Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 832


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИШАРАТ
pen, серле көлөмһөрәне. Әйтерһең дә, икеһе генә белгән сергә ишараланы. Г. Ғиззәтуллина.
ИШАРАТ [ғәр. и.
1. ҡар. ишара 1. ■ «Ишарат — аҡыллыға» тигән һуҙ бар, артыҡ һуҙ — әҙәпһеҙлек аҫыл затҡа. М. Аҡмулла.
2. Билдә, тамға. □ Признак. ■ [Усман] шофёрҙың ғәжәпһенеуенән ҡыланышының килешһеҙлеген абайлап, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарҙы. Г. Ғиззәтуллина.
3. Кемдең йәки ниҙеңдер кәүҙәләнеше булған һүрәт, шәүлә. □ Признак. Бер мал ишараты юҡ. ■ Юлсылар һаҡлыҡ менән генә был тереклек ишараты беленгән урынға яҡынланылар, уҙҙәре артыҡ ҡысҡырып һөйләшкән булдылар. 3. Ураҡсин.
4. мыҫҡ. Кемделер йәки ниҙелер түбәнһетеп, мыҫҡыллап әйткәндә ҡулланыла; йорат. □ Подобие. Егет ишараты. Кала ишараты. ■ Һаламды ҡайнар һыуҙа бешекләргә, келәт диуарына яғылып ҡалған туҙан ҡатыш он ишараты менән бутап, малға ашатырға тура килә. Ә. Хәкимов.
ИШҒАЛ [ғәр. (Р.: занятие; И.: occupation, occupancy; T.: çok meşgul olma) и. иҫк. кит.
1. Баҫып, биләп алыш. □ Занятие, оккупация.
2. Мәшғүллек. □ Занятость.
ИШҒАЛ ИТЕҮ (ишғал ит-) (Р.: занять;
И.: occupy; T.: meşgul etmek) ҡ.
1. Баҫып алыу, биләү. □ Занять, оккупировать. Баҫҡынсылар тарафынан куп ерҙәр ишғал итәләр. ■ Ай, Сафам [Сафа Баязитов], ишғал итеп торған һинең урының бөйөк, әммә һин милләткә ят, милләткә сит, милләткә юҡ! Б. Мирзанов.
2. Мәшғүл итеү. □ Занять (кого -л. чем -л.). Кешене нимә менән булһа ла ишғал итеу.
ИШЕ (Р: подобно; И.: like; T.: gibi) бәйл.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер сифатын, эш-хәрәкәтен икенсе менән сағыштырғанда, уға оҡшаш тапҡанда ҡулланыла. Һинең ише һәйбәт кешене осратҡаным юҡ. ■ Улар [һөйөу, илһам, әҙәбиәт] бармаҡ араһынан ҡойолған ҡом, иләктәге һыу, усҡа йомған нуры ише алдаҡсы. Г. Ғиззәтуллина.
ИШЕГАЛ и. диал. ҡар. ишек алды.
ИШЕК (ишеге) (Р: дверь; И.: door; T.: kapı) w.
Йорт, бина һ. б. ҡоролманың эсенә инеп-сығып йөрөү өсөн стенаһына яһалған уйым һәм шул уйымға беркетелгән асылмалы-ябылмалы ҡапҡас. □ Дверь. / Дверной. Ағас ишек. Тимер ишек. Киң ишек. Асыҡ ишек. Ябыҡ ишек. ■ Хәҙисә, бер балаһын кукрәгенә ҡыҫҡан, икенсеһенең ҡулынан тотҡан килеш .. аҡрын ғына ишеккә табан атланы. Ғ. Хәйри. • Бишек — киң донъяға ишек. Әйтем. Катын ҡәрендәше ҡаҙан янында, ир ҡәрендәше ишек төбөндә. Мәҡәл. Ишек асыҡ булһа ла, һорап ин. Әйтем. Ишек төбө барҙа тургә уҙма. Әйтем.
♦ Ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын белмәйем өйөнә саҡырғаны, өйөн күрһәткәне юҡ, тигән мәғәнәлә ғәйепләп әйтелә. □ Не быть ни разу у кого-л. в доме. Ишек яңағын ятҡырмау өҙлөкһөҙ, бер туҡтауһыҙ инеп-сығып йөрөү. □ Беспрестанно входить и выходить.
ИШЕК АҠСАҺЫ ҡар. ишек бауы 2.
ИШЕК АЛДЫ (Р: двор; И.: court; yard, courtyard; T.: avlu) и.
Өй янындағы кәртәләп алынған майҙан. □ Двор. Ишек алдын һепереу. ■ Ә көҙгө ел ҡағыҙҙарҙың ҡара ҡалдыҡтарын, ҡарттың тормошҡа ашмаған хыялдары һымаҡ ҡәҙерһеҙләп, бысраҡ ишек алдына туҙҙыра. Г. Ғиззәтуллина. Йәйге бер матур көн куҙ алдына баҫа. Ана ул [Ғәйникамал] ишек алдында кер йыуа. 3. Ураҡсин. Ишеккәйем алды, ай, бағана, осҡайына бөткән нарат юҡ. Беҙ йөрөйбөҙ алыҫ сит илдәрҙә, осоп ҡайтыр инек, ҡанат юҡ. Халыҡ йырынан. Толпар ун ике ҡолас бейеклектәге таш ҡойманы куҙ асып йомғансы һикереп утеп, һарай ишеге алдына барып та төшкән. Әкиәттән. • Ишек алдында һыйырың булһа, өҫтәл өҫтөндә һыйың булыр. Әйтем.
ИШЕК БАУЫ (Р: дверная ручка; И.: door handle; T.: kapı kolu) и.
1. Ишек тотҡаһы. □ Дверная ручка. ■ Килен тауышһыҙ-ниһеҙ генә ишеккә йунәл-
832