Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 831


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИШАРАЛАУ
весник. Иш эҙләу. Иш табыу. ■ Ир-арыҫлан булһаң, иш курәләр, ҡайһы ғына ергә барһаң да. Халыҡ йырынан. Әлфирә ишенең [Сабир -йәндең] аптырауына уҙе нығыраҡ аптыраны. Р. Камал. • Иш — ише менән, ҡуш — ҡушы менән. Мәҡәл.
2. Ҡуштың, парҙың һыңары; пар. □ Пара. Ише юҡ. Ишен юғалтыу. Ишен табыу.
3. Ниҙеңдер төҫ сифат яғынан оҡшаш тиңе. □ Схожесть. К [Әбей:] Ул яулыҡтың бер ерҙә лә ише юҡ. Әкиәттән. • Тун тиреһе ише менән. Мәҡәл.
4. Иптәш, дуҫ. □ Товарищ. Иш булыу.
■ Атаһы юҡта әсәгә [бала] көңгөр-ҡаңғыр иш ине. «Ҡараһаҡал». • Аш табылыу — бер бәхет, иш табылыу бер бәхет. Әйтем. Яманға яман иш була. Мәҡәл.
♦ Бер иш бер төҫлө, бер төрлө. □ Одинаковый. Бер иш йорттар. Бер иш кейем. Бер иш итеу. Бер иш яһау. Ишемтәгә ҡушымта бер нәмәгә икенсе оҡшаш нәмә өҫтәлгәндә әйтелә; ишкә ҡуш. □ Одно к другому; дополнение, дабавка (обычно о продуктах питания). Ярар, зыян юҡ, ишемтәгә ҡушымта булыр. Иш янына ҡуш йәки ишкә ҡуш <булыу> нимәгәлер өҫтәмә ҡушымта <булыу>. □ Одно к другому; дополнение, добавка (обычно о продуктах питания). ■ Ҡотлоярға эйәреп, бәғзеләр ҙә аҙ-маҙлап бәрәңге сәсә, шалҡан ултырта. Ишкә ҡушым. Р. Камал.
ИШАН [фарс. jty] (Р: ишан; И.: Moslem clergyman; T.: şeyh) и.
Мосолмандарҙа мөриттәрҙе уҡытып, тәрбиәләй торған дин әһеле; шәйех, мөршид. □ Ишан (глава религиозной общины у мусульман). Ишан хәҙрәттәре. Ишан булыу.
■ Ишан мәжлес йыйыр булһа, мөрит барыр, ишан ашын ашаһа, ул хайран ҡалыр. Бәйеттән.
ИШАН ТАЯҒЫ (Р: трость, символ должности ишана; И.: Moslem clergyman’s staff; T.: şeyh belgesi) и. дини.
Ишанлыҡ мираҫы һәм шул мираҫтың билдәһе булып һаналған таяҡ. □ Трость, символ должности ишана. Ишандар ишан таяғын ишек башына ҡуйыр булғандар.
ИШАНЛЫҠ (ишанлығы) (Р.: занятие и положение ишана; И.: Moslem clergyman’s position; T: şeyhlik) и.
Ишан булыу, ишан дәрәжәһе. □ Занятие и положение ишана. Ишанлыҡ итеу.
ИШАНЛЫҠ ИТЕҮ (ишанлыҡ ит-) (Р: выполнять обязанности ишана; И.: perform Ishan’s duties; T: işhan görevini yapmak) ҡ.
Ишан булып тороу, мөриттәр менән етәкселек итеү. □ Выполнять обязанности ишана.
ИШАНЛЫҠ ҠЫЛЫУ (ишанлыҡ ҡыл-) ҡ. ҡар. ишанлыҡ итеү.
ИШАРА [ғәр. öjU) ‘күрһәтеү’] (Р.: жест; И.: gesture; T: işaret) и.
1. һүҙһеҙ аңлатыу өсөн яһалған төрлө ҡул, баш хәрәкәте; ым. □ Жест; намёк, знак. Ишара яһап саҡырыу. ■ Әҙибәнең сырайы боҙолғанын куреп, ауыҙ асырға ла бирмәй, ишара менән туҡтатты. Г. Ғиззәтуллина. Хәмит тә тик тормай, уҙ сиратында, һыу уренә ишара яһап, нимәлер ан^ата. Д. Бүләков. • Аҡыллыға ишара ла етә. Мәҡәл.
2. Билдә. □ Намёк, знак. ■ Әсирлектең тәуге ишараһы ине был: әйтерһең дә, Әҙибәнең тәненә һәм йәненә ул бәндәләрҙең хоҡуғы бар. Г. Ғиззәтуллина.
ИШАРА ИТЕҮ (ишара ит-) (Р.: делать намёки, намекать; И.: hint (at); T.: ima etmek) ҡ.
Ниҙелер аңлатыр өсөн ҡул, баш менән бер төрлө хәрәкәт яһау. □ Сделать жест, указать жестом; делать намёки, намекать. Нимәлер аңлатырға теләп, өй яғына ишара итте.
ИШАРА ҠЫЛЫУ (ишара ҡыл-) ҡ. ҡар. ишара итеү.
ИШАРАЛАУ (ишарала-) (Р: указать жестом; И.: gesture; T.: elkol işaretleri yapmak) ҡ.
1. Ишара яһау, ишара итеү; ымлау. □ Указать жестом; жестикулировать. ■ [Әҙибә - Усманға:] Һеҙ ҙә һуғышта ҡатнашҡанһығыҙ икән. — Пинжәгендәге шаҡмаҡтарға ишараланы. Г. Ғиззәтуллина.
2. кусм. Ситләтеп аңлатыу, нимәгәлер фекерҙе йүнәлтеү. □ Намекать, делать намёки. Я Ильяс Йәмиләнең ҡарашын эләкте-
831