Поиск по словарям
ИХТЫЯРҺЫҘ
ИХТИРАМЛЫЛЫҠ (ихтирамлылы-ғы) (Р.: глубокое уважение; И.: deep esteem; T: saygı) и.
Оло хөрмәт, илтифат. □ Глубокое уважение; учтивость, почтительность. Ололарға ҡарата ихтирамлылыҡ. N Маһи әбейҙең сырыш баҫҡан оҙонса ҡаҡса йөҙөндә Миңлеғәлегә ҡарата ихтирамлылыҡ билдәһе һиҙелде, күҙҙәре ялтыраны. Я. Хамматов.
ИХТИСАП ИТЕҮ (ихтисап ит-) [ғәр.
(р.: считать, подсчитывать; И.: count (up); T: hesaplamak) ҡ. иҫк. кит.
1. Хисаплау. □ Считать, подсчитывать что. ■ Уҡыған дәрестәремде тәфтиш вә ихтисап итергә һис кемдең хаҡы булмаҫ ине. Р. Фәхретдинов.
2. Иҫәпләшеү, кеселеклек күрһәтеү.
□ Считаться с кем-чем, принимать во внимание кого-что.
ИХТЫЯЖ [ғәр. (P* потребность; И.: want, necessity, need; T.: ihtiyaç) и.
Мохтажлыҡ, хәжәт, талап, кәрәклек.
□ Потребность, необходимость, нужда (вчем-л.). Ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү. ■ Илгиҙәр каруансы, сауҙа кешеһе булараҡ, төрлө телдәрҙә иркен һөйләшеүе көндәлек ихтыяжына әйләнгән уның [Мансурҙың]. Ә. Хәкимов. Әҙәби әҫәрҙәр — рухи аҙыҡ, һәм беҙ һәр кемдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тейешбеҙ. «Ағиҙел», № 10, 2010.
ИХТЫЯР [ғәр. jb^!] (Р: воля; И.: will; T.: irade) и.
1. Теләк, ирек. □ Воля, желание. К [Усманда] ерәнеү, бысраҡ менән булышыуҙы башҡалар ихтыярына ҡалдырып, ситкәрәк тайпылырға теләү ҙә бар. Г. Ғиззәтуллина. Ә ҡулдар, төйнәлгән ергә ҡуйһаң, минең ихтыярҙан тыш ҡалтырап ситкә китәләр. Д. Юлтый.
2. Маҡсатты үтәү һәләтлеге, рухи көс.
□ Сила воли. Көслө ихтыяр. М Бомбалар баш осонда һыҙғырып ергә ауған саҡта, аҡылдан шашмаҫҡа ихтыяры еткән яугир ҡайһы арала ваҡланған, йөҙөн юғалтҡан. Г. Ғиззәтуллина.
ИХТЫЯРАН [ғәр. (Р: добровольно; И.: of one’s own free will; T.: gönül rızasıyla) р. иҫк. кит.
Ирекле рәүештә, үҙ иркең менән. □ Добровольно. Ихтыяран баш һалып барыу.
ИХТЫЯРИ [ғәр. (Р: вольный;
И.: voluntary; T.: özgür) с.
Ирекле, кешенең үҙ теләгенә ҡуйылған.
□ Вольный; добровольный. Ихтыяри эшмәкәрлек. Ихтыяри ойошма.
ИХТЫЯР ИТЕҮ (ихтыяр ит-) (Р: позволить; И.: let (do); T.: izin vermek) ҡ.
Ирек ҡуйыу, рөхсәт итеү. □ Дать волю, позволить. ■ Әгәр был мөғәлләмәнән башҡа береһе булһа, һис шөбһәһеҙ Таһир бай улы вә иң дөрөҫө лә Таһир бай улының байлығын ихтыяр итер ине. Р. Фәхретдинов.
♦ Ихтыяр<ы> үҙендә теләһә ни эшләһен, ни эшләһә лә рөхсәт. □ Как хочешь, твоя воля. ■ [Әбйәлил:]Ихтыяр үҙеңдә, мин көсләшеп тормайым. Әкиәттән.
ИХТЫЯРЛЫ (Р: вольный; И.: free; T: özgür) с.
1. Теләк, хоҡуғы сикләүһеҙ; ирекле.
□ Свободный, вольный.
2. Маҡсатҡа ынтылышы һәм рухи көсө ныҡлы. □ Волевой. Көслө ихтыярлы. ■ Ихтыярлы кеше үҙмаҡсатына ирешмәй ҡуймай. И. Абдуллин. [Андрейҙың] ваҡыт-ваҡыт тимер ялтырауын хәтерләтеп осҡонланып тоҡаныр үткер ҡарсыға күҙе, өҙә баҫып ашлауы, һөйләшкәндә ҡырҡа хәрәкәт менән ҡулын һелтәп ҡуйыуы — барыһы уның ҡаты ихтыярлы, үҙ һүҙле булыуына ишара. Ә. Хәкимов.
ИХТЫЯРЛЫЛЫҠ (ихтыярлылығы) и. ҡар. ихтыяр 2.
ИХТЫЯРҺЫҘ (Р: невольный; И.: involuntary; T.: istemsiz) с.
1. Теләге, хоҡуғы сикле; ирекһеҙ. □ Невольный, вынужденный, непроизвольный. И Карап тороусылаҙың көлөшөүендә ихтыярһыҙ хәүеф, ҡурҡыу ишетелде. Г. Ғиззәтуллина.
2. Маҡсат, ынтылышы һәм рухи көсө йомшаҡ, ихтыяры (2) юҡ. □ Безвольный, слабохарактерный, слабовольный. Ихтыярһыҙ кеше. М Рухһыҙ бәндә — мәшкәк, ихтыярһыҙ ир — ағас сөрөгө. Р. Камал.
829