Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 815


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪӘПҺЕҘ
Мәғлүмәтте эшкәртеү (иҫәпләү) процесын механизациялау һәм автоматлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма. □ Вычислительная машина.
ИҪӘПЛӘШЕҮ (иҫәпләш-) ҡ.
1. урт. ҡар. иҫәпләү 1. взаимн. от иҫәпләү 1. Аҡса иҫәпләшеү.
2. Тейешле хаҡты алышып-бирешеү, үҙ-ара иҫәп-хисап итешеү. □ Рассчитываться. ■ [Шамил — Дәүләткә:] Ай аҙағында хужабикә менән иҫәпләшеү — минең бурыс. Иллешәр тәңкәгеҙҙе сығарып һалаһығыҙ ҙа... Н. Мусин.
3. күсм. Үс алыу. □ Разделываться, расквитаться, расправиться с кем-чем, мстить кому, свести счёты. ■ Алданған Сөләймән ҡарт, үҙенең башҡа сыҡҡан улы Бәҙғетдин-гә «йүгәнһеҙ ҡатын Фатима» менән нисек иҫәпләшеүен һөйләне. Ғ. Хәйри.
4. күсм. Иғтибарға, һанға алыу. □ Считаться с кем-чем. Көн менән иҫәпләшмәй эшләү.
ИҪӘПСЕ (Р: учётчик; И.: accounting clerk; T: puantör ) и.
Иҫәп-хисап эшен алып барыусы. □ Учётчик. Иҫәпсе булып эшләү. ■ Колхоз председателе Сабир ишек асылған тауышҡа һуҡыр шәм аша күтәрелеберәк ҡараны ла ҡаршыһындағы иҫәпсегә бармаҡ янаны. Я. Хамматов.
ИҪӘПСЕЛ (Р: расчётливый; И.: scheming; T: hesaplı) с.
1. Кешегә ҡылған һәр яҡшылығын, һәр бәләкәй генә эшен дә иҫәпкә алып барған; ваҡсыл. □ Расчётливый, мелочный. Иҫәпсел кеше. ■ Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә бындағыға [Уралдағыға] оҡшамаған — тегендә [Австрияла] кеше иҫәпсел, тик үҙ-ара асыҡ-яран. Р. Камал.
2. диал. ҡар. һаҡсыл.
ИҪӘПТЕ ӨҘӨҮ (иҫәпте өҙ-) (Р: прекратить отношения; И.: square up (with smb); T.: ilişkiyi kesmek) ҡ.
Мөнәсәбәтте бөтөрөү. □ Прекратить всякие отношения, покончить счёты.
ИҪӘП ТОТОУ (иҫәп тот-) (Р: намереваться; И.: intend; count (on, upon); T.: niyetlenmek) ҡ.
Нимәнелер йәки кемделер күҙ уңында тотоу, ниәтләү. □ Намереваться, иметь намерение, рассчитывать на кого-л., что -л. ■ Саҡ тынысланып, оҙаҡ әңгәмәгә иҫәп тотобораҡ ултырған бисәләр, ел күтәргән һымаҡ, ҡапыл урындарынан һикерешеп торҙо. Ә. Хәкимов.
ИҪӘП-ХИСАП (Р: учёт; И.: calculation; stocktaking; T.: sayım) и. йыйн.
1. Иҫәпләү, һанау эше; иҫәп һәм хисап. □ Учёт, взаимные расчёты. Иҫәп-хисап менән булыу. Иҫәп-хисап үткәреү. Иҫәп-хисап эшләү.
2. Төрлө хәлде һәр яҡлап уйлап, самалап сығарылған ниәт. □ Расчёт. К Үҙ тормошон иҫәп-хисапҡа ҡороп йәшәргә тырышыусы һәр кеше кеүек үк, Заһитов та кәрәк саҡта үҙен тыя, хатта ауыҙлыҡлап тота белә ине. Н. Мусин. Карттың зәғфран төҫлө һары, ҡырау һуҡҡан әрекмән япрағы кеүек йыйырсыҡлы һурынҡы йөҙө, төпкә батҡан күҙҙәренең нурһыҙлығы, юрған өҫтөнә сығарып һалған ҡоро һөйәк ҡулдарының кәр-һеҙлеге — бөтәһе уның, яҡты донъя менән иҫәп-хисапты әллә ҡасан өҙөп, һуңғы сәфәргә әҙерләнеп бөтәүен ишаралай. Ә. Хәкимов.
♦ Иҫәбе-хисабы юҡ йәки иҫәбе лә, хи-сабы ла юҡ һанына сығырлыҡ түгел; бик күп. □ Несметное количество.
ИҪӘП-ҺАН (Р: счёт и количество; И.: quantity; T: hesap) и.
Берәмекләп иҫәпләнгән миҡдар; иҫәп һәм һан. □ Счёт и количество. Мал-тыуарҙың иҫәбе-һанын сығарыу.
♦ Иҫәбе-һаны юҡ һанап бөтөрлөк түгел; бик күп. □ Очень много. Ауылда ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һаны юҡ.
ИҪӘПҺЕҘ (Р.: нерасчётливый; И.: extravagant, wasteful; T: hesapsız) с.
1. Иҫәп менән эш итмәгән, иҫәпләп, һанап тороуҙы белмәгән. □ Неэкономный, нерасчётливый. • Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл. Әйтем. Иҫәпһеҙҙән тоҙ алма, иҫәүәндән ҡыҙ алма. Әйтем.
815