Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 816


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҪӘПҺЕҘЛЕК
2. кусм. Күп һанда, һанап бөткөһөҙ. □ Бесчисленный, несметный. ■ Залдың тубәһе шул тиклем бейек, кук көмбәҙе кеуек, унда йондоҙҙар төҫлө иҫәпһеҙ куп шәмдәлдәр яна. Н. Мусин.
ИҪӘПҺЕҘЛЕК (иҫәпһеҙлеге) (Р.: нерасчётливость; И.: extravagance, wastefulness; T.: tutumsuzluk) и.
Иҫәпһеҙ (1) булған хәл. □ Нерасчётливость; неэкономичность. Иҫәпһеҙлек арҡаһында хата ебәреу.
ИҪӘПҺЕҘ-ХИСАПҺЫҘ с. ҡар. иҫәпһеҙ-һанһыҙ.
ИҪӘПҺЕҘ-ҺАНҺЫҘ (Р: бесчисленный; И.: countless; T.: sayısız) с. йыйн.
Иҫәбе булмаған, күп. □ Бесчисленный, неисчислимый, несметный, бессчётный. ■ Кук йөҙөн сыбарлаған иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар юйылып бөтөр-бөтмәҫтән, ауыл халҡы йоҡонан уянды. Я. Хамматов. Аяҙ куктә иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар емелдәшә, ай урағы, ерҙе яҙа-йоҙа яҡтыртып, серлерәк моңһоу нурын сәсә. Ә. Хәкимов.
ИҪӘР I [дөйөм төрки эс] (Р: придурковатый; И.: silly, daft; T.: bön) с.
1. Аҡыл һәләте самалы, аҡылға зәғиф; ахмаҡ, йүләр, алйот, тинтәк. □ Придурковатый. ■ Ниндәйҙер ҡыҙҙы бер куреп, иҫәр кешеләй, шуның менән һаташып йөрөуен Төлкөсураның һөйләргә һис тә иҫәбе юҡ ине. Н. Мусин.
2. Еңел уйланған, аҡылһыҙ. □ Глупый, безумный. Иҫәр ҡылыҡ. ■ [Таңһылыу:] Хуш, иҫәр йәшлек! Р. Камал. Ә инде һуңға табан, иҫәр малайлыҡтан тиле йәшлеккә урмәләгән осорҙа, йәки танауға еҫ керә башлағас, ялҡын бит осонда ғына ҡалмайынса, йөрәккә табан юл тотто. С. Поварисов.
ИҪӘР II (Р: дурак; И.: ninny; half-wit; T: aptal) и.
1. Аҡылы камил булмаған кеше. □ Дурак. М [Зәйнулла:] Иҫәр менән ауырыуға уп-кәләмәйҙәр. Л. Яҡшыбаева.
2. Уйлап, аҡыл менән эшләй белмәгән кеше. □ Глупец. ■ [Ильяс]: Бәлки, миңә иҫәр янында уҙемде аҡыллыраҡ тойоу ҡәнәғәтлек бирәлер. Г. Ғиззәтуллина. • Иҫәр ҡыҙығыр
матурға, аҡыллы — батырға. Мәҡәл. Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама. Әйтем. Иҫәрҙең ише булмаҫ, ялҡауҙың эше булмаҫ. Әйтем.
3. Әрләп, шелтәләп әйтелгән һүҙ. □ Глупец, дурак. ■ Сеу! Хаин булырһың, ант итмә, иҫәр! Ш. Бабич.
ИҪӘРЛЕК (иҫәрлеге) (Р: глупость; И.: folly; T.: aptallık) и.
1. Аҡыл, фекерләү һәләте булмағанлыҡ.
□ Глупость, дурачество.
2. Ныҡлап уйламай, еңел генә уйлап хәл итеүсәнлек. □ Глупость, легкомыслие. Йәшлек иҫәрлеге. ■ [Сәмиғ:] Аллаһы Тәғәлә йәки яҙмыш менән тәғәйенләнгән, әммә уҙенең иҫәрлеге, тыңҡышлығы арҡаһында юғалтҡан ҡатын менән ҡартайған көнөндә булһа ла йәшәргә мөмкинлек бар тугелме һуң? Т. Ғиниәтуллин. Әллә йәшлек, әллә иҫәрлек, йәш ғумерҙең уткәнен һиҙмәнек. Халыҡ йырынан.
ИҪӘРЛӘНЕҮ (иҫәрлән-) (Р: дуреть; И.: become stupid; lose one’s wits; T.: aptallaşmak) ҡ.
1. Аҡылдан яҙыу, аҡылға еңеләйеү.
□ Дуреть. Иҫәрләнеп ҡалыу.
2. Аҡылһыҙ кеше һымаҡ ҡыланыу; уйламай, еңел аҡыл менән эш итеү. □ Дурачиться. ■ Йә, иҫәрләнеп ултырма инде, — тине Сәлиха иренә. Ж. Кейекбаев.
ИҪӘҮӘН I (Р: придурковатый; И.: doltish, half-backed; T.: bön) с.
1. Аҡылға зәғиферәк, аҡылы теүәл түгел; алйот, йүләр. □ Придурковатый, глуповатый. ■ [Хан] аяҡ аҫтында буталып йөрөгән иҫәуән улы Алтанды төртөп ебәрҙе, ти. Әкиәттән.
2. Уйламай, еңел эш итеүсән. □ Легкомысленный. Я Кемдер уны [Ирназарҙы] «Бына бит һиңә азатлыҡ юлы. Иҫәуән булма, эшелон туҡтап тороуҙан файҙаланып, тышҡа һонолоп сыҡ та йугер ауылыңа ҡарап!» — тип ҡотортҡандай. Ә. Хәкимов.
3. Хәтерһеҙ, юғалып ҡалыусан. □ Забывчивый, беспамятный.
ИҪӘҮӘН II и. ҡар. иҫәр II. ■ Эй, иҫәуән! — тине Шәрғиә уҙенә. Ә. Хәкимов.
816