Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 810


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪТӘЛЕК ДӘФТӘРЕ
3. Үлгән кешенең хәтирәһе, йәдкәре. □ Память, воспоминания об умершем. Галим иҫтәлегенә арналған кисәлә сығыш яһау.
4. Кемдең йәки нимәнеңдер хәтирәһен һаҡлаған нәмә. □ Памятная вещь; вещь, подаренная на память. Был һырға — өләсәйемдең иҫтәлеге. Иҫтәлеккә бүләк биреү.
5. Иҫтә һаҡлаһын өсөн кемгәлер ҡалдырылған яҙма. □ Воспоминание. ■ Йырҙар яҙҙым Урал ҡаяһына, иҫтәлектәр булып ҡалһын тип. Халыҡ йырынан.
ИҪТӘЛЕК ДӘФТӘРЕ (Р.: дневник; И.: diary; T.: hatıra defteri) и.
Йәштәрҙең йәшлек хәтирәһе итеп үҙ-ара йыр, шиғыр яҙышыр өсөн тотҡан махсус дәфтәре. □ Дневник (тетрадь или альбом, куда друзья записывают на память стихи, песни и т. д.). Әсәйемдең иҫтәлек дәфтәре.
ИҪТӘЛЕКЛЕ (Р.: памятный; И.: memorable; T.: unutulmaz) с.
1. Иҫтән сыҡмаҫлыҡ, хәтерҙә ҡалырлыҡ, онотолмаҫлыҡ. □ Памятный, знаменательный незабываемый. Иҫтәлекле көн. ■ Айырылышыр алдынан Рафиҡ ҡыҙға иҫтәлекле бүләк биргеһе килде. Л. Яҡшыбаева.
2. Әһәмиәтле ваҡиғаға арнаулы. □ Дорогой, памятный, сокровенный. Иҫтәлекле бүләк. Иҫтәлекле миҙал. ■ Сәйф .. таныш түгел ҡаланың иҫтәлекле урындарын тамаша ҡылып йөрөнө. Ә. Хәкимов. Парктарға, скверҙарға инеп, иҫтәлекле эскәмйәләргә ултырып ҡараны. Г. Ғиззәтуллина.
ИҪТӘН АУЫУ (иҫтән ау-) ҡ. ҡар. иҫтән яҙыу. ■ Бай аунап көлдөксәгә барып төштө. Иҫтән ауҙы. Т. Хайбуллин.
ИҪТӘН СЫҒЫУ (иҫтән сыҡ ) (Р: выпасть из памяти; И.: slip one’s memory; T.: unutmak) ҡ.
Хәтерҙән сығыу, онотоу. □ Выпасть из памяти; упустить из виду. Ҡайһы бер иҫтәлекле ваҡиғалар иҫтән сыҡҡан инде.
ИҪТӘН ТАЙЫУ (иҫтән тай ) ҡ. ҡар. иҫтән яҙыу. ■ Йығылып китә бала шунда иҫтән тайып. «Бабсаҡ менән Күсәк». Шул гүзәлде уйлай-уйлай иҫтән тайып, нисә көндәр ашап-эсмәй йөрөгән саҡтар! Ш. Бабич.
ИҪТӘН ТӨШӨҮ (иҫтән төш-) ҡ. диал. ҡар. иҫтән сығыу.
ИҪТӘН ЯҘЫУ (иҫтән яҙ-) (Р: потерять сознание; И.: faint; T.: bayılmak) ҡ.
1. Аң, һушты юғалтыу; иҫһеҙ булыу.
□ Потерять сознание. Ҡурҡыштан иҫтән яҙыу.
2. Ныҡ аптырау. □ Сильно удивляться. ■ Фәтүәһен таптым, егеттәр, йөрөмәгеҙ иҫтән яҙып. Аңлағыҙ ки: ҡыҙҙарға ҡыҙмай йөрөү, шикһеҙ, яҙыҡ. Ш. Бабич.
3. Хискә бирелеп, ныҡ тәьҫирләнеү.
□ Расчувствоваться. Иҫтән яҙып һағыныу.
ИҪ-УШ и. диал. ҡар. иҫ-аҡыл.
ИҪ ҮҢГӘ Л ӘҮ (иҫ үңгәлә-) (Р: помутнеть; И.: become confused; T.: bulanmak) ҡ.
Аң, һуш томаланыу. □ Помутнеть (о сознании, разуме). ■ Түрәбай, иҫе үңгәләп, ултыра төштө. Т. Хәйбуллин.
ИҪҺЕҘ (Р: бесчувственный; И.: insensible; insensitive; T.: baygın) с.
1. Иҫе, һушы юҡ, иҫе, һушы юғалған, иҫтән яҙған. □ Бесчувственный, обморочный, лишившийся чувств (сознания, памяти)', бесчувственный. ■ [Салауат:] Азамат ағай, унда Батыргәрәй ҡарҙа ята! Әллә иҫһеҙ инде? Өндәшмәй. Р. Солтангәрәев.
2. Тиҙ онота торған, хәтерһеҙ. □ Беспамятный, забывчивый. Иҫһеҙ кеше кеүек ҡыланыу.
3. Уйлап, аңлап эшләй белмәгән; аңра.
□ Глупый, придурковатый.
ИҪҺЕҘЛӘНЕҮ (иҫһеҙлән-) (Р: потерять сознание; И.: lose consciousness; faint; swoon; T.: bayılmak) ҡ.
1. Иҫте, һушты юғалтыу. □ Потерять сознание. Иҫһеҙләнеп ҡолау.
2. Һиҙеү, тойоу һәләтен юғалтыу. □ Стать бесчувственным (о частях тела). Аяҡ иҫһеҙләнде.
3. Хәтерҙән яҙыу, иҫһеҙгә әйләнеү; хәтерһеҙләнеү. □ Становиться беспамятным.
ИҪҺЕҘ-ӨҪҺОҘ (Р: беспамятный; И.: forgetful; T.: hafızasız) с. һөйл.
Бөтөнләй иҫһеҙ. □ Беспамятный. Иҫһеҙ-оҫһоҙ ятыу.
810