Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 809


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪТӘЛЕК
1. Аң-һуш юғалғандай булыу. □ Выйти из состояния душевного равновесия. ■ Һуңғы айырылышыу көндәремде хәтерләп, иҫем ҡороп, ултырғанмын да ултырғанмын. Н. Мусин.
2. ҡар. иҫ китеү 2.
ИҪ-ҠОҪ (Р.: запахи; И.: smelis; T.: koku) и. йыйн.
Еҫ-маҙар. □ Запахи. Иҫ-ҡоҫ юҡ.
ИҪЛЕ I (Р: памятливый; И.: having a retentive memory; T.: hafızalı) с.
1. Иҫе, хәтере бик яҡшы. □ Памятливый. Иҫле ҡарт.
2. Фекере, зиһене яҡшы; зирәк. □ Смышлёный. Иҫле бала. Иҫле булыу.
ИҪЛЕ II с. диал. ҡар. ҙур 1. ■ [Моратов ] мунсанан саҡ ҡына иҫлерәк өйгә ингәс, уйынсыҡ кеуек матур итеп яһалған өҫтәлдә ятҡан һыҙмаға куҙе төштө. Н. Мусин.
ИҪЛЕ-ИҪӘҮӘН с. диал. ҡар. алйот.
ИҪЛЕЛӘНЕҮ (иҫлелән-) (Р: поумнеть;
И.: grow wiser; T.: akıllanmak) ҡ.
Аҡыл кереү. □ Поумнеть. Бала иҫлеләнде.
ИҪЛӘМӘҪТӘН (Р: внезапно; И.: suddenly; T.: ansızın) р.
Уйламағанда, аңғармаҫтан; ҡапыл. □ Внезапно, неожиданно, вдруг. ■ [Малай] иҫләмәҫтән генә дейеуҙе ҡыҫып ултерә. Әкиәттән. Иҫләмәҫтән, кумәк көс килә тип, һалдаттар, ҡаушап, шунда уҡ һырт бирҙе, ә ауыл ирҙәре ҡөҙрәтләнеп, атһыҙ-ниһеҙ генә булһалар ҙа, тегеләрҙең [һалдаттарҙың] арттарынан ҡыуа төштөләр. Ғ. Ибраһимов.
ИҪЛӘҮ (иҫлә-) (Р: помнить; И.: keep in mind; T.: hatırlamak) ҡ.
1. Онотмай, хәтерҙә тотоу. □ Помнить; вспоминать. Бала саҡты иҫләу. ■ [Ҡотлояр] сит-ят ерҙә башынан кисергәндәрен иҫләгеһе лә килмәй. Р. Камал. [Айһылыуҙың] Батырының ошо минутта ситтә, билдәһеҙ ерҙә булыуын иҫләу менән куҙенә йәштәр эркелә. Н. Ғәйетбай. Кукбуре уҙенең теге саҡ айға ҡарап сараһыҙлыҡтан олоп ебәреуен иҫләне. Т. Ғарипова.
2. Иғтибар итеп, хәтергә һалыу. □ Примечать, запоминать. Урманға ингәндә, иҫләп бар, сыҡҡанда шул юлдан сығырһың.
3. Иғтибар биреү, абайлау. □ Обращать внимание. ■ Эргәмдә.. кеше торғанын куреп, аптырап ҡалдым. Иҫләберәк ҡараһам, Хәйбулла бабай, имеш. Н. Мусин.
ИҪНӘТЕҮ (иҫнәт-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. иҫнәү.
ИҪНӘҮ (иҫнә-) (Р: зевать; И.: yawn; T.: esnemek) ҡ.
1. Йоҡо баҫҡанда, ирекһеҙҙән ауыҙҙы киң асып, бик тәрән тын алыу; иһәнәү. □ Зевать. Тәмле итеп иҫнәу. ■ Егор Николаевич был хәбәрҙәрҙе иҫнәй-иҫнәй, бик ғәмһеҙ генә төҫ менән тыңлап ултырҙы. 3. Ураҡсин.
2. миф. Ен-пәрейҙәр, ауырыу әйләре йоғонтоһонан иҫнәү. □ Зевать под воздействием нечистой силы, духов болезни. ■ Ауыҙыңды ҙур асып иҫнәмә — әсеңә шайтан инер, ти ололар. Экспедиция материалдарынан.
ИҪПӘРӘК (иҫпәрәге) (Р: церва; И.: wild mignonette; T.: muhabbetçiçeği) и. бот.
Резеда сәскәһенең ҡырағай төрө. □ Церва, желтянка (лат. Reseda roseola).
ИҪТЕ КИТЕРЕҮ (иҫте китер-) (Р: лишить сознания; И.: deprive of consciousness; T.: bayıltmak) ҡ.
1. Аңды, һушты алыу; һуштан яҙҙырыу.
□ Лишить сознания. ■ Теге ҡарт Имән батырҙы иҫен китергәнсе туҡмаған да, ҡаҙандағы ашты кутәреп ашап, сығып киткән. Әкиәттән.
2. кусм. Ғәжәпкә ҡалдырыу; аптыратыу.
□ Удивлять, поражать, изумлять. М Дингә лә, законға ла һыймай торған ғәжәп хәл бөтә ауылдың иҫен китерҙе. Һ. Дәүләтшина.
ИҪТӘЛЕК (иҫтәлеге) (Р: воспоминание; И.: recollection; T.: anılar) и.
1. Үткән көндәрҙән иҫтә ҡалған хәл-ваҡиға, күренеш һ. б.; хәтирә. □ Воспоминание. ■ Иҫтәлектәр Линараны һаман уҙ ауынан ыскындырырға теләмәне, Рафиҡҡа бәйле ваҡиғалар, ирекһеҙҙән, хәтеренә төштө лә төштө. Л. Яҡшыбаева.
2. купл. Үткән көндәрҙәге хәл-ваҡиға һәм кешеләрҙе иҫкә төшөрөп яҙған әҫәр. □ Мемуары, воспоминания. Иҫтәлектәр алып барыу.
809