Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 814


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪӘПКӘ АЛЫУ
2. Эш, ҡылыҡ һ. б. өсөн яуап биреү.
□ Отвечать за какой-л. поступок. ■ Айбулат йәшлек ҡыҙыулығы менән был өмөттәргә ирешеу юлының ауыр, ҡатмарлы икәнлегенә иҫәп биреп бөтөрмәй әле. М. Минһажетдинов.
ИҪӘПКӘ АЛЫУ (иҫәпкә ал-) (Р.: брать на учёт; И.: register; T.: sayım yapma) ҡ.
1. Нимәнеңдер хисабын сығарыу. □ Брать, взять на учёт, учитывать. ■ Ыҙалыҡ менән йыйылған бойҙай башаҡтары һуғылғас та иҫәпкә алынды һәм алтмыш саҡрым алыҫлығындағы Раевка элеваторына ҡырып-һепереп оҙатылды. Я. Хамматов.
2. Иғтибарға алыу, иғтибар итеү. □ Обращать внимание, учесть что. ■ Ваҡ-төйәк бәрелештәрҙе иҫәпкә алмағанда, һуғыш ҡурҡынысы юҡ. Ә. Хәкимов. Даль эште уҙенә хас булған ентеклек менән өйрәнде, бөтә нескәлектәрен иҫәпкә алды. 3. Ураҡсин.
ИҪӘПЛЕ (Р.: рассчитанный; И.: limited; T.: sayılı) с.
1. Иҫәпләнгән, һанаулы, хисаплы. □ Рассчитанный, сосчитанный; подсчитанный.
■ [Колбаев — Зөһрәгә:] Миллиондың да һәр тине иҫәпле, һеңлем. Н. Мусин.
2. Сикләнгән, бик әҙ; һанаулы, ҡәҙерле.
□ Считанный, ограниченный, немногий.
■ Эш Мәскәуҙән әйләнеп ҡайтҡансы, ике-өс ай утә, тиҙәр, ә бында һәр көнө иҫәпле. Р. Солтангәрәев. Ҡайҙабында,студенттарға хас бәрәшәнлеккә, елғыуар вайымһыҙлыҡҡа бирелеп, иҫәпле генә сәғәттәрҙе сәйәси бәхәскә, төрлө әңгәмә-диспуттарға әрәм итеу. Ә. Хәкимов. • Иҫәпле булһын алғаны, хәйерле булһын ҡалғаны. Әйтем. Иҫәпле дуҫ айырылмаҫ. Әйтем.
ИҪӘПЛӘНЕҮ (иҫәплән-) ҡ.
1. төш. ҡар. иҫәпләү, страд, от иҫәпләү.
2. Ниндәйҙер мөнәсәбәт, баһа менән билдәләнеү; ҡаралыу, һаналыу. □ Считаться, числиться. ■ Ауылда йылына бер йәки ике кеше йорт кутәрә, шуға ла был эш оло ваҡиға иҫәпләнә. Р. Солтангәрәев. Үҙенең [Кара Табын ] ырыуы махсус яубаҫарҙары, яугирҙары булмаған һәм былай ҙа көсө самалы иҫәпләнгән бәләкәс ырыуға мөлкәтен һәм башын һаҡлап ҡалыу еңел тугел ине. К. Мәргән.
ИҪӘПЛӘТЕҮ (иҫәпләт-) ҡ. йөкм. ҡар. иҫәпләү, понуд. от иҫәпләү. Малдарҙы иҫәпләтеу.
ИҪӘПЛӘҮ (иҫәплә-) (Р: считать; И.: calculate, compute; count; T.: saymak) ҡ.
1. Ниҙеңдер һанын билдәләү; хисаплау, һанау. □ Считать, подсчитывать; исчислять. Мал иҫәпләу. Дөрөҫ иҫәпләу. Яттан иҫәпләу. Иҫәпләп курһәтеу. Иҫәпләп сығыу. ■ [Ишмөхәмәт] иҫәпләп, йылҡыларҙың теуәл булыуына тамам ышанғас ҡына, малдарының яралымы-тугелме икәнен тикшерә башланы. С. Ильясов. Гузәл тотона торған аҡсаһын сервант тартмаһына һалып йөрөй торғайны. Әле иҫәпләп ҡараһа, алтмыш һум аҡсаһы юҡ. Н. Мусин. Үҙе [Ғәйнияр] уйында ғына нимәнелер иҫәпләп алды ла, шул иҫәпләуҙәренең осо осҡа тура килмәгәнгә, ахыры, сырайы һытылды. Р. Солтангәрәев.
2. Һандарҙы бер-бер артлы атау; һанау, хисаплау. □ Считать, перечислять по порядку, нумеровать. Иллегә ҡәҙәр иҫәпләу.
3. Һандар менән арифметик ғәмәлдәр сығарыу. □ Считать, вычислять. Калькулятор ярҙамында иҫәпләу.
4. кусм. Нимәлер иҫәбенә ҡуйыу, үҙеңсә шулай тип ҡабул итеү; һанау, нимәлер тураһында билдәле фекерең, баһаң булыу. □ Считать кем, принимать за кого-что. ■ Р. Назаровтың илаһи ижадын төп нөсхәһендә, бөтә дөрөҫлөгөндә һәм нескәлегендә баҫтырып, уҡыусыға еткереу — иң ҙур эштәремдең береһе, бөйөк шағирҙы тулыһынса аңлау, хөрмәтләу һәм ҡәҙерләу билдәһе, тип иҫәпләйем. Р. Мифтахов. [Йәнтурә:] Атай иҫән булғас, етмеште утеп барһам да, уҙемде малайға иҫәпләп тик йөрөйөм. Н. Мусин. Инде шаршыларҙы утергә өйрәндем, тип иҫәпләй ине ул [Рәмзил] хәҙер уҙен. Д. Бүләков.
5. кусм. Нимәнелер күҙҙә тотоу, иғтибарға алыу. □ Намереваться; полагать, предполагать. Әйләнергә иҫәпләу. Ул беҙҙә торорға иҫәпләй.
ИҪӘПЛӘҮ МАШИНАҺЫ (Р: вычислительная машина; И.: computer; T.: bilgisayar) и. физ.
814