Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 818


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИТЕК МАЙЫ
көлөп ултырғанда, таң атмаҫлыҡ төндәр булһасы. Халыҡ йырынан. [Козин] хәрби кейем кейеп алған, яурындарында — офицер погондары, аяғында — ялтлап торған хром итек. Н. Мусин. [Рая] комбинезон, оло итектәр кейеп ала ла лап-лоп баҫып йөрөй. Р. Солтангәрәев. Үҙе лә [Котломөхәммәт Тәфкилев], мосолманға оҡшарға тырышып, өҫтөнә йәшел елән, башына башҡорттарҙыҡы кеуек ҡара төлкө тиреһенән тегелгән ҡолаҡсын, аяғына сәхтиән итек кейгәйне. Ғ. Ибраһимов. • Иҙел курмәй итек сисмә. Мәҡәл.
♦ Итек башындай бәләкәй буйлы кешегә ҡарата әйтелә. □ Очень маленький, маленького роста. ■ [Гөлйыһан] сәскә кеуек көйөнә, берәй итек башындай егеттең һоратыуын көтөп, уҙе һайлағанды әйтергә ҡурҡып ғумер итә. 3. Биишева.
ИТЕК МАЙЫ (Р.: гуталин; И.: shoe polish; T.: kundura boyası) и.
Күн аяҡ кейеме таҙарта торған май. □ Гуталин. Итек майын алыштырыу.
ИТЕК-САРЫҠ (итек-сарығы) (Р: сапоги; И.: boots and jackboots; T.: çizme) и. йыйн.
Башы күндән, ҡунысы туланан тегелгән аяҡ кейеме. □ Сапоги. ■ [Карт — Аллабирҙе менән Йылҡыбайға:] Итек-сарыҡтарығыҙҙы сисегеҙ ҙә, аяҡтарығыҙҙы бынау шишмә һыуы менән йыуып, балаҫҡа баҫығыҙ, — тип бойора. «Алдар менән Зөһрә».
ИТЕКСЕ (Р: сапожник; И.: shoemaker, cobbler; T.: ayakkabıcı) и.
Күн аяҡ кейемдәре тегеүсе һәм төҙәтеүсе оҫта. □ Сапожник. ■ Итексенең .. уткән-суткәндең итеген ямап, табан һалып, уксә һуғып тапҡан аҡсаһы [ашауына] саҡ-саҡ етә икән, ти. Әкиәттән. • Итексенең беҙе юҡ. Әйтем. Итексенең итеге булмаҫ, балтасының ишеге булмаҫ. Әйтем.
ИТЕК-СИТЕК (итек-ситеге) (Р: сапоги;
И.: boots and jackboots; T.: çizme) и. йыйн.
Оҙон ҡуныслы күн аяҡ кейеме. □ Сапоги. ■ Тоҙ, балыҡ менән дә баҙар тулған. Казанда тегелгән итек-ситектәр ҙә бар. Ғ. Ибраһимов.
ИТ ЕЛЕН (Р: мясистое вымя; И.: large udder; T.: büyük meme) u.
һөтө әҙ була торған ҙур елен. □ Мясистое вымя (о большом вымени, дающем мало молока).
ИТЕЛЕНЕҮ (ителен-) ҡ. ҡайт. ҡар. ителеү. возвр. от ителеү. Әрәм-шәрәм ителенеу.
ИТЕЛЕҮ (ител-) ҡ. төш. ҡар. итеү 1, 2, 4, 5, 7. страд, от итеү 1, 2, 4, 5,
7. Мәжбур ителеу. Тәҡдим ителеу. Тәржемә ителеу. ■ Ниһайәт, һәр ике ҡанатта Урҙа төмәндәренең тар-мар ителеуе мәғлум булды. Ә. Хәкимов. Халыҡ араһында шау-шыу китте. Кайһы саҡ тауыштар кутәрелеп китәләр ҙә, кешеләр бер-береһенә уҙҙәренең башына төшкән ҡайғылар, мыҫҡыл ителеуҙәр тураһында ҡысҡыралар. А. Карнай.
ИТЕЛМӘН (Р: ительмен; И.: Itelmen; Т.: Itelmen) и. этн.
Камчатканың төп халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе (палеоазиат телдәренең береһендә һөйләшә). □ Ительмен. / Ительменский. Ителмән халҡы. Ителмән ҡатыны. Ителмән теле.
ИТЕНЕҮ (ит-) ҡ. ҡайт. ҡар. итеү 4, 5, 6. возвр. от итеү 4, 5, 6.
ИТЕҮ (ит-) [дөйөм төрки эти-] (Р: в качестве вспомогательного глагола в сочетании с другими частями речи образует сложные глаголы; И.: do; T: etmek) ҡ.
1. Башҡа һүҙ төркөмдәре менән килеп, ҡушма ҡылым яһай һәм шул һүҙҙәрҙән аңлашылған мәғәнәгә ярашлы берәй эш башҡарыу, булдырыу, ниҙер яһау, ҡылыу, эшләү, үтәү һ. б. мәғәнәһен бирә. □ В качестве вспомогательного глагола в сочетании с другими частями речи образует сложные глаголы и означает действие в зависимости от той или иной части речи. • Асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит. Мәҡәл. Балта сапҡансы тумәр ял итә. Әйтем. Барлыҡ бар иткән, юҡлыҡ тар иткән. Мәҡәл. Илсе итеп эт ебәрһәң, илеңә яу килтерер. Мәҡәл. Кеше аҡылын ишет, уҙ аҡылың менән эш ит. Мәҡәл. Катынды кеше иткән — егет, арбаны яҡшы иткән — дегет. Әйтем. Кыу тирәк талға һөйкәлгән, ҡырҡ йыл ғумер
818