Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 817


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИТЕК
Уҫлаптай егет ыҡ-мыҡ итте, кесе инәһе түгелеп көлдө: «Иҫәүән!» Р. Камал.
ИҪӘҮӘНЛЕК (иҫәүәнлеге) и. ҡар. иҫәрлек.
Ахмаҡлыҡ, иҫәрлек. □ Глупость. Иҫәүәнлек күрһәтеү.
ИҪӘҮӘНЛӘНЕҮ (иҫәүәнлән ) (Р: становиться глуповатым; И.: become not very bright; T.: aptallaşmak) ҡ.
1. Иҫәүәнгә, аҡылһыҙға әйләнеү. □ Становиться глуповатым, придурковатым. Иҫәүәнләнә башлау. Ҡайғынан иҫәүәнләнеү. Хәсрәттән иҫәүәнләнеү. Иҫәүәнләнеп ҡалыу.
2. Уйламай эш итеү, еңел аҡылланыу. □ Вести себя легкомысленно. Йәшлегемдә иҫәүәнләнеп тик йөрөнөм.
3. һөйл. Аптыраныу, онотолоу. □ Стать забывчивым. Иҫәүәнләнеп тороу. Иҫәүәнләнеп китеү. ■ [Сәриә:]Вокзалдағы ығы-зығы эсенә барып ингәс, тағы бер иҫәүәнләнгән һымаҡ булдым. Н. Мусин.
ИТ (Р: мясо; И.: meat, flesh; T.: et) и.
1. Мал, төрлө йәнлек йәки ҡош-ҡорттоң ашау өсөн тәғәйенләп һуйылған түшкәһе йәки шул түшкәнең берәй киҫәге. □ Мясо. / Мясной. Ҡуй ите. Һарыҡ ите. Ябыҡ ит. Йәш ит. Ҡаҡланған ит. Тоҙло ит. Түш ите. Ыҫланған ит. ■ Сарыбайҙың улдары менән дуҫының юлдаштары үҙҙәре аулап алған йәнлек, ҡош иттәренән майлап-ҡоротлап аш бешерергә тотоналар. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Бына ҙур-ҙур табаҡтарға һимеҙ иттәр өйөп килтерелде, һәр ҡатын итте шунан үҙенең тәрилкәһенә ауҙарып төшөрә лә ашай башлай. Ғ. Хәйри. Ул һимеҙ-һимеҙ ҡуй иттәре, ул йылҡы иттәре, ул йылҡы ҡаҙыһы, ул ҡымыҙ тиһеңме — барыһын-барыһын килтергәндәр. Ж. Кейекбаев. Унан Емеш ҙур ағас табаҡҡа алып биргән иттәрҙе өлөшләп бүлергә, һалма өсөн турарға кереште. 3. Биишева. • Ите һиңә, һөйәге миңә. Әйтем. Ите — иткә, һурпаһы — биткә. Мәҡәл.
2. һөйл. Ҡош-ҡорт, хайуан һәм кеше тәненең һөйәк менән тире араһындағы йомшаҡ өлөшө; тәндәге мускулдар. □ Мускул, мышца (тела). Балтыр иттәре. ■ Уның [Мырҙаштың] ҡатыны Һөйәрбикә ҡәйнеш
тейеш кешеһе Ҡотлобайҙың беләк итен бороп семтеп алды, Ҡотлобай саҡ-саҡ ҡысҡырып ебәрмәй ҡалды. 3. Ураҡсин. Ысын ҡатил ине ул [палач Мартын] беләк иттәре та-шып-уйнап тора, сей ҡайыштан ишелгән оҙон сыбыртҡыһы тәнеңде ҡылыс урынына телә. Б. Рафиҡов.
3. Емеш-йәшелсәнең йомшаҡ өлөшө.
□ Мякоть (ягод, плодов). Муйылдың ите.
ИТАҠА и. диал. ҡар. калуш.
ИТАЛЬЯН (Р: итальянец; И.: Italian; T.: İtalyan) и. этн.
Италияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе.
□ Итальянец. / Итальянский. Итальян аштары. Итальян йырҙары. ■ Ә мин күптән итальян телен өйрәнәм, — тине Хәмит, күҙен дә йоммайынса. Д. Бүләков.
ИТАЛЬЯНСА (Р: по-итальянски; И.: in Italian; T.: İtalyanca) р.
1. Итальян телендә. □ По-итальянски. Итальянса белеү. Итальянса уҡыу. Итальянса һөйләү. Итальянса яҙыу.
2. Итальяндарға хас. □ По-итальянски, свойственный итальянцам. Итальянса илгәҙәклек.
ИТ-АШЛЫ (Р: полный; И.: stout; T.: tombul) с. һөйл.
Тулы кәүҙәле. □ Полный, толстый. Ит-ашлы ир.
ИТ-АШҺЫҘ (Р: худой; И.: lean; T.: zayıf) с. диал.
Ябыҡ, ҡаҡса. □ Худой. Ит-ашһыҙ бала.
ИТ БҮКӘНЕ (Р: чурбан; И.: block; Т.: kütük) и.
1. Ит саба торған бүкән; тумрау. □ Чурбан.
2. күсм. Эш, хәрәкәт яратмаған, күберәк ултырырға яратҡан тулы кәүҙәле кешегә ҡарата әйтелә. □ Чурбан, толстяк.
ИТЕК (итеге) [дөйөм төрки этик, ат-ыг] (Р: сапог; И.: (high) boot; T.: çizme) и.
Оҙон ҡуныслы, ҡаты үксәле күн аяҡ кейеме. □ Сапог; сапоги. / Сапожный. Һунар итеге. Итек ҡунысы. Итек башы. һаба итек. ■ Бейек тә генә тауға менгән саҡта, таймаҫ та ғына итек булһасы; уйнап та ғына
817