Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 813


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪӘП БИРЕҮ
3. Ураҡсин. [Әхтәри ҡарт менән] Ташбатҡан ауылының ғына тугел, курше ауылдарҙың старосталары ла, хатта урядниктар ҙа, осрағанда уға ҡул биреп иҫәнләшәләр. Ж. Кейекбаев. Килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе Вахит менән курешеп, шул уҡ бер төрлө иҫәнләшеу, фатиха ҡылышыу, бер һуҙҙе ҡабатлауҙан һуң, урындарға ултырҙылар. М. Ғафури.
ИҪӘННӘҮ (иҫәннә-) ҡ. диал. ҡар. иҫнәү.
ИҪӘН-ҺАУ I (Р.: здоровый; И.: healthy; T.: sağ) с. йыйн.
Һау-сәләмәт; тере. □ Здоровый, живой, целый, жив-здоров, цел и невредим. Иҫән-һау ҡалыу. ■ Ул [Аҡбулат] уҙе иҫән-һау саҡта барлы-юҡлы мөлкәтен уландарына бу леп бирмәксе булған. Әкиәттән.
ИҪӘН-ҺАУ II (Р.: благополучно; И.: safely; T.: sağ salim) р.
Бәлә-ҡазаһыҙ, зыян-зарарһыҙ, имен-аман. □ Благополучно. Иҫән-Һау барып етеу. ■ Ҡустыһының иҫән-һау көйө ҡапыл ғына ҡайтып төшөуенә һаман да ышанып етмәгән Сөләймән уға ҡабат-ҡабат ҡарап ала, әллә ниҙәр һорашырға итә лә, ҡапылдан нисек башларға белмәй, тойғоларына бирелеп тик ултыра. 3. Ураҡсин. [Әбубәкер:] Диңгеҙҙә дауыл ҡоторған саҡта, Астараға иҫән-һау ҡайтып етһәк, берәй мосафирға хәйер бирергә нәҙер әйткәйнем. Ә. Хәкимов.
ИҪӘН-ЯРАН с. ҡар. иҫән-аман.
ИҪӘП (иҫәбе) [дөйөм төрки] (Р: численность; И.: number(s); T.: sayı) и.
1. Ниҙеңдер берәмекләп билдәләнгән һаны; хисап, миҡдар. □ Численность, число, количество (народа, несчастных случаев, без вести пропавших, скота, дней и т. п.). Халык иҫәбе. Көн иҫәбе.
2. Күләмде берәмекләп билдәләү ғәмәле; хисап. □ Счёт; подсчёт. • Дуҫың дуҫ булһын, иҫәбең дөрөҫ булһын. Мәҡәл. Иҫәбе юҡтың малы теуәл. Әйтем. Мал табылыр, иҫәп кәрәк. Әйтем. Өйҙәге иҫәпте баҙарҙағы хаҡ боҙа. Әйтем.
3. Уйын, ярышта һәр яҡтың һөҙөмтәһен күрһәткән һан. □ Счёт. Иҫәпте тамамлау.
4. Эшләнгән эш өсөн түләү ғәмәле һәм түләнгән хаҡ. □ Расчёт. Иҫәп алып бутән эшкә кусеу.
5. Барлау. □ Перекличка. ■ Киске иҫәп ваҡытына, ниндәйҙер ят кешене эйәртеп, Сынтимер килеп етте. Ә. Хәкимов.
6. Ниҙер эшләргә уйланған уй; ниәт. □ Намерение, расчёт. Иҫәбе шәп. Мин һинең иҫәбең менән тулыһынса килешәм. • Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлап эшләгән һирәк. Әйтем.
7. кусм. Кешеләрҙең, нәмәләрҙең, күренештең һ. б. ниндәйҙер бер сифаты менән бер-береһенә оҡшаш булған төркөмө; рәт. □ Счёт. Иҫәпкә инеу. Алдынғылар иҫәбендә йөрөу. ■ Уларҙың [йылҡыларҙың] өсәуһе бер баш малға тормаҫ. Шулай булғас, уларҙы мал иҫәбенә лә индерергә ярамай. Ғ. Дәүләтшин. Ир эшендә генә шәп, турә-ғара иҫәбендә, ә өйҙә — бесәй һымаҡ, йәш баштың куҙенә ҡарап тора. Р. Камал.
8. төб. клш. иҫәпкә, сығн. клш. иҫәптән. Кемдең йәки нимәнең (ойошма һ. б.) аҡсаһына һ. б. мөмкинлегенә таянып. □ За счёт кого-л., чего-л. Минең иҫәптән яҙ.
9. диал. ҡар. сама 1.
♦ Иҫәбе юҡ һанап бөтөргөһөҙ, бик күп. □ Несметное количество, очень много. Малдың иҫәбе юҡ, ялан тултырып йөрөй. Иҫәпкә бар, һанға юҡ эше, сифаты йәһәтенән түбән, талапҡа яуап бирмәгән. □ Для счёта. ■ [Айыу:] Ҡуян да булдымы мал! Бер һоғонорлоҡ ите лә юҡ, имеш. Иҫәпкә бар, һанға юҡ. Ж. Кейекбаев. Иҫәпкә һан кәрәк өсөн түгел, исем өсөн. □ Для счёта (очелове-ке). Иҫәпкә һан булыу. Иҫәпкә һан өсөн йөрөу. Шул иҫәптән күрһәтелгәндәр араһында, шуның эсендә. □ В том числе. ■ 1970 йылда Башҡортостанда йөҙҙән өлкән 1209 кеше, шул иҫәптән 625 ҡатын-ҡыҙ, теркәлгән. «Ағиҙел», №9, 2011. Юҡҡа иҫәп юҡ менән бер. □ Всё равно, что нет.
ИҪӘП БИРЕҮ (иҫәп бир-) (Р.: рассчитаться; И.: dismiss smb; T.: hesap görmek) ҡ.
1. Хеҙмәт хаҡын түләп, эштән бушатыу, сығарыу. □ Рассчитаться. ■ Приказчик.. ике йоманан артыҡ инде Айбулатка иҫәп бирмәй һуҙып тик йөрөтә, һ. Дәүләтшина.
813