Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 808


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪ КИТМӘЛЕ
ҡарамаҫтан, донъя иҫ киткес матур ине. Ә. Хәкимов. Мөбәрәктең йөрәге лерк итеп ҡалды. Йылмайған сағында иҫ киткес матур ине ҡыҙ. Н. Мусин.
ИҪ КИТМӘЛЕ с. ҡар. иҫ киткес. Иҫ китмәле ҡуйы урмандар.
ИҪКӘЛЕП (Р.: арабская графика; И.: Arabic graphics; T.: eski alfabe) и. һөйл.
Латинды ҡабул иткәнгә тиклем башҡортта йөрөгән ғәрәп алфавиты. □ Арабская графика (действующая до введения латинской графики). ■ Мәҙрәсәгә йөрөп, иҫкәлеп танығас, уның [Ғатаулла бабайҙың] рус мәктәбенә барып уҡығыһы килә. Р. Солтангәрәев.
ИҪКӘРЕҮ (иҫкәр-) (Р: предчувствовать; И.: have a presentiment; T.: önceden sezmek) ҡ.
Алдан һиҙеү, абайлау. □ Предчувствовать, предвидеть. ■ Сабирйән клуб ҡаршыһына баҫҡанын да иҫкәрмәгән. Р. Камал. • Иҫкәрмәҫ туңгәк сана ауҙарыр. Мәҡәл.
ИҪКӘРМӘ (Р: примечание; И.: note, comment; Т.: not) и.
1. Телмәрҙең йәки яҙманың айырым урындарына ҡарата бирелгән бәләкәй генә өҫтәмә аңлатма. □ Примечание, ремарка. Иҫкәрмә яҙыу.
2. Нимәлер (телмәр, текст һ. б.) буйынса әйтелгән, яҙылған ҡыҫҡа фекер. □ Замечание. Тәнҡитле иҫкәрмә. ■ Әҙибәгә уҙенең иҫкәрмәләре менән тәфсирләп хат яҙып ебәргәндән һуң, Усман романдың ҡулъяҙмаһын Яҙыусылар союзына алып китте. Г. Ғиззәтуллина. Һунар миҙгеле етмәгән бит, олуғ әмир, — тип аранан береһе шик белдерҙе, ләкин Еҙукәй уның иҫкәрмәһен иғтибарһыҙ ҡалдырҙы. Ә. Хәкимов.
ИҪКӘРМӘҪТӘН (Р: внезапно; И.: suddenly, all of a sudden; T.: birdenbire) р. кит.
Уйламаған, көтмәгән ерҙән; аңғармаҫтан. □ Внезапно, вдруг, неожиданно; нечаянно, случайно, ненароком; невзначай. Иҫкәрмәҫтән һөйләп биреу. ■ Был [Совет власы] иҫкәрмәҫтән куктән яуған буләкме, әллә яҙмыш биргәнеме, Ҡотлоярҙың маңлайына яҙылғанымы. Р. Камал.
ИҪКӘРТЕЛЕҮ (иҫкәртел-) ҡ. төш. ҡар. иҫкәртеү, страд, от иҫкәртеү.
ИҪКӘРТЕҮ (иҫкәрт-) (Р: напоминать; И.: remind (of); T.: anımsatmak ) ҡ.
1. Ниндәйҙер эш-хәлде белдереү, һиҙҙереү. □ Напоминать, заранее извещать что-л. // Напоминание. ■ Сәлмән һуҙҙе икенсегә бора, ағаларына алдан иҫкәртеп ҡуймаҡсы була. Әкиәттән.
2. Берәр эш, ҡылыҡ хаҡында алдан әйтеү; иҫкәртмә яһау. □ Предупреждать. // Предупреждение. ■ Һуңғы тапҡыр иҫкәртәм, — тип ҡысҡыра атаман ҡылысын ҡынынан һурып. Һуңғы тапҡыр! Үкенерлек булмаһын! Ә. Вахитов. Фәруәз Лоҡманович, ихтыяждан былайыраҡ абруйҙы иҫкәртеу өсөн, бер-ике мәртәбә тамағын ҡырып алды. М. Ямалетдинов. Сығып өлгөрмәһәк, бөтәбеҙҙе лә кумеп китә ине лә баһа был һыу! Ярай әле Дәмин ваҡытлы иҫкәртте. 3. Биишева.
3. Ниҙелер булдырмаҫ өсөн алдан сара күреү. □ Предостерегать. // Предостережение, профилактика. Ауырыуҙы иҫкәртеу. Енәйәтте иҫкәртеу. ■ Хоҙай Тәғәлә һәр бәндәһенә курһәтә, маңлайына яҙып ҡуйғанын ҡат-ҡат иҫкәртеп тора. Р. Камал.
ИҪКӘРТМӘ (Р: предупреждение; И.: warning; T: uyarma) и.
1. Тәртип боҙоусыға киҫәтеп әйтелгән һүҙ; шелтә. □ Предупреждение. Ҡаты иҫкәртмә. Иҫкәртмә яһау. ■ [Йыһаншин:] Әгәр Солтанов .. ныҡлы һынылыш яһамай икән, эшенән алып, судҡа бирергә кәрәк. Аңла, Солтанов, был һиңә һуңғы иҫкәртмә. Б. Бикбай.
2. Нимәнәндер (ауырыу һ. б.) һаҡлау өсөн алдан белдерелгән кәңәш һ. б. □ Предупреждение; совет. Табиптың иҫкәртмәһе. Иҫкәртмә яһау.
ИҪКӘРТМӘҪТӘН р. ҡар. иҫкәрмәҫтән. ■ Иҫкәртмәҫтән туп атылды, Порт-Артурҙы ут алды. Иҫкәртмәҫтән туп атылғас, беҙҙең ғәскәр буталды. Бәйеттән.
ИҪ ҠОРОУ (иҫ ҡоро-) (Р: выйти из состояния душевного равновесия; И.: lose one’s mental balance; T.: dengesini kaybetmek) ҡ.
808