингв.
Төрки халыҡтарының XI—XV быуаттарҙағы яҙма әҙәби теле. □ Старотюркский язык.
ИҪ КИТЕРЛЕК с. ҡар. иҫ киткес. Иҫ киткес һылыу ҡыҙ.
ИҪ КИТЕРҘӘЙ с. ҡар. иҫ киткес. Иҫ китерҙәй бейек тауҙар.
ИҪ КИТЕҮ (иҫ кит-) (Р: потерять сознание; И.: faint; T: bayılmak) ҡ.
1. Аң, һуш юғалтыу. □ Потерять сознание. ■ Бәһлеүән байтаҡ ваҡыт иҫе китеп ята. Әкиәттән.
2. күсм. Ғәжәпкә ҡалыу, аптырау. □ Удивляться, поражаться, изумляться. ■ Һуғыш йылдарында ауылдың бөлгөнлөгөн күреп, Сад-рисламдың иҫе китте. Ф. Иҫәнғолов. Ошоға саҡлы күрәҙәселеккә иҫе китмәгән Насир бәхетен һынап ҡарамаҡ булды. 3. Ураҡсин.
3. күсм. Ғәжәпләнеп һоҡланыу. □ Диву даваться. ■ Уйланиһәң барын, төптән алып, иҫең китә бөйөк еңеүгә. Ғ. Амантай. Үтәғолов Тимербулаттың был тиклем атаһына оҡшағанына иҫе китте. һ. Дәүләтшина.
4. Артыҡ ҙур иғтибар биреү, ныҡ бирелеү. □ Быть зависимым от кого, чего-то. ■ Аҡсаға ныҡ иҫе киткән кеше кәрәкмәй миңә. Мин ундайҙарҙы яратмайым [тине ҡыҙ]. И. Ғиззәтуллин.
ИҪ КИТКЕС (Р: поразительный; И.: amazing; T: şaşırtıcı) с.
Ғәжәп итерлек; ғәйәт, сикһеҙ, бик. □ Поразительный, удивительный. Иҫ киткес хәбәр. М Разведкала иҫ киткес хәрби оҫталыҡ күрһәтә Карабанов. С. Поварисов. [Сәйф] күп ваҡыт мохтажлыҡта көн итеүенә, түрә-ҡаранан әр-хур ишетеүенә
807