Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 828


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИХТИМАЛ
ИХТИМАЛ III (Р.: вероятно; И.: likely; T.: muhtemel) мөн.
Бәлки. □ Возможно, вероятно. ■ Ихтимал, алыҫтан ҡарағанда, ер ҙә шыма, йомролор. Ғ. Хәйри.
ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ (Р: теория вероятностей; И.: probability theory; T.: olasılık kuramı) и. мат.
Осраҡлы күренештәрҙең, ваҡиғаларҙың, дәүмәлдең законлыҡтарын, уларҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе математиканың бер бүлеге. □ Теория вероятностей.
ИХТИМАЛ ТОТОУ (ихтимал тот-) (Р.: предполагать; И.: suppose; T: sanmak) ҡ.
Теге йәки был хәлдең ошоһо булыр тип уйлау, ҡарау, фаразлау. □ Предполагать. ■ [Сәруи] милтәнең иҙән аҫтына төшөп китеуен ихтимал тотоп, .. баҙға төшөп китте. М. Ғафури.
ИХТИОЗАВР [рус. < гр. ichthys ‘балыҡ’ + sauros ‘кеҫәртке’] (Р: ихтиозавр; И.: ichthyosaurus; T: iktiyozor) и. зоол.
Ҡаҙылдыҡ диңгеҙ хайуаны. □ Ихтиозавр (лат. Ichthyosaurid).
ИХТИОЛ [рус. < гр. ichthys ‘балыҡ’ + лат. oleum ‘май’] (Р: ихтиол; И.: ichtyol; Т: ichtyol) и.
Ҡара төҫтәге май һымаҡ дарыу. □ Ихтиол. / Ихтиоловый. Ихтиол майы.
ИХТИОЛОГ [рус.] (Р: ихтиолог; И.: ichthyologist; T: bahkbilim uzmanı) и.
Ихтиология белгесе. □ Ихтиолог. Ихтиолог булып эшләу.
ИХТИОЛОГИЯ [рус. < гр. ichthys ‘балыҡ’ + logos ‘һүҙ’] (Р: ихтиология; И.: ichthyology; Т: bahkbilim) и. зоол.
Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнеү бүлеге. □ Ихтиология. / Ихтиологический. Ихтиология буйынса белгес.
ИХТИРАҒ [ғәр. (Р: открытие;
И.: invention; T.: ihtira) и. иҫк.
Уйлап табылған яңылыҡ; асыш. □ Изобретение, открытие. Ихтирағ яһау.
ИХТИРАҒ ИТЕҮ (ихтирағ ит-) (Р: изобретать; И.: invent; T.: ihtira etmek) ҡ.
Уйлап табыу, асыш яһау. □ Изобретать, делать открытие. ■ Был донъяла уҡырға,
яҙырға белмәгән хәлдә олуғ китаптар тәсниф иткән заттар вә фәндәр ихтирағ иткән ғәйрәтле кемсәләр зоһур икәнлеге мәғлум. Р. Фәхретдинов.
ИХТИРАҒСЫ (Р: изобретатель; И.: inventor; T.: muhteri) и. иҫк.
Уйлап табыусы, асыш яһаусы. □ Изобретатель. Ихтирағсы фекеренсә.
ИХТИРАЗ [ғәр. j’jb.)] (Р: осторожность; И.: care, caution; T.: ihtiyat) и. иҫк.
Һаҡлыҡ, абайлыҡ. □ Осторожность.
ИХТИРАМ [ғәр. e'j^!] (Р.: уважение; И.: respect, esteem; T.: saygı) и.
Ҡәҙер, хөрмәт. □ Уважение, почёт. Ихтирам яулау. Н Рәуеф, ҡара бөҙрә сәсле, уртанан ҡайтышыраҡ буйлы, мыҡты егет, башҡорттоң утмешенә, милли теленә бәйле уткер шиғырҙары менән халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанып өлгөрә. Ә. Хәкимов.
ИХТИРАМ ИТЕҮ (ихтирам ит-) (Р: уважать; И.: respect; T.: saygı göstermek) ҡ.
Ололау, ҙурлау, ҡәҙер итеү, хөрмәтләү.
□ Уважать, почитать (кого-л.) ■ Арттан килеуселәр Аҡмал менән Етембайҙың ҡапыл ҡуҙғалып китеуен, боролоп та ҡарамай һаман алыҫлаша барыуын асыҡтан-асыҡ ихтирам итмәу тиеберәк баһаланы... Б. Рафиҡов. Ярҙамсыл, ихлас куңелле, ҡулынан бөтә эш килгән куршеһен бик ихтирам итә ине Рәмилә. Н. Мусин.
ИХТИРАМЛАУ (ихтирамла-) (Р: уважать; И.: respect; T.: saygı göstermek) ҡ.
Ҡәҙер-хөрмәт итеү; ихтирам итеү. □ Уважать, оказывать уважение, почёт. Ихтирамлап йөрөтөу. Ихтирамлап ултыртыу.
ИХТИРАМЛЫ (Р: уважаемый; И.: esteemed; T.: saygıdeğer) с.
1. Хөрмәтле, ихтирам ителгән. □ Достойный уважения, уважаемый, почитаемый, почтенный. Ихтирамлы зат. ■ Тормош уны бер ҡаҙаныштан икенсеһенә илтә, бер уҙыштан икенсеһенә этә, ә Усман уҙе йылдан-йыл дәрәжәлерәк, ихтирамлыраҡ була бара. Г. Ғиззәтуллина.
2. Хөрмәт итеүсән, ихтирам күрһәтеүсән.
□ Учтивый, почтительный, благоговейный. Ихтирамлы кеше. Ихтирамлы ҡараш.
828