Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 830


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИХТЫЯРҺЫҘҘАН
ИХТЫЯРҺЫҘҘАН (Р.: поневоле; И.: willy-nilly; T: ister istemez) р.
Теләктән тыш; ирекһеҙҙән. □ Поневоле, вынужденно. ■ Ихтыярһыҙҙан ситкә тайпылған Ильяс, капыл боролоп, китеп барҙы. Г. Ғиззәтуллина.
ИХУ\Н [ғәр. û'»] (Р.: братство; И.: brotherhood, fraternity; T: ihvan) и. иҫк. кит.
Дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек, ҡәрҙәшлек. □ Братство. ■ Фәҡире һәм ғәни солтан һәба ихуан улды дилләрҙән. М. Өмөтбаев.
ИХЪЯ ИТЕҮ (ихъя ит-) ҡ. ҡар. ихъя ҡылыу.
ИХЪЯ ҠЫЛЫУ (ихъя ҡыл-) (Р: возродить; И.: revive; T: yeniden kurmak) ҡ. иҫк. кит.
Терелтеү, тергеҙеү. □ Возродить. ■ Бик ауыр булһа ла, яңы мәҙрәсәләр ихъя ҡылырға тырышайыҡ. Ғ. Ибраһимов.
И-ҺА-ҺА (Р: и-го-го; И.: sound of neighing; T: i-ho-ho) оҡш.
1. Ат кешнәгәндә сығарған тауышты белдергән һүҙ. □ Выражет подражание звуку конского ржания: и-го-го. И-Һа-Һа, тип яланда аттар кешнәй.
2. кусм. Ҡысҡырып, йәмһеҙ итеп көлгәнде белдергән һүҙ. □ Выражет подражание звуку громкого смеха: ха-ха-ха.
ИҺАҺАЙ и. һөйл. ҡар. ҡағараҡ.
ИҺАҺАЙЛАУ (иһаһайла-) (Р: хохотать; И.: laugh (loudly); T.: kahkaha atmak) ҡ.
Урынһыҙға шарҡылдап, ҡысҡырып көлөү. □ Хохотать, громко смеяться. Иһаһайлап йөрөу.
И-ҺИ-ҺИ (Р: хи-хи-хи; И.: sound of chuckling; T: kahkaha) оҡш.
Мыҫҡыллап көлгәнде белдергән һүҙ. □ Выражет подражание звуку издевательского смеха: хи-хи-хи. ■ [Улы:] И-һи-һи, һин тормоштан бик артта ҡалғанһың икән. Ш. Насыров.
ИҺКЕАУЫЛ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Салйоғот ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из
родовых подразделений башкир племени сальюгут. Иһкеауыл аймағы башҡорто.
ИҺӘ I (Р: вспомогательный глагол с основным глаголом в форме прошедшего времени выражает значение условного наклонения; И.: auxiliary verb; T.: ise) ярҙ. ҡ.
1. Ҡылымдың үткән заман формаһына ҡушылып, шарт ҡылым яһай. □ Вспомогательный глагол с основным глаголом в форме прошедшего времени выражает значение условного наклонения. ■ Урыҫ байының бер аты ҡазаланы иһә — бер айлыҡ һуғым. Һ. Дәүләтшина.
2. Ҡаршы ҡуйыуҙы белдерә. □ А вот.
■ Көршәк тулы булһа, ныҡлығын ул оҙаҡ йылдар һаҡлай, ә буш көршәк иһә тора-тора уҙ алдына сатнай. М. Кәрим.
ИҺӘ II (Р: же; И.: but; T.: ise) терк.
Нимәгәлер айырым баҫым яһағанда йәки айырым алып, үҙен бер башҡа күрһәткәндә ҡулланыла. □ Что касается, же. ■ Әҙибәлә иһә тәубәгә килеу, ярлыҡау һорау, миһырбан ялбарыуҙың әҫәре лә юҡ. Г. Ғиззәтуллина. Ғәлинур иһә сибәр егет. С. Поварисов. Ҡарт-атаһы иһә атҡа сыбыртҡы йә ҡамсы менән һуҡҡанды яратмай торғайны. Ә. Хәкимов.
ИҺӘМБАҠТЫ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бурзян.
ИҺӘННӘҮ (иһәннә-) ҡ. ҡар. иҫнәү.
■ Ғариф староста уянып китте, .. тороп ултырҙы, яңағы ҡарышҡансы иһәннәне. Ж. Кейекбаев.
ИҺӘНӘҮ (иһәнә-) (Р: зевать; И.: yawn; T.: esnemek) ҡ.
Йоҡо баҫҡанда, ирекһеҙҙән ауыҙҙы киң асып, бик тәрән тын алыу; иҫнәү, иһәннәү. □ Зевать.
ИШ [дөйөм төрки эш / эс ‘тиңдәш’] (Р: пара; И.: pair; couple; T.: eş) и.
1. Исем, дәрәжәһе менән бер үк кимәлдәге, тиң; тиңдәш. □ Пара, чета, ровня; ро-
830