Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 812


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪӘНГЕРӘҮ
1. Бәреп, һуғып, аңды томалау. □ Оглушить, лишать сознания. Иҫәнгерәтә һуғыу. Иҫәнгерәтә биреу.
2. эйһ. ф. ҡар. иҫәнгерәү 2. Ни этләп шуны иҫәнгерәтеп баҫтырып ҡуйҙың?
ИҪӘНГЕРӘҮ (иҫәнгерә-) (Р.: быть оглушённым; И.: become dazzled, dazed; T.: bayıltılmak) ҡ.
1. Бәрелеү, һуғылыу һ. б. сәбәптәрҙән аң томаланыу, иҫ юйылыу. □ Быть оглушённым, оглушаться (от сильного удара по голове). Иҫәнгерәп ятыу. ■ Ишмырҙа әрәмә яғынараҡ сигенде лә дошмандарына куҙ һалды. Һаҡалтай тын да алмаған кеуек һуҙылып ята, йән асыуына тибеп ауҙарғаны, ыңғырашып, ҡырсын таш өҫтөндә эсен тотоп тәгәрләй, өсөнсөһө, иҫәнгерәуенән һаман айный алмайынса, башын тотоп сукәйгән көйө ҡан төкөрөп ултыра. Н. Мусин.
2. Иҫ, аҡыл тарҡалыу, аң буталыу; аптыраныу. □ Обалдевать, одуревать. Иҫәнгерәп аптыранып ҡалыу. Иҫәнгерәп буталып китеу. Иҫәнгерәп тик ултырыу.
ИҪӘН-ИМЕН с. ҡар. иҫән-аман.
ИҪӘНКЕҮ (иҫәнке-) ҡ. диал. ҡар. иҫәнгерәү.
ИҪӘНЛЕК (иҫәнлеге) (Р.: здоровье; И.: health; T.: sağlık) и.
Имен-аман хәл; һаулыҡ, сәләмәтлек. □ Здоровье, здравие; самочувствие. ■ [Сәлимйән — Искәндәргә:] Урынлашып, баш-куҙ алғас та, уҙебеҙҙең иҫәнлекте белдерермен. Ә. Хәкимов.
♦ Иҫәнлеккә иҫән-һаулыҡ теләп әйткән һүҙ. □ На здоровье. Иҫәнлеккә генә булһын инде.
ИҪӘНЛЕК-АМАНЛЫҠ и. йыйн. ҡар. иҫәнлек-һаулыҡ. ■ Дандандан йортҡа ингәс, йорт хужаларынан иҫәнлек-аманлыҡ һорашҡандан һуң, уҙенең ҡайҙа, ни өсөн барыуын әйтеп бирә. Әкиәттән.
ИҪӘНЛЕК ҠУШЫУ (иҫәнлек ҡуш ) ҡ. ҡар. иҫәнләшәү. ■ Бығаса уның менән һөйләшкәне булмаһа ла, ут куршеһенә өндәшмәй утеп китеуҙе әҙәпһеҙлек һанап, Тумәруға иҫәнлек ҡушты. Н. Мусин.
ИҪӘНЛЕК-ҺАУЛЫҠ (Р: здоровье и благополучие; И.: good health; T.: sağlık) и. йыйн.
Һаулыҡ, сәләмәтлек. □ Здоровье и благополучие. ■ [Таңһылыу — Фәнисәгә:] Ярай, иҫәнлек-һаулыҡ һиңә, дуҫҡай! Р. Камал. Хаттар менән мәғлум итәм, иҫәнлек-һаулығымды. Халыҡ йырынан. Хәрби генерал-губернатор барлыҡ һуғышсыларға Тыуған иленә ҡайтып китерҙән алда ныҡлы хәл йыйырға ҡушып, уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләне. Я. Хамматов.
♦ Иҫәнлеккә-һаулыҡҡа ашағанда, эс-кәндә яҡшы теләк теләп әйтелә. □ Будьте здоровы! Иҫәнлек-Һаулыҡмы хәл-әхүәл һорау. □ Всё ли в порядке? Как (идут) дела? ■ [Хәбибуллин:] Мал-тыуар именме, өйҙә иҫәнлек-һаулыҡмы, бурала бәрәкәтме, мына малығыҙҙы барларға ине. Р. Камал.
ИҪӘНЛЕК-ҺАУЛЫҠ ҺОРАШЫУ (иҫәнлек-һаулыҡ һораш-) ҡ. ҡар. иҫәнләшеү. ■ [Исрафил ҡарт] иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, артыҡ һуҙ ҡуйыртып тормайынса, ул хатты ҡуш ҡуллап ҡабул итеп, тәуҙә маңлайына, унан кукрәгенә тейҙереп алды ла ҡабаланмай ғына уҡырға кереште. Ә. Хәкимов. Баһау .. иҫәнлек-һаулыҡ һорашты ла, ағаһының һәм еңгәһенең ҡыҫтауына ҡарамаҫтан, сәй эсергә ултырмай, Әхмәдиҙе лә, Хажғәле ҡартты ла кискә ашҡа барырға саҡырып, сығып китергә йыйынды. Ж. Кейекбаев. Гәли ағай килеп ингәндә, Юлдаш менән атаһы газета-лар аҡтарып торалар ине. Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашҡас, ул да өҫтәл янына уҙҙы. 3. Биишева. [Кинйә менән Бикбулат] ғәҙәт буйынса ғына иҫәнлек-һаулыҡ һораштылар, донъя хәлдәрен белештеләр. Ғ. Ибраһимов.
ИҪӘНЛЕК ҺОРАШЫУ (иҫәнлек һораш-) ҡ. ҡар. иҫәнләшеү.
ИҪӘНЛӘШЕҮ (иҫәнләш-) (Р: здороваться; И.: say hallo; T.: selamlaşmak) ҡ.
Осрашҡанда иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу; сәләм бирешеү. □ Здороваться, поздороваться, приветствовать друг друга. // Приветствие. ■ Баяр менән былар [һунарсылар] ҡулдарын кукрәктәренә ҡуйып, баш ҡағып ҡына иҫәнләштеләр, буректәрен сисмәнеләр.
812